НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тиҫкәренең дә тиҫкәреһе

Тиҫкәренең дә тиҫкәреһе


Тиҫкәренең дә тиҫкәреһе
«Әсәй, тағы саҡ ҡына уйнайым да...» Бөҙрәханаға ингәс, балаға телефон тотторорға тура килде. Сөнки салон буйлап йүгерә башланы, шкафтарҙы асып ҡарай, төрлө флаконға, ҡайсыларға үрелә. «Мә, телефон!» – ҡул һуҙыуға, ауыҙ ҡолаҡҡа етте, әллә шуны ҡулға төшөрөү өсөн юрамал ҡылана?! Үҙе әйтмешләй, «әсәйҙе тәтәй иткәнсе», бүтән тауыш - тыны сыҡманы. Хәҙер инде ҡулынан телефонды алып булмай.
– Бесәй асыҡҡан бит, ашатайым да. Ашамаһа әтеү эсе ауыртыр…
Бер аҙ көтәм быны. Эй, һуҙыла бала, «аҙыҡтың» теләһә ниндәйен түгел, һайлап ҡына бирә.
– Инде пижамаһын кейҙереп йоҡларға һалайым! – ә ул бесәйҙең 50-ләгән «кейеме». Бөтәһен дә барлай башлағас, ваҡыт оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Үҙем ярҙамлашырға булдым, йәнәһе, тоттом да береһен «кей­ҙер­ҙем». «Юҡ, ул бит машиналар төшөрөлгән пижамаһын ярата!» – бала сар итеп ҡалғанға бөтә бөҙрәхана боролоп ҡараны. Ҡыҫҡаһы, теге-был сәбәбен табып, телефондан айырылмай бит. Өгөтләп тә, юхалап та, төрлөһөн вәғәҙәләп, алдап та ҡарайым, юҡ… Минең сабырлыҡ та шарт һынды. Телефонды ҡулынан тартып алып, салондан елдереп сығып киттем. Улым аҡырып илап, артымдан эйәр­ҙе.
Бына тағы мин монстр әсә, тағы улым менән тупаҫ ҡыландым. Икәүләп илап ҡайтып киләбеҙ, бала ҡысҡырып, мин йәшләнеп. Ошондай минуттарҙа бала тәрбиәләү буйынса барлыҡ ҡағиҙәм юҡҡа сыға – сабырлыҡ тигәнгә өйрәнеп буламы, юҡмы? Баланың тағы бер еңмешләнеүе алдында үҙеңде лайыҡлы тота белмәнең, тағы ла дауыл ҡуптарҙың, тип әрләйем үҙемде.
Бала тәрбиәләгәндә түҙемлек, түҙемлек һәм түҙемлек кәрәк, тип яҙа барлыҡ психологтар. Бәлә­кәстең үҙһүҙлеләнеүе йыш ҡына олоғара ғауғаға әйләнеп китә, хис-тойғолар бәрелешеп, күҙ йәштәре даръя булып аға. Үҙеңде ҡулда тота алмайынса, сығырыңдан сығаһың. Унан инде бала алдында үҙеңде ғәйепле тойоп, иркәләйһең, ғәфү үтенәһең. Таныш хәлме?
Мин үҙем дә бала саҡта үҙ һүҙле булдым. Атай-әсәй нисек түҙгәндер, ә бына сыбыҡ тейгәнен бер ҙә хәтерләмәйем. Әсәйемдең: «Һеҙ ҡағылмай-һуғылмай үҫтегеҙ. Үҙегеҙ ҙә балағыҙ алдында йоҙроҡ уйнатып тормағыҙ», – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Нисек уртаҡ тел табып йәшәргә һуң? Берәү ҙә бала тәрбиәләргә белеп тыумай. Тора-бара улымдың тәбиғәте шундай икәнен, Искәндәрҙе ҡысҡырып еңеп булмаясағына төшөндөм. Уны мин киләсәктә төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп күрергә теләһәм, мин-минлегенә аяҡ салырға тейеш түгелмен. Тупаҫлыҡ, ҡырыҫлыҡ, баҫым яһау бала менән араны алыҫайта. Әсәһенә ҡарата ихтирамы булмаһа, үҫә килә үҙенә ситтән абруйлы кеше эҙләйәсәк.
l Хоҙай миңә бик аҙ биргән сабырлыҡты усҡа йомарлап тотоп, баланың һәр мыжыуына иғтибар итмәҫкә өйрәнә башланым. Теге-был хәл килеп тыуһа, кәйефем бармы- юҡмы, улымды көлдөрә башлайым. Юморҙы бигерәк ярата икән үҙе! Турһайып бер минут та ултыра алмай, миңә «бирешә», үҙе лә ҡушылып китә.

