RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Студент тормошона аяҡ баҫҡанда

28.08.2010 Студент тормошона аяҡ баҫҡанда

– Беҙ Илнур менән бер факультетта уҡыясаҡбыҙ. Ә университетта иһә биш клас­таш булабыҙ. Ләйсән биология факультетына уҡырға ингән, Рәйсә – иҡтисад факультетына.
– ҡыҙыҡ, беҙ кемдәр менән бергә уҡырбыҙ икән? Ниндәй дәрестәр булыр?
Урамда бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ике ҡыҙ һөйләшә. Бер яҡтан, улар яңы белем усағында уҡыуҙар башланыуын ҡыҙыҡһынып көтһә, икенсе яҡтан, бөтә республикаға билдәле абруйлы уҡыу йортонда белем алыу бер аҙ ҡурҡыта ла.
Әлбиттә, мәктәп менән юғары уҡыу йортон сағыштырып булмай. Бында, уҡы-уҡы инде, тип йөрөүсе уҡытыусылар ҙа юҡ, нисек уҡып йөрөүеңде күҙәтеп тороусы ата-әсәйең дә эргәңдә булмаясаҡ. Үҙеңә тырышырға, барыһын да үҙ аллы хәл итергә тура киләсәк. Юғары уҡыу йортонда белем алыу ҙур яуаплылыҡ, етдилек талап итә.
Шуға күрә айырыуса беренсе курста ныҡ тыры­шыр­ға кәрәк. Тәүҙән үҙеңде нисек күрһәтәһең, артабан да шулай китәсәк. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, ҡайһы бер уҡытыусылар «зачетка»лағы баһаларға ҡарап ҡына ла студенттың белемен баһалай. Әммә тик үҙ принциптары менән генә эш итеүсе талапсан профессорҙар ҙа бар. Белмәһәң, бер зачетыңды тапшырыу өсөн генә улар йөҙ ҡат йөрөтәсәк. Шуға күрә бындай уҡытыусыларҙың дәрестәрен ҡалдырмауың хәйерле. Һәр лекцияны ентекләп яҙып барыу кәрәк. Шул саҡта ғына зачеттарҙы ла, имтихандарҙы ла ҡыйынлыҡһыҙ бирә алыр­һығыҙ.
Ғөмүмән, беренсе курста бөтә дәрестәргә лә йөрөү мөһим. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр, ә-һә, бында дәрескә йөрөгән-йөрөмәгәнде тикшереүсе юҡ, сессияны былай ҙа бирермен әле, тип дәрескә барһа – бара, бармаһа – юҡ. Әммә сессия килеп еткәс, уларға бик ауырға тура килә. Ни өсөн тигәндә, дәрескә йөрөмәгәс, башта белем юҡ, өҫтәүенә, ҡайһы бер профессорҙар тик үҙҙәренең лекцияһы буйынса ғына имтихан ала, ә дәреслектә яҙылған буйынса түгел. ҡайһы бер фәндәрҙән иһә бер генә дәресте ҡалдырһаң да, артабанғы темаларҙы үҙләштереүе бик ауыр, сөнки улар бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән.
Тәүге курста, тәүге сессияла уҡ һинең яҙмышың хәл ителеп ҡуйыуы бар, сөнки тап беренсе курста уҡый алмаған студенттарҙы төшөрөп ҡалдыралар. Ә улар урынына уҡырға килергә теләүселәр тотош сират булып теҙелгән. Тимәк, уҡырға ингәнһең икән, был бәхетте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн йәбешеп ятып уҡырға кәрәк. Яҡшы уҡыһаң, үҙең өсөн дә һәйбәт, сөнки ай һайын түләнгән стипендия юл сығымдарын ҡаплауға йәиһә үҙәк ялғап алырға ярап ҡалыр. Студенттың стипендияһы – 1200 һум. Ә инде тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшәһең икән, 1800 һум аласаҡһың.
«Мин ручкамды онотоп ҡалдырғанмын», «Дәфтәрем өйҙә ҡалған» – бындай яуаптарҙы онот, һин хәҙер студент, мәктәп уҡыусыһы түгел. Һәр нәмәңде теүәлләп һалып алып йөрөргә өйрән. Расписаниены ла дөрөҫләп яҙып ал, ҡасан, ниндәй дәрес башлана, ҡайһы аудиторияла була һ.б.
Лекцияла нимәлер аңлашылмай икән, уҡытыусы янына барып һорашырға уңайһыҙланмағыҙ. Юғары уҡыу йортонда эшләһә лә, улар ҙа мәктәп уҡытыусыһы кеүек үк ябай, өҫтәүенә, белемгә ынтылған студентты һәр уҡытыусы ла хөрмәт итә. Ә уҡытыусылар тураһында яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, өлкән курс студенттары менән дуҫлашығыҙ. Уларҙы студенттар үҙҙәренән дә яҡшы белә!
Тәүге йылығыҙҙы тулы­һынса уҡыуға бағышларға кәрәк. Уҡыу йортон ныҡлап өйрәнегеҙ, ҡайҙа ниндәй кафедра, аудитория, лаборатория урынлашҡан – биш бармағың кеүек белеү зарур. Юғиһә теге йәки был аудиторияны эҙләп тапҡансы ярты лекцияны үткәреп ебәреүең бар. Китапханаларға йөрөп, өҫтәмә уҡыу әсбаптары алығыҙ. Группалаштарығыҙ менән дә ныҡлап танышып, дуҫлашып алырға тырышығыҙ. Дуҫтар булғанда уҡыуы ла күңеллерәк, һорау­ҙар килеп тыуғанда бер-береңә ярҙам да итәһең.
Уҡыу йортонда ниндәй түңәрәктәр, секциялар эшләй, ниндәй конкурстар, олимпиадалар, ғилми конференциялар, тикшеренеүҙәр – улар менән дә ҡыҙыҡһын. Студенттар тормошонда ни тиклем әүҙемерәк ҡатнашһаң, шул тиклем уҡыуы ла еңелерәк һәм күңеллерәк булыр, ата-әсәйеңде, мәктәбеңде, синыфташтарыңды һағыныу тойғоһон да баҫырға ярҙам итер.
Һәр уҡыу йортонда студенттарға төрлө ташламалар ҡаралған, шулай уҡ һәләттәрен үҫтереү, өҫтәмә белем алыу, сәләмәтлеген нығытыу өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Мәҫәлән, ғилми эштәр конкурсында еңеүселәргә гранттар тапшырыла, шулай уҡ уҡыу йортоноң үҙенең исемле стипендиялары булыуы ихтимал. Уҡыуҙа ғына түгел, һәр йәһәттән үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән студенттар Президент стипендияһына дәғүә итә ала. ҡайһы бер уҡыу йорттарында сит ил вуздары менән ныҡлы бәйләнеш булдырыл­ған. Тимәк, сит илгә барып уҡып ҡайтыу мөмкинлеге лә булыуы ихтимал. Деканаттан, студенттар профкомынан былар хаҡында белешә алаһығыҙ.
Спорт менән дуҫ студенттар һәр уҡыу йортонда юғары баһалана. Сөнки улар вуздар араһында ойошторолған ярыштарҙа, республика, Рәсәй кимәлендә үткән бәйгеләрҙә уҡыу йортоноң абруйын күтәрә. Ә республика вуздарында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Хәҙер һинең йортоң – дөйөм ятаҡ

Студент осороноң иң ҡыҙығы – дөйөм ятаҡтағы тормош. Әммә дөйөм ятаҡ та кисәге уҡыу­сылар өсөн ҙур һынауға әйләнеүе бар. Сөнки бында әсәйеңдең ҡайнар сәйе, тәмле бәлештәре көтөп тормай. Үҙеңә ашарға бешерергә, бүлмәңде тәртиптә тоторға кәрәк. Өҫтәүенә, ете ят бүлмәләштәр менән килешеп йәшәргә кәрәк. Һәр кемдең – үҙ характеры, үҙ тәртибе. Бүлмәлә татыулыҡ булмаһа, уҡыуға ла күңел төшмәйәсәк. Шуға күрә тәүҙән үк бүлмәләштәрегеҙ менән дуҫлашырға тырышығыҙ. Йорт эштәрен бүлешеп эшләргә өйрәнегеҙ. Бының өсөн дежурлыҡ графигы булдырһағыҙ, тағы ла һәйбәтерәк. Ул саҡта: «Һин һауыт-һабаны йыу, һин ашарға бешер», – тип бер-берегеҙгә һылтанып ултырмаҫһығыҙ.
Дөйөм ятаҡ булғас, һинеке-минеке юҡ, тип, һеҙҙең әйберҙәрегеҙгә, аҙыҡ-түлегегеҙгә хужа булырға теләүселәр ҙә табылыр. Шуның өсөн алдан уҡ был хаҡта ла һөйләшеп ҡуйығыҙ – әйберҙәрегеҙгә тейергә рөхсәт итәһегеҙме, юҡмы, бергәләп ашайһығыҙмы, әллә һәр кем аҙыҡ-түлекте айырым һатып алып, үҙенә айырым бешерәме һ.б.
Янығыҙға ҡунаҡтар йыш килһә лә, бүлмәләштәрегеҙгә оҡшамауы бар. Шуға күрә ҡасан, кемде саҡырырға, йә ҡайҙа осрашырға алдан уйлағыҙ.
Сессия ваҡытында, дәрес әҙерләгәндә бер-берегеҙгә ҡамаусаламаҫ өсөн, аҡыртып музыка тыңламаҫҡа, ҡысҡырып һөйләшмәҫкә лә өйрәнергә тура килер. Бер-береңде хөрмәт иткәндә генә дуҫ-татыу йәшәп була.
Ошонда яҙылғандарға бер аҙ ғына ҡолаҡ һалһағыҙ, студент тормошона өйрәнеүе ауыр булмаҫ.

