RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ура! Сессия тамам!

25.01.2011 Ура! Сессия тамам!

Ура! Сессия тамам!Сессия! Ошо бер генә һүҙ студенттарҙың ҡотон осороп, сәстәрен үрә торғоҙа. Уны нисек һәйбәт тапшырырға һәм шул уҡ ваҡытта нервыларҙы ҡаҡшатмаҫҡа? Нисек 60 – 100 һорауға яуаптарҙы ятларға, йәки булмаған белемең менән уҡытыусыны төп башына ултыртырға? Икеһе лә ҙур оҫталыҡ талап итә. ҡыйы-ы-ын! Әммә ҡотолғоһоҙ! Сессияны үткәреп ебәреү өсөн күпме физик һәм мораль көс талап ителеүен студенттар үҙҙәре генә белә. Тик, нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, сессия артынан сессия үтә, ә студент бер курстан икенсеһенә күсә тора.
Был йыл да бүтәндәренән артыҡ айырылмай. Яңы йыл байрамдары үтеү менән студенттар тағы университеттарына имтихан тапшырырға йыйылды. Уҡыу йорттарында шау-шыу, ҙур йәнлелек хөкөм һөрә. Аудиторияның ишек төбөндә бер төркөм студент йыйылған да, йыл буйына ла уҡып өлгөрмәгән китаптарын, дәфтәрҙәрен шарт-шорт аҡтарып, баштарына нимә лә булһа һеңдерергә тырыша. Ай-һай, бындай саҡта уйлап та, аңлап та булмай шул. Ишектән берәүһе килеп сыға.
– Йә, нисек?
– Яңынан килергә ҡушты. Пе­ресдача...
ҡалғандарҙың күҙҙәре ҡурҡыу­ҙан ҙур итеп асыла һәм унда ошо ҡурҡыу тойғо инеп оялай ҙа, оҙаҡ ҡына ташлап китмәй әле. Ишектән икенсеһе күренә.
– Шунан. Йә, нисә? Әйт тиҙерәк.
– «Бишле»!
Йонсоған йөҙҙәр бер аҙ тыныслан­ғандай булып ҡала.
– Ниндәй һорау эләкте?
– Күп һораймы?
– Юрамал батырмаймы?
Был йыл буйы уҡымай йоҡо һимерткән ялҡау студенттарҙың ғына өлөшө түгел. Тик һәйбәт билдәләргә генә өлгәшеүсе егет-ҡыҙҙар ҙа, инеп, билдә алып сыҡҡансы ҙур стресс кисерә.
Әммә бөтә уҡыу йорттарында ла имтихандар берҙәй үк түгел. Башҡорт дәүләт медицина университеты беҙҙе хатта шомло тынлыҡ менән ҡаршы алды. «Имтихандар!» – тип аңлаттылар беҙгә. Бында имтихан яҙма рәүештә үтә икән, шуға ла тыныс. Бер кем дә коридор буйлап ҡурҡыу таратып йөрөмәй. Инеп, ике сәғәт яҙма эш эшләйҙәр ҙә, вәссә­ләм. Вәссәләм, тип әйтеүе генә рәхәт, ә имтихандары өс этаптан тороуын иҫәпкә алһаң, телдән биреүе күпкә еңелерәктер, тип уйлап ҡуяһың. Тәүҙә улар тест яҙа, аҙаҡ практик оҫталыҡ туплай, шунан ғына яҙма имтихан. «Телдән тапшырыу күпкә еңелерәктер, – ти әле генә оператив хирургия буйынса имтихан биреп сығыусы Айгөл Моратова менән Татьяна Максимова. – Белмәһәң, өҫтәмә һорауҙар алырға, уҡытыу­сы менән «кешесә» һөйләшергә лә була».
Ә бындай имтиханда субъектив ҡарашҡа урын ҡалмай. Күсереп тә, шпаргалкаларҙы ла, «аська»ны ла, телефонды ла, «hand, s free»ны ла ҡулланып булмай. Аудиторияға инер алдынан уҡытыусы һәр береһен ентекләп тикшереп сыға. Шулай булмай, беҙ бит киләсәгебеҙҙе, һаулығыбыҙҙы тап ошо медицина өлкәһендә белем алыу­сы студенттар ҡулына тапшырабыҙ. Ә «белемһеҙ медицина хеҙмәткәре» тигән һүҙҙән үк ҡурҡыныс булып китә хатта.
Имтиханды тапшырып сыҡҡас, бында ла шаулаша башланылар: кем нисек яҙған, белгән һорау эләккәнме, белмәгәнеме, ниндәй билдә ҡуйыр­ҙар?.. Әйткәндәй, ниндәй баһа буласағы алдан уҡ күҙаллана. Сөнки йыл буйы тырышып уҡып, әллә нисәмә зачет тапшырып, дөйөм билдә сығарыла. Ул имтиханда ниндәй билдә ҡуйыласағына йоғонто яһай. «Өйҙән бер аҙым тышҡа ла сыҡмай, ятланыҡ, – ти студенттар. – Тамам арып бөттөк. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә артта ҡалып килә».
Күптәр ошо көнгә сессияһын япты. Тағы ла бер семестр артта ҡалды. Ә алда – каникул. Ял, саф һауа, тәмле, тыныс йоҡо, һырғалаҡ һәм конькиҙар... Бер айға яҡын­ үҙебеҙҙе шуларҙан мәхрүм иттек. Һәм, ниһайәт, сессия тамам. Ура!

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!