l Атаһы вахта ысулы менән эшләгәнгә күрә, ялға ҡайтһа улын иркәләтеп туя алмай. Йәғни атай юл ҡуя, ә әсәй – юҡ. Ирем менән бер һүҙле булырға килештек, сөнки беҙҙең тәрбиәләү алымдары арҡаһында ҡаршылыҡтар килеп тыуа башланы. Ғаиләлә атай-әсәй бер һүҙле булыр­ға тейеш.
l Самаһыҙ әпәүләп тормайым, бер ваҡыт асфальтҡа йығылды һәм тубығы ҡанай башланы – «Малай саҡта улай ғына була инде ул!». Быға тиклем: «Ҡана «өф» итәйем! И, бәләкәсемде, ҡалай ныҡ ауырттыр­ған», – тип ах та ух килә инем. Хәҙер барлыҡ йәлләүемде үҙ эсемдә тоторға тырышам.
l Кәрәгенән артыҡ тыймайым да. Ошоға бәйле хәл магазинда булды. Супермаркетка килеп инеү менән бөтә әйберҙе тотоп ҡарарға тырыша, ә үҙе күҙенең сите менән мине күҙәтә. Әсәйҙән ҡырҡ тапҡыр: «Теймә», «Тотма», «Үрелмә» кеүек тыйыу һүҙҙәрен ишетмәгәс, витриналарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы һүрелде лә ҡуйҙы бының. Уйынсыҡтар тирәһендә генә өйрөлөп алды ла, миңә эйәреп тыныс ҡына кассаға юл тотто.
l Үҙенә һайлау мөмкинлеге бирәм – ҡайһы футболканы кейергә теләйһең, китап уҡыйыҡмы әллә һүрәт төшөрәйекме, велосипедта бараһыңмы әллә йәйәүме, тигәнерәк. Уның фекере менән ҡыҙыҡһына башлағас, бала үҙен яуаплыраҡ, етдиерәк тота кеүек.
l Балаға «Юҡ!» тип ҡаты ғына бер тапҡыр әйтәм дә, уның илағанын ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Мин иғтибар итмәгәс, ул да ризаһыҙлыҡ күрһәтеүҙең ҡыҙығын күрмәй. Битараф булып оҙаҡ ҡылана алмайым, сөнки бала үҙен кәрәкмәй, тип хис итә башлай. Үҙе килеп ҡосаҡлай, яратыуын белдерә, ҡыҫҡаһы, нисек булһа ла әсәйҙең иғтибарын кире яуларға кәрәк, ә низағ сәбәбе уның өсөн күптән онотолған.
l Ҡайһы ваҡытта бер һүҙһеҙ теләген үтәп ҡуям, инстинктив рәүештә еңмешләнергә йыйынған бала аптырап ҡала, яуап итеп, минең үтенесте лә тыңлай.
Үҙ-үҙемде төрлөсә тотоу баланың ҡаршылашыу өйәнәктәрен юҡҡа сығара башланы. Мәйтәм, тырыш­һаң була икән. Ысынлап та, түҙемлек кәрәк, ә баланың тартҡылашыуына ҡаршы көрәшергә кәрәкмәй­ҙер. Уның кирелеге ҙурайғас, үҙһүҙлелеккә әйләнәсәк бит. Минеңсә, ул бер ҙә насар сифат түгел. Үҙ һүҙле булыу – маҡсаттарға ирешеү өсөн иң мөһиме.
Шулай итеп, тиҫкәреләнмәгән бала булмайҙыр ул. Тик был сифатты киләсәктә үҙенә файҙа килтерер­ҙәй йүнәлешкә бороп ебәрергә генә кәрәк. Яратыу һәм, әлбиттә, түҙемлек аша.

Сығыу ваҡыты 14-07-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 159
|
  • “Әсәй, уҡыйыҡ әле!”
  • Балалар нисек ишетә?
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
  • Балағыҙ өсөн һеҙ кем?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM