RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ?

18.06.2011 Йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ?

Беҙ барыбыҙ ҙа йәйҙе генә көтөп йәшәйбеҙ кеүек. Уны нисек итеп үткәрергә, ҡайҙа ял итергә алдан уҡ пландар ҡорабыҙ. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, тиҙ генә үтә лә китә, шунлыҡтан уны нисек тә матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрге килә. Йәйге ялын кем ҡайҙа, нисек үткәрә, тигән һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе:
– Йәйге ялыбыҙҙы беҙ һәр саҡ ғаиләбеҙ менән бергәләп үткәрергә тырышабыҙ. Сит илгә сәйәхәткә ҡарағанда Башҡортостанда ял итеүҙе хуп күрәбеҙ. Үҙебеҙҙә лә иҫ киткес матур урындар күп бит ул. Беҙ булмаған бер генә билдәле урын да ҡалмағандыр: Шүлгәнташ мәмерйә­һендә лә булдыҡ, Ирәмәл тауына ла мендек, Талҡаҫ, ҡандракүл, Асылыкүл буйҙарында ла ял иттек, Ишембай һәм Салауат райондарындағы Салауат мәмерйәһен, Күгәрсен районында Мораҙым мәмерйәһен дә, Ғәҙелша шарлауығын да барып күрҙек.
Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – ял итеп ятыу ғына ла түгел, ә уларҙың тарихы аша балаларыбыҙҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү ҙә ине. Үҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙҙер, тип уйлайым. Быйыл иһә ялымда ейәнемде ҡарашырға уйлап торам.

Йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ?Илнур ЮЛАМАНОВ, пародист, йырсы:
– ҡара диңгеҙ буйына ял итергә барырға йыйынабыҙ. Ике йыл рәттән, диңгеҙ буйында ял иткәйнем, бик тә оҡшаны. Ундағы тәбиғәт, һауа, диңгеҙ барлыҡ мәшәҡәттәрҙе онотоп, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге бирә.
Планлаштырылған эштәребеҙ ҙә бар, йәй бит – туйҙар мәле, тормош иптәшем Альбина менән туйҙар ойошторабыҙ, юбилейҙар ҙа үткәрәбеҙ, мөрәжәғәт итеүселәр күп. Бынан тыш, «Минута славы» тапшырыуына әҙерләнәм. Интернетҡа ҡуйған «Дворник-пародист» видеоролигы менән кастинг үттем, көҙгөһөн съемка башланасаҡ. Тыуған яҡтарға ла ҡайтып йөрөйәсәкбеҙ. ҡыҫҡаһы, йәй күңелле үтер, матур итеп ял итеп тә, эшләп тә өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым.

Нәҡиә ИСҡУЖИНА, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты:
– Йәйге ялымда быйыл мотлаҡ берәй сит илгә, диңгеҙ буйына барып килергә иҫәбем бар. Диңгеҙ һауаһы, ҡайнар ҡояш нурҙары сәләмәтлек өсөн файҙалы. Әлегә тиклем үҙебеҙҙә «Янғантау» шифаханаһында, ҡара диңгеҙ буйында, Төркиәлә ял иткәнем булды. Төркиәләге ял бик тә оҡшаны. Тап-таҙа диңгеҙ, яҡшы отель, хеҙмәтләндереү... Бер нәмә тураһында уйламайһың, тәбиғәткә һоҡланып, саф һауала матур итеп ял итәһең. Ял шулай булырға тейеш тә. Быйыл иһә Европаға барырға ниәтләнәм.

Лилиә СИРАЕВА, «Йәшлек» гәзитенең хәбәрсеһе:
– Йыл һайын Төркиәгә барып ял итеүҙе хуп күрәм. Беренсенән, унда беҙҙә булмаған диңгеҙ бар, ә диңгеҙ буйындағы ял үҙе бер башҡа. Икенсенән, ситкә китһәң, телефоныңды һүндереп, рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Ысын мәғәнәһендә ял итеү өсөн кеше аҙна-ун көнгә сит илгә барып килергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Сөнки ауылдағы ял ял түгел ул, унда барыбер ниндәйҙер мәшәҡәттәр сығып ҡына тора. Төркиәнең мәҙәниәте, тәбиғәте, халҡы, аш-һыуы, туристар өсөн тыуҙырылған шарттар һәм экскурсиялары ла бик оҡшай. Ғөмүмән, ғашиҡмын был илгә, быйыл да ялымды унда үткәрергә йыйынам.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!