RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ, ИЗГЕЛЕК ӨЛӘШЕҮСЕ

22.01.2011 ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ, ИЗГЕЛЕК ӨЛӘШЕҮСЕ

Ауыл урамы буйлап талғын ғына мөләйем ҡатын атлай. Уның ғүмер юлы ла ошо юл кеүек һыҙылып барҙы, шунда үтте. Ана бит, күҙ күреме аралығында уның сая йәшлеге үткән ҡыҙҙар тауы, шатлығын да, ҡайғыһын да үҙендә сер итеп һаҡлаған Керәүле йылғаһы, бөтә ғүмере үткән мәктәбенән шау-гөр килеп уҡыусылары, хеҙмәттәштәре урам­ға ағыла, ана, борсолоу-һағыштарын да уртаҡлашып йәшәүсе ут күршеләре йорт араһында йүгерешә, ана, ошо ауылға килен булып төшкәндән алып йәшәгән өйөнөң тәҙрә яңағына таянып, йылмайып, уның ғүмерлек таянысы – тормош иптәше көтөп тора... Күңеленән генә тормош хәтирәләрен барлай-барлай барған ҡатын аҙымын тиҙләтте: ашығырға кәрәк, бына-бына әсәләрен юбилейы менән ҡотларға уның ғәзиздәре – балалары йыйыласаҡ...
Тыуған йорт нигеҙенән дә нығыраҡ тартыу көсө юҡтыр ул донъяла. Әгәр ҙә унда йылы ҡараштарын юлға төбәп, ҡолас йәйеп көтөп торған яҡындарың булһа – бигерәк тә. Әсәләре Минирә Фәйзулла ҡыҙы Ижбаеваның юбилейын байрам итергә Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылына ҡайтҡан балалары быға тағы бер ҡабат инанды.
Эйе, 1951 йылдың 20 ғинуарында ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында Сәхибъямал һәм Фәйзулла Хәсәновтарҙың ғәиләһенә тағы ла нур өҫтәп ҡыҙ бала донъяға килә. Үҙенә ҡарата талапсан, сая бала хеҙмәт һөйөп үҫә. Был сифаттар уға Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамларға, тормош иптәшен табырға ла ярҙам итә.
Минирә Фәйзулла ҡыҙы – үҙенең оло йөрәгенә барлыҡ яҡшы сифатты туплаған һәм тормошта үҙ урынын тапҡан гүзәл зат.
Һәр ҡатын-ҡыҙ бәхет төшөнсәһен ғаилә менән бәйләй. Минирә Фәйзулла ҡыҙы тормош иптәше Фәрит Мырҙабулат улы менән үҙҙәренең йылы ҡанаттары аҫтында инсафлы өс ул – Ришат, Ринат, Эдуардты үҫтерҙе, аяҡҡа баҫтырып, оло юлға сығарҙы. Улар үҙҙәре бөгөн кешеләргә рухи яҡтылыҡ таратып, ата-әсәһенән алған аҡыл-кәңәштәр­ҙе үҙ балаларына өйрәтеп йәшәй. Береһенән-береһе уңған килендәре, ҡәйнәләре кеүек, тормоштарын уҡытыусы һөнәренә бағышлаған. Ейәндәре иһә мәктәптә уҡый, үҙҙәренең уңыштары менән шатландыра.
Минирә Фәйзулла ҡыҙы барлыҡ ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә, уларҙың йәндәренә йылы өләшеүгә, йәшәү сатҡыһы бүләк итеүгә бағышланы. Ул 40 йылға яҡын Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Уҡытыусы hөнәре сикhеҙ изгелек, сабырлыҡ hәм яуаплылыҡ талап итә. Иғтибарлылығы, бар күңелен биреп эшләүе, яуаплылығы эҙһеҙ ҡалманы – ул «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды.
Тәбиғәт биргән аҡыллылыҡ, һынмаҫ көслө рухығыҙ, тормошто, кешеләрҙе һөйөү тойғоһо Һеҙҙе мәңге ташламаһын! Кешеләргә өләшкән йылы хистәрегеҙ, мәрхәмәтлелегегеҙ үҙегеҙгә изгелек, көндәлек бәхет нуры булып әйләнеп ҡайт­һын. Тыуасаҡ көндәрегеҙгә ҡыуанып, донъя йәмен, матурлығын тойоп, күңел кинәнестәре, бәхет тойғоһо кисереп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын!

Мөнир ИЖБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!