Балам уҡырға инде, студент булды, тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ. 1-се курста ул үҙенең студентлығын иҫбат итергә тейеш әле. Беренсе сессияны бирә алмаһа, уның урынын башҡалар алыуы ихтимал. Шуға күрә улығыҙҙың йәиһә ҡыҙығыҙҙың нисек уҡыуы менән даими ҡыҙыҡһынып тороғоҙ.

Бында дәрескә йөрөү-йөрөмәүҙе тикшереп тороусы юҡ, тип, ҡайһы бер йәштәр уҡырға илке-һалҡы йөрөй. Шунлыҡтан балағыҙҙы контролдән ысҡындырмағыҙ. Шылтыратып, дәрескә йөрөү-йөрөмәүе, ниндәй фәндәр үтеүҙәре тураһында һорашып тороғоҙ. Деканатҡа шылтыратһағыҙ ҙа ғәйеп түгел.

ҡала тормошоноң ымһындырғыс яҡтары ла күп. Шуға күрә, төп маҡсат уҡыу икәнен онотоп, йәштәрҙең башҡаһы менән мауығып китеүе лә бар. Ата-әсәләргә иһә, баламды урынлаштырҙым, тип тынысланырға түгел. Насар компанияға эләгеп китеп, яңылыш юлға баҫмаһын тиһәгеҙ, студентығыҙҙың буш ваҡытын нимә менән үткәреүен, кемдәр менән аралашыуын белеп торорға тейешһегеҙ.

ҡалала йәшәү арзан түгел, һәр аҙым һайын аҡса кәрәк. Шуға күрә балағыҙға биргән аҡсағыҙ етерлек булһын. Шул уҡ ваҡытта уны һаҡсыл тотонорға ла өйрәтегеҙ.



Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!