НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Уйнағым килмәй!»

«Уйнағым килмәй!»


«Уйнағым килмәй!»
Уйынсыҡтар менән өй тулған, ә баланың һис тә уйнағыһы килмәй. Магазинға барырлыҡ түгел – яңы уйынсыҡ талап итә башлай. «Көн дә тәтәй һорайһың, кисә һатып алғаны менән йүнләп уйнаманың да!» – тип әрләй ата-әсәһе.
Барлыҡ әйберҙең мул осоронда йәшәйбеҙ, аҡсаң ғына булһын. Беҙ бала саҡта бындай уйынсыҡтар төшкә лә инмәне. Шулай аҡланып, үҙебеҙ күрмәгәнде балаға һатып алырға тырышып, саманан тыш ҡыланабыҙ түгелме? Кәштәләге тәтәйҙәр күплегенән күҙ ҡамаша, түҙмәй, йә быныһын, йә тегеһен һатып алып ҡайтабыҙ. Ә бәләкәс бер-ике сәғәттән һуң уйынсыҡтан баш тарта…

Йәшереп торорға
Һәр ата-әсә бының аша үтә торғандыр – барлыҡ уйынсыҡ ялҡытты, яңылары кәрәк. Уйынсыҡтар артыҡ күп булһа, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмей шул. Педагогтар һәм психологтар әйтеүенсә, артыҡ күп уйынсыҡ балала икеләнеү тыуҙыра – ә ҡайһыһын һайларға? Шуға күрә, бала уйнап ялҡһа, уйынсыҡтарҙы йәшереп ҡуйыу варианты бар. Күпмелер ваҡыттан улар «яңырыр». Тик бәләкәс йәшергәнде күрмәһен, ҡайҙа икәнен белһә, уйынсыҡты үҙе барып аласаҡ. Ул саҡта ҡыҙығы булмаясаҡ. Бала үҙенең онотолған элекке уйынсыҡтарына яңыһына ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуана. Ниндәйҙер хәтирәләргә бәйле булған йомшаҡ айыуҙар, машиналар һәм ҡурсаҡтар айырыуса ҡәҙерле бит. Шулай ҙа балағыҙ ҡулынан төшөрмәгән тәтәйҙе йәшеререргә ярамай.

Яратҡан тәтәй гаджет булһа…
Бәләкәсегеҙ компьютер уйындарына әүрәп, уйынсыҡтарҙан баш тарта икән, был хәлдән сығыу еңел булмаясаҡ. Гаджеттар менән мауығыу ябай уйынсыҡтарҙы икенсе планға күсерә. Ысын уйын барышында баланың аҡыл үҫешенә бер ни ҙә етмәй, әлбиттә.
Нисек кенә ауыр булмаһын, балағыҙға планшет тоттороп йәки компьютер артына ултыртып ҡуйырға тырышмағыҙ. Телевизор һәм планшет ата-әсә өсөн генә уңайлы, ә балаға оло зыян килтерә. Әҙер картиналарҙы «йота-йота», сифатлы һәм үҫтереүсе булыуҙарына ҡарамаҫтан, бала үҙе уйлап табыу һәм үҙ ҡулы менән эшләү стимулынан яҙа. Йәғни ижади яҡтан һүлпәнәйә. Ике йәшкә тиклем балаға телевизор ҡарарға бөтөнләй ярамай, ә 2 – 5 йәшлектәр өсөн – 40 минут, 5 йәштән өлкән балаға бер сәғәт ҡарарға мөмкин.
Ә инде гаджетты һүндерһәгеҙ, нервы системаһы тиҙ ҡуҙғыусан бала истерикаға бирелә, уҫал һәм агрессивҡа әйләнә. Был саҡта уның менән килешеү юлын табыуы еңел түгел. Иң дөрөҫө – компьютерҙы бөтөнләй тыйыу. Тәүге ваҡытта ауырыраҡ буласаҡ. Баланы төрлөсә әүрәтеү һеҙҙең бурыс – тышта, бергәләшеп уйындар, түңәрәктә шөғөлләнеү,
Әйткәндәй, бәләкәй сағында уйнап үҫмәгән балаға киләсәктә тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел тапмау һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итә алмау, яуапһыҙлыҡ һәм башҡа ауырлыҡтар хас. Табиптар хатта инфантилизм ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртә: уйнамаған балаларҙа физик һәм психик үҫештә артта ҡалыу, ҙурай­ғас та балалыҡ сифаттары һаҡланыуы күҙәтелә. Ә иң хәүефлеһе – балала уйын манияһы ауырыуы аҙыуы мөмкин. Был сир оҙаҡ һәм ауыр дауалана, ҡайһы берәүҙәр унан бер ваҡытта ла ҡотола алмай.

Үҙ йәшенә яраҡлы
Өс йәштән бәләкәй балаға уйынсыҡ менән нисек уйнарға икәнлеген күрһәтеп бирергә кәрәк. Әгәр ҙә ул уйынсыҡ менән уйнау өсөн башҡа юл тапты һәм уның зыяны юҡ икән, әйҙә күңел асһын. Бәлки, бала үҫкән һәм уға үҙ йәшенә яраҡлы уйынсыҡтар кәрәктер. Сөнки сабый ҙурайыу менән аң үҫеше талабы ла үҫә. Улыма бер ай элек универсаль конструктор һатып алдыҡ, Искәндәр өй, самолет, ракета, машина, паровоз кеүек үҙе теләгән һәр әйберҙе эшләргә оҫтарып алды. Был конструкторҙы уйлап табыусыға мең рәхмәт уҡыйым, сөнки баланың фантазияһы, уй ҡеүәһе көндән-көн күҙгә күренеп үҫешә.

Идея бирергә онотмағыҙ
Өлкәндәр көн дә бала ыңғайына машина йөрөтөп, ҡурсаҡ уйнатырға тейеш түгел, әлбиттә. «Минең менән уйна!» – тип мыжыуынан нисек ҡотолор­ға белмәй, теләр-теләмәҫ уйынға тотоноп, ҡайһы саҡ үҙебеҙҙең өмөтһөҙ кәйефте балаға ла еткерәбеҙ. Уйнайһығыҙ икән, ҙур теләк менән ихлас ҡушылығыҙ. Юҡ икән, маҡтап дәртләндереп ебәрегеҙ, уйынды ситтән күҙәтеп тороуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
Бала күңелһеҙлеккә зарланһа, уға идея биреү ҙә етә. Иҫке уйынсыҡтарға яңы образ, сюжет уйлап табырға була. «Һин бөгөн автобус водителе. Автобусҡа айыу, ҡуян, бал ҡорто ултырып алған, ти. Пассажирҙар билет алған һәм ҡуҙғалып киткән» һ.б. – артабан тыныс ҡына йорт эштәре менән булышығыҙ. Бала уйынды үҙе дауам итәсәк.

Сама кәрәк

Шулай итеп, бармаҡ төртөп күрһәткән һәр тәтәйҙе һатып алмағыҙ, бала өсөн уйынсыҡ ҡәҙерле булырға тейеш. Әйбер ҡыйбат булмаһа ла, барыһын да һатып алыу мөмкин түгеллеген аңлатығыҙ.
Балаһына тик үҫтереүсе уйынсыҡ һатып алған һәм сабыйҙың иртә үҫешенә айырым иғтибар бүлгән ата-әсәләрҙе беләм. Бындай тәрбиә алымын ҡулланып, бер шөғөл артынан икенсеһен йөкмәтеп, артыҡ мауығыу ҙа дөрөҫ түгел. Ҡайһы ваҡытта яңғыҙына уйланып ултырырға ла форсат бирегеҙ. Мәҫәлән, ҡомдо бер тауҙан икенсеһенә өйә икән, үҙенсә тирә-яҡ мөхитте өйрәнеп ултыра. Уға ҡамасауламағыҙ, һорауҙары тыуһа, бәләкәс үҙе мөрәжәғәт итер.
Ни тиһәң дә, бер ниндәй ҙә уйынсыҡ ата-әсә менән бергә аралашып ваҡыт уҙғарыуға етмәй. Һеҙҙең уйында ҡатнашыуығыҙға сабый ысын күңелдән шатлана – пластилин әүәләү, һүрәт төшөрөү, тамаша ҡуйырға тәҡдим итһәгеҙ. ҡыуанысынан һикергеләп, хатта сәпәкәйләп ебәрә.

Сығыу ваҡыты 25-03-2018, 07:30 | Ҡаранылар: 158
|
  • Үпкәсел балаға нисек ярҙам итергә?
  • Баланы нисек йыуатырға?
  • «Әсәйем янымда, тик ул интернетта»
  • Зәңгәрме, алһыумы?
  • Балағыҙ өсөн һеҙ кем?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM