НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Имтихандарҙа ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала

Имтихандарҙа ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала


Ситтән күҙәтеүселәрҙе БР Мәғариф министрлығы аккредитациялаясаҡ. Аккредитацияға ғаризалар ҡабул ителә башлаған һәм ул 5 апрелдә тамамлана. Уны үтеүселәргә билдәләнгән өлгөләге танытма бирелә. Тик ситтән күҙәтеүселәр БДИ-ға әҙерлек эшенә һәм уны үткәреүгә ҡыҫылырға, йомғаҡлау аттестация комиссияһы ағзаларына булышлыҡ итергә йәки ҡамасауларға, мобиль элемтә менән ҡулланырға, аудиториянан сығырға тейеш түгел. Имтихан ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында ул БР Дәүләт имтихандар комиссияһына йәки БР Мәғариф министрлығына хәбәр итә ала.
Әйткәндәй, сығарылыш кластары уҡыусыларына ниндәй фәндән БДИ тапшырасаҡтарын билдәләргә бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды – 1 мартҡа улар билдәләнергә тейеш. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: вуздар ҡабул итеү ҡағиҙәләрен һәм имтихандар исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Алдан имтихандар биреү 20 апрелдә үк башланасаҡ. Был форсат менән киске мәктәптәр сығарылыусылары, армияға саҡырылыусылар, имтихандар осоронда халыҡ-ара ярыштарға китергә тейешле спортсылар, сит илгә даими йәшәргә китеүселәр йәки етди дауаланыу, операция көтөүселәр файҙалана ала.
БДИ-ның төп өлөшө 27 майҙан 20 июнгә тиклем барасаҡ. Мотлаҡ имтихандарҙы тәүге тапҡырҙан тапшыра алмағандар 20 июнгә тиклем ҡайтанан һынау үтә ала.
Имтихандарҙы тапшырыуҙың икен­се тулҡыны 8 июлдән 18-енә тиклем билдәләнгән. Унда мәктәпте үткән йылдарҙа тамамлаған һәм вузға инеү өсөн БДИ һөҙөмтәләре талап ителгән кешеләр, шулай уҡ техникум һәм училище тамамлағандар ҡатнаша ала.
Мәғариф министрлығында әйтеү­ҙәренсә, быйыл вузға инеү ҡағиҙәләре үҙгәрешһеҙ ҡалдырыл­ған.
БР Мәғариф министрлығында 273-20-87 номеры буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башланы. Уға шылтыратып, берҙәм дәүләт имтихандары буйынса килеп тыуған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Бынан тыш, БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталы ла – http://www.ege.edu.ru/ – эшләй. Унда БДИ – 2011 буйынса демонстрацион материалдар, онлайн-тестар үтергә, бланкыларҙы тултырыу тәртибе, БДИ расписаниеһы, вуздарға һәм ссуздарға уҡырға инеү шарттары менән танышырға мөмкин.

Р. ЙӘНСУРИНА.

Сығыу ваҡыты 12-02-2011, 11:36 | Ҡаранылар: 1608
|
  • Имтихандар тамам, сығарылыш кисәләре башланды…
  • Имтихандар тамам, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Сит илгә уҡырға барырға теләһәгеҙ
  • БДИ хәл иткес роль уйнай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM