НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Әсәй, уҡыйыҡ әле!”

“Әсәй, уҡыйыҡ әле!”


“Әсәй, уҡыйыҡ әле!”
Бала саҡта китапты күп уҡыным, китап “ене” ҡағылған бала булдым. Өйөбөҙҙә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”ы пәйҙә булғанда, хәреф танымай ҙа инем. Был әҫәрҙәр менән тиҙерәк танышыр өсөн уҡый белгән һәр кемгә инәлә торғайны: ағай-апай минән ҡасыу яғын ҡарай, эштән арып ҡайтҡан атай-әсәй бер-ике биттән һуң йоҡлап китә, ә өләсәйҙең күҙе насар күрә. Кемдән уҡытырға белмәй, китапты ҡосаҡлап үкһеп илап ултырғаным бала сағымдың оло бер хәсрәте булып иҫтә ҡалған. Ошо әҫәрҙәр арҡаһында биш йәшемдә уҡырға өйрәндем һәм, ашағанда ла китаптан айырылмағанлыҡтан, өлкәндәр­ҙән йыш ҡына эләгә ине. Хатта төнөн юрған аҫтында фонарь менән романдар уҡып, бәләкәй генә көйө күҙлеклегә әйләндем.

Бөгөн “Китап – белем шишмәһе!” тигән һүҙҙәр бер ҡатлы булып тойола. Балалар, беҙ барыһын да интернет аша беләбеҙ, тип кенә әйтәсәк. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа әҙәби китапты ҡулында тотоп ҡарамаусы мәктәп тамамлаған үҫмерҙәр – ғәҙәти күренеш. Совет заманында автобуста, дауаханала сиратта, парк эскәмйәһендә ултырыусы һәр кемдең ҡулында китап булһа, бөгөн – смартфон йәки планшет. Үкенескә күрә, китап уҡыу мәҙәниәте йәшәйешебеҙҙән юғалып бара.
Нисек кенә булмаһын, баламда китап­ҡа ҡарата һөйөү уятырға тырышасаҡмын, тигән маҡсат ҡуйғанмын. Тәүге танышыуҙы улым китапты йыртыуҙан башлағайны, ә хәҙер матур-матур һүрәтле китаптарҙы йоҡлап киткәнсе ҡарап, уҡытып ята. Ул да минең кеүек китап “тәмен” тоя башланы, ахыры.

Китапхана туплағыҙ

Бәләкәй сағынан балағыҙҙың китапханаһын туплай башлағыҙ. Уҡыған китаптарын һаҡлап барыу, килгән ҡунаҡтарға: “Бына беҙ уҡыған китаптар!” – тип маҡтанып алыу уны артабан да яңы әҫәр­ҙәр менән танышыуға этәрәсәк. Шулай уҡ: “Бала саҡта ошо китапты яратып уҡый инем”, – тип үҙегеҙҙең яратҡан китабығыҙҙы бүләк итегеҙ.
Әгәр ҙә өйҙә китаптар булмаһа йәки бик аҙ булһа, балала китапҡа ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырып булмай, күрәһең. Китап шкафынан китаптарҙы һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш.
Белгестәр әйтеүенсә, баланы китапханаға алып барыу ҙа яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Бала унда китапхана тәртибе, уҡыу ҡағиҙәләре менән таныша һәм өр-яңы донъя менән ҡыҙыҡһынып китә.

“Файҙалы” китаптар уҡытыу кәрәкме?
Балаға китап ни өсөн кәрәклеген аңлатыу мотлаҡ. “Мә, һиңә китап”, – тип кенә бүләк итеүҙән бигерәк, уны ҡулға тотоп һөйләү, һүрәттәрҙе аңлатыу, һаҡлап тотоу, уҡығандан һуң йыйып ҡуйырға өйрәтеү мөһим. Өлкәндәрҙең һаҡсыл ҡарашынан балала ла китапҡа ҡарата хөрмәт тәрбиәләнәсәк.
Минеңсә, бәләкәсте уҡырға өйрәтеү – бик ауыр эш. Ә өлкәнерәк баланы тағы ла ҡатмарлыраҡтыр. Кәрәк тип, балаға “файҙалы” китаптарҙы көсләп тағырға кәрәкмәй. Оло ҡәнәғәтһеҙлек менән уҡыуҙан мәғлүмәт уның башына һеңмәйәсәк. Китап уҡыу үҙ теләгең менән һәм еңел булырға тейеш. Хәҙерге заманда йәш быуындың мәғлүмәт алыу сығанаҡтары бихисап. Шуға күрә китапҡа ҡарата балала үҙенсәлекле һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү – иң тәүҙә ата-әсәнең бурысы. Уйын аша, әкиәт, фильм ҡарағандан һуң тәҡдим итегеҙ (“Ә китабында ентекләберәк яҙылған”), шулай уҡ комикстар баланы уҡыуға ылыҡтыра. Һәм, әлбиттә, үҙегеҙ уҡығыҙ. Һеҙҙең китап тотоп ултырыуығыҙ балала ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ, әлегә хәреф танымаған бәләкәс тә китапты тотоп, тегеләй-былай әйләндереп ҡараясаҡ.

Нисек һайларға?

Бөгөн китаптарҙың ниндәйе генә юҡ – магазин кәштәләрендә сағыу биҙәкле, сифатлы ҡағыҙҙан төрлө-төрлө китап күҙҙе ҡыҙҙыра. Иң бәләкәстәр өсөн ҡаты тышлыҡтан һәм ҡатырғанан, 3 – 4 йәштәгеләргә һүрәттәре пазл формаһында, ҙурыраҡтарға тағы ла әллә ниндәйҙәре бар. Балаға һайлағанда үтә ҡалынын алмағыҙ, рәсемдең һәм шрифтың ҙурлығына иғтибар итегеҙ. Буяуының сифатын да тикшереү кәрәк – ҡулға йоғоп ҡалмаймы? Үтә ҡаты китап биттәре баланың ҡулын ҡырҡмаҫлыҡ булһын. Ныҡ ялтырауыҡлы ҡыйбатлы ҡағыҙҙан яҙыу­ҙарҙы уҡыуы бигүк уңайлы түгел, күҙҙе сағылдыра.
Ғөмүмән, үҙе китап һайлағанда балаға кәңәштәр артыҡ булмаҫ – әҫәрҙең нимә хаҡында булыуын аңлатығыҙ, ярҙам итегеҙ.

Сығыу ваҡыты 9-02-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 60
|
  • “БӘЙЛӘНЕШТӘ” СЕЛТӘРЕНДӘГЕ КИТАП УҠЫУ АЛЫШЫНДА ҠАТНАШЫРҒА САҠЫРАБЫҘ!
  • Балағыҙ өсөн һеҙ кем?
  • Башҡортса китаптар электрон форматта
  • Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡының?
  • Балалар китап уҡыһын
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM