НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәүге уҡытыусынан алған һабаҡтар ғүмерлек

Тәүге уҡытыусынан алған һабаҡтар ғүмерлек


Тәүге уҡытыусынан алған һабаҡтар ғүмерлекБашлап хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәткән тәүге уҡытыу­сыһын һәр кем оло ихтирам менән иҫкә ала. Беҙ ҙә уҡытыусыбыҙ Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы Ноғо­ма­нованы яраттыҡ, һәр яҡлап уға оҡшарға тырыштыҡ. Дәрестәрен һәр ваҡыт көтөп алдыҡ. Йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына алып сығып, уҡыу­сы­ларында тә­биғәт­кә һаҡсыл ҡа­раш тәрбиәләне. Концерт ҡуйыр бул­һаҡ, матур бе­йеү­­ҙәр, йырҙар өй­рәтте. Ә синыф сә­ғә­тен­дәге фәһемле һөйләшеү­ҙәр... Беҙ бөтә серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ.
Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Уға 12 йәш булғанда атай­ҙары мәрхүм булып ҡала. Әсәйҙәре туғыҙ баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Гөлсөм апайыбыҙ ауылда урта белем алғас, тәүҙә Өфөләге 1-се полиграфия училищеһында белем ала, һуңынан ситтән тороп Стәр­летамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙының мәктәптә эшләүенә сирек быуат ваҡыт үтеп киткән. Ошо ваҡыт эсендә күпме баланы хәреф танырға өйрәткән. Уның уҡыусылары бөгөн ниндәй генә уҡыу йорттарында уҡымай ҙа, ниндәй генә һөнәр алып сыҡмаған?!
Күп ваҡыты эштә үтһә лә, үҙ балаларына матур итеп тәрбиә бирергә, бына тигән итеп донъя көтөргә лә өлгөрә Гөлсөм апайыбыҙ. Уның уңғанлығына, оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Инде мәктәпте тамамлап сыҡһаҡ та ул һәр саҡ беҙгә өлгө булып тора.

Әлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.

Сығыу ваҡыты 19-04-2011, 10:10 | Ҡаранылар: 2028
|
  • Ул үҙе рус классикаһы кеүек
  • Мәктәп һәм ғаилә сылбыры ныҡлы булһын
  • БӘХИЛ БУЛ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!
  • Тормош йөгөн бергә-бергә тартып
  • Һәйкәл ҡуйырлыҡ еңгәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM