НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙгәрештәргә асыҡлыҡ индерелде

Үҙгәрештәргә асыҡлыҡ индерелде


Үҙгәрештәргә  асыҡлыҡ индерелде 21 мартта Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова “Рәсәй” медиаүҙәгендә журналистар менән осрашып, мәғариф өлкәһендә халыҡты борсоған күп кенә һорауҙарға яуап бирҙе.
Балалар баҡсаһы өсөн компенсацияға ҡағылған һорау бик киҫкен булып ҡала. Ошо арала ғына күп ата-әсә элеккеһенә ҡарағанда бер ярым­ға күберәк сумманы түләргә кәрәклеген күрһәткән квитанция­лар­ҙы алып ныҡ аптыраны. Был айырыуса ҡалала йәшәүселәрҙе ҡыуан­дырманы. Элек республикала йә­шәү­селәр барыһы ла балалар баҡсаһы субсидияһына (беренсе бала өсөн – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөһөнә – 70 процент) өмөт итә алһа, 1 марттан ул кем ысынында мохтаж, шуларға ғына биреләсәк. Шулай итеп, ярҙам адреслы буласаҡ.
Гөлназ Радмил ҡыҙы әйтеүенсә, 20, 50 һәм 70 процент ташлама һаҡланып, улар ата-әсәнең берәүһенә генә биреләсәк. Шул уҡ мәлдә ғаиләнең килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаҫҡа тейеш. Әле республикала йәшәү минимумы 8323 һум тәшкил итә, һәр ағзаға 12485 һумдан кәм тура килгән ғаиләләр генә компенсация аҡсаһына дәғүә итә ала.
– Уны алыу өсөн килемегеҙ һәр ғаилә ағзаһына ҡарата йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмауын дәлилләүсе белешмә алып, 1 майға тиклем тапшырырға кәрәк, – тине министр. – Беҙҙең иҫәп буйынса, республика халҡының тик 7 – 8,5 проценты ғына бындай льготаны ала алмаясаҡ.
Быға тиклемге айҙарға ҡарағанда балаһын баҡсаға йөрөткән өсөн бер ярымға күберәк сумманы түләргә тейешле ата-әсәләргә нимә эшләргә, тигән һорауға Гөлназ Шафиҡова, үрҙә әйтелгән шартҡа (йәшәү минимумы тураһында) тура килеүселәргә, яңынан иҫәпләп сығарып, 1 апрелдән аҡса кире ