НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта: һөйөнөргәме, көйөнөргәме?

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта: һөйөнөргәме, көйөнөргәме?


Мәктәптәрҙә ҡулайлаштырыу дауам итә. Күптән түгел Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы бөтөрөүҙе һәм оптималләштереүҙән алынған аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеүҙе талап итте. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡулайлаштырыуҙан 5 млрд һум аҡса экономияларға була.
– Иң беренсе сиратта синыфтарҙа уҡыусылар иҫәбенә иғтибар итергә кәрәк. Синыфта икешәр, өсәр, дүртәр генә бала уҡыған мәктәптәр бар, ә республика буйынса барлығы 115 синыфта берәр генә уҡыусы иҫәпләнә, – тине ул.
Ҡулайлаштырыу тураһында бәхәстәр ҙә дауам итә. Берәүҙәр быны заман талабы, ә мәктәп заман менән бергә атларға тейеш, тип ҡараһа, икенселәр уның кире эҙемтәләрен генә күрә. Уҡытыусылар был хаҡта нимә уйлай һуң?

Флүзә МӘЖИТОВА, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Ҡулайлаштырыу мәктәптәрҙә нисек сағылыш тапты һуң? Беренсенән, балалар һанын тейешле кимәлгә еткереү маҡсатында, параллель синыфтар булған ҙурыраҡ мәктәптәрҙә синыфтар берләштерелде. Һөҙөмтәлә бер синыфта балалар һаны 26 – 28, хатта 30 уҡыусыға барып етте. Әлбиттә, был үҙе үк еңел түгел. 20 бала менән синыфта тәртип урынлаштырып, дәрес аңлатыуы еңелерәкме, әллә 30 уҡыусығамы?!
Шулай уҡ балаларға теманы үҙләштереү, сифатлы белем алыу өсөн дә синыфта балалар һанының әҙерәк булыуы яҡшы. Өҫтәүенә, синыфтарҙы берләштереү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә рус һәм башҡорт кластары бергә ҡушыла. Ә улар рус телен ике төрлө программа буйынса өйрәнергә тейеш. Икенсенән, ауыл мәктәптәренең ҡулайлаштырыуға дусар ителеүе һөҙөмтәһендә балалар ситкә йөрөп уҡыр­ға мәжбүр. Һөҙөмтәлә өр-яңы төҙөк мәктәптәр, шөкөр, беҙҙә улар күп, хужаһыҙ тороп ҡала. Күп осраҡта интернат та юҡ, көн дә автобус менән йөрөткән хәлдә лә, бындай бала төштән һуң өҫтәмә дәрестәргә, курсҡа йөрөй алмай, шулай уҡ берҙәм дәүләт имтиханына ла әҙерлек юҡ, тигән һүҙ. Ҡулайлаштырыуҙың бына шундай күңелде ҡырған яҡтары күп. Мәктәптә эшләгәс, беҙ улар менән көн дә күҙгә-күҙ осрашабыҙ. Әле һөҙөмтәһеҙ сығымдар, ҡулайлаштырыу иҫәбенә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырырға, тиҙәр ҙә ул, тағы ла икенсе уҡытыусының иҫәбенә килеп сыға бит. Сөнки өҫтәмә дәрестәрҙе башҡаса ҡайҙан алаһың? Был да дөрөҫ түгел. Эш хаҡын күтәреүҙең башҡа юлын табып булмаймы икән ни?!

Гүзәл ТИМЕРХАНОВА, мәктәп директоры:
– Ҡулайлаштырыу менән килешеп бөтмәйбеҙ. Беҙҙең мәктәптә 500-ҙән ашыу уҡыусы, параллель синыфтар ҙа бар. Быйыл 11-се класты өс синыф – барлығы 64 уҡыусы тамамлай. Балалар һанына бүлеп ҡарағанда, уҡытыусылар һаны артығыраҡ килеп сыға-сығыуын, әммә кемделер эштән ебәреү мәсьә­ләһе еңел түгел. Пенсия йәшенә етеп килеүсе уҡытыусылар бар, шулар иҫәбенә оптималләштерербеҙ тип өмөт итәбеҙ. Ә дәрестәргә килгәндә, район үҙәгендә булғас, уҡытыусыларға былай ҙа 18-әр сәғәт тура килә, артыҡ дәрестәр юҡ.

Айһылыу ИСҠУЖИНА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы:
– Әлегә тиклем беҙҙең мәктәптә ҡулайлаштырыу һиҙелмәне, тип әйтергә мөмкин. Сөнки уҡыусылар һаны етерлек, шунлыҡтан мәктәпкә ябылыу ҡурҡынысы ла янамай. Быйыл 1-се синыфҡа 13 бала килде, алдағы йылда балалар һаны тағы ла артырға тейеш. Башланғыс синыфтарҙа дүрт синыфҡа өс уҡытыусы эшләп йөрөйбөҙ. Дөрөҫ, ике уҡытыусының эш хаҡы бер ставкаға тулыңҡырамай. Шулай ҙа килешеп, риза булып, үҙ эшебеҙҙе алып барабыҙ. Әле иһә ҡулайлаштырыу иҫәбенә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу тураһында һүҙ бара. Икенсе төрлө әйткәндә, уҡытыусыға дәрестәр һанын арттырыу иҫәбенә. Ә дәрестәр һаны артыуы өҫтәмә эш, өҫтәмә көс тигән һүҙ бит. Тимәк, эш хаҡы арта, тип әйтеү дөрөҫ түгел, минеңсә.

Сығыу ваҡыты 19-02-2011, 15:58 | Ҡаранылар: 1888
|
  • Аптырайһыңмы, юҡмы?
  • Башҡорт телен уҡытыу нисек ҡуйылған?
  • Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәрен өйрәнеү кәрәкме?
  • Мәғариф системаһының үҫеше – республика үҫешенең нигеҙе ул
  • Хәл итәһе мәсьәләләр күп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM