RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДе

18.06.2011 Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДе

Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДеБыйыл беренсе тап­ҡыр ойошто­рол­ған республика «Орбита» полиолимпиадаһы Республика башҡорт ли­цей интернатында 5-се, 6-сы синыф уҡыусыларын йыйҙы. Башҡортостан­дың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 1151 уҡыусы ма­те­матика, логика, баш­ҡорт, рус һәм инглиз теле, тәбиғәт фәндәре буйынса үҙ-ара көс һынашты.
Олимпиада тест рәүешендә ойошторолғайны. Ул ижади ҡарашлы, талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау, фәнни һәм тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡ­һыныуҙарын арттырыу, республика конкурсына төрлө район уҡыусыларын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.
Олимпиада тәүге тапҡыр ғына уҙғарылһа ла, бик күп уҡыусыны йыйҙы. Унда 5-се синыфтар араһынан – 490, 6-сы синыфтарҙан 661 уҡыусы ҡатнашты.
Жюри составы 60 призерҙы һәм төп еңеүселәрҙе билдәләгәндән һуң, уларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Байрамда уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә ҡатнашты.
5-се синыфтар араһында Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Аделина Кинйәбаева еңеүсе тип табылды. Уға бүләк фотоаппаратты БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге мөдире Динә Шәрипова тапшырҙы.
6-сы синыфтар араһында Әлшәй районының Раевка башҡорт лицейынан Азат Юлдашевҡа етеүсе булманы. Йәш егеттең белеме нетбук менән баһаланды. Бындай бүләк менән уны физика һәм математика фәндәре докторы, БДУ-ның теоретик физика кафедраһы профессоры, «Орбита» республика полиолимпиадаһының жюри рәйесе Евгений Екомасов тәбрикләне.
Бүтән еңеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Уларға дискылар өсөн сумкалар, компьютер кәрәк-яраҡтары бирелде.
Уҡыусылар олимпиаданан дәрт алып, үҙ көстәрен һынап ҡына түгел, әллә күпме яңы дуҫ, таныш табып таралышты.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!