RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бишле»билдәһеме, әллә 100 балмы?

17.09.2011 «Бишле»билдәһеме, әллә 100 балмы?

БДУ-ла белемде баһалауҙың яңы системаһы индерелде
«Бишле»билдәһеме, әллә 100 балмы?
Яңы уҡыу йылының ике аҙнаһы үтеп тә китте. Һәр уҡыу йылында тиерлек уҡыу-уҡытыу системаһында ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелә, реформалар үткәрелә. Быйыл иһә 1 сентябрҙән барлыҡ мәктәптәрҙә лә башланғыс синыфтар федераль дәүләт стандарттары буйынса уҡытыла башланы. Был яңылыҡ, бер яҡтан, балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә, уларҙың сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелеүе менән әһәмиәтле булһа, икенсенән, һәр яңылыҡ үҙен аҡлармы, тигән шик-шөбһәләр менән ҡабул ителгән кеүек, яңы стандарттар нимәгә кәрәк тағы, элеккеһе лә бик яҡшы ине, тигән фекерҙәр ҙә күп. Мәктәп кенә түгел, юғары белем биреү системаһы ла даими үҙгәреш кисерә. Яңы йылдан юғары уҡыу йорттары ике баҫҡыслы белем биреү системаһына күсте. Хәҙер бакалавриатта дүрт йыл уҡып та юғары белемгә эйә булырға мөмкин, кемдәр иһә артабан уҡыуын дауам итергә теләй, улар магистратураға уҡырға инә. Миҙал ике яҡлы булған кеүек, бындай системаның да ыңғай һәм кире яҡтары бар. Мәҫәлән, тағы бер йылға студент тормошон оҙайтыу мөмкинлеге. Шул уҡ ваҡытта магистратураға уҡыр­ға инеү өсөн йәнә имтихан тапшырыу кәрәк, өҫтәүенә, магистратурала бюджет урындары күп түгел, тимәк, түләп уҡырға тура киләсәк. Вуздарға ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтарға килгәндә, яңы уҡыу йылынан юғары уҡыу йорттары студенттарҙың белемен 100 баллы система буйынса баһалауға күсә башланы.
Сит илдәге кеүек, Рәсәйҙә уҡыусыларҙың белемен баһалауҙың 100 баллы системаһын индерәләр икән, тигән һүҙҙәр күптән йөрөй ине. Ул ваҡытта, 5 баллы системаға өйрәнгәнлектән, быны бер ҙә бойомға ашмаҫ хәбәр тип ҡабул итә инек. Хәҙер иһә әкренләп 100 баллы системаға ла күсә башланыҡ. Иң беренсе сиратта уҡыусыларҙың белемен баһалауҙың юғары баллы системаһы берҙәм дәүләт имтихандарында индерелде. «Математиканан 75 балл йыйған», «рус теленән – 84», «биологиянан – 96» тигән һүҙҙәр хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Быйылғы уҡыу йылынан Башҡорт дәүләт университетында ла студенттарҙың белемен баһалауҙың яңы системаһына күсәләр. БДУ ректоры бойороғона ярашлы, 1 сентябрҙән вуздың бөтә факультеттары һәм институттарында ла студенттарҙың белемен баһалауҙың һәм уҡытыуҙың модуль-рейтинг системаһы индерелгән. Йәғни семестр дауамында студентҡа һәр фәндән балдар ҡуйыла, һуңынан уларҙың дөйөм суммаһы иҫәпләнә һәм шулар буйынса студенттың рейтингы билдәләнә: яҡшы уҡыймы ул, уртаса өлгәшәме, әллә иң артта һөйрәлеүселәр иҫәбендәме? Уҡыу йылы дауамында бер семестрҙа студент бер фәндән генә иң күбе 110 балл йыя ала. Был яңылыҡ әлегә беренсе курс студенттарына ғына ҡағыла.
Яңылыҡтың маҡсаты – сту­денттар­ҙың сессиянан сессияға ғына түгел, ә семестр дауамында эҙмә-эҙлекле эшләүен, уҡыуын тәьмин итеү, үҙ аллы эшләүен әүҙемләштереү, университетта уҡыу процесын ойоштороу кимәлен, белем сифатын күтәреү. Хәҙер семестр башында беренсе курста лекциялар алып барыусы уҡытыусылар үҙенең фәне буйынса рейтинг-план төҙөргә тейеш. Унда иһә семестр барышында һәм аҙағында үткәреләсәк һынауҙар һәм улар өсөн ҡуйыласаҡ балдар күрһәтелә.
Был яңылыҡтың тағы бер үҙенсәлеге шунда: балдарының иҫәбенә ҡарап, студент сессия ваҡытында имтихан тапшырмайынса ла теге йәки был фән буйынса тейешле баһа ала аласаҡ: әгәр ҙә балдары 45-тән кәм булмаһа, «өслө»гә, 60 балдан юғары булһа − «дүртле»гә, 80 балдан күберәк булһа, «бишле» билдәһенә дәғүә итә ала. Әлбиттә, әгәр ҙә студентты «өслө» йәиһә «дүртле» билдәһе ҡәнәғәтләндермәһә, юғарыраҡ баһа алыу өсөн ул башҡалар менән бер рәттән имтихан тапшыра ала. Тимәк, һайлау мөмкинлеге лә бирелә.
Хәҙер студенттарҙың дәрескә йөрөүенә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Лекцияларға йөрөгән өсөн улар рейтингына 6 – 10 балл өҫтәй алһа, ә практик дәрестәр өсөн – унан да юғарыраҡ.
– Быйылғы йылдан бөтә вуздар ҙа федераль дәүләт стандарттарына күсте. Шул уңай­ҙан беҙ бер юлы студенттарҙың белемен яңыса баһалауҙы ла индерергә булдыҡ. Әлбиттә, быны артыҡ ҙур яңылыҡ тип тә әйтеп булмай, сөнки Рәсәй вуздарында ул күптән бар. Положениены әҙерләгәндә, беҙ уларға таянып эшләнек. Ә инде республика вуздарына килгәндә, БДУ-ның Нефтекама филиалын әйтергә мөмкин, шулай уҡ БДУ-ның филология, биология факультеттарында ла тәжрибә үткәрелде. Әлбиттә, студенттар тәүҙә был яңылыҡты ҡабул итмәне, уның файҙаһын сессия яҡынлашҡас ҡына аңланылар. Сөнки йыл әйләнәһенә уҡып, әҙерләнеп йөрөйһөң икән, сессияны тапшырыуы ла еңелерәк. Өҫтәүенә, белеүегеҙсә, балдарының һаны етһә, студент имтихан тапшырмаһа ла була.
Бындай система студенттарҙың белемен ғәҙел баһаларға ла ярҙам итә. Студент үҙенә ни өсөн ниндәй баһа ҡуйылғанын белеп тора һәм уҡытыусы уға бер нисек тә баһаны кәметә йә күтәрә алмай. Шулай уҡ хәҙер студенттар йыл буйы уҡымай йөрөп-йөрөп, сессия ваҡытында төрлө хәйләһен табып, имтиханды яҡшы билдәгә тапшыра алмаясаҡ. Бында барыһы ла көҙгөләге кеүек күренәсәк. Әлбиттә, уҡытыусыларға эш артты, улар контроль эш, үҙ аллы эш, лаборатор эш, курс эше, семинар дәрестәр өсөн нисә балл ҡуйыла – алдан әҙерләргә һәм студенттарға аңлатырға тейеш, – тип һөйләй уҡыу йортоноң уҡыу-методик идаралығы етәксеһе Светлана Родионова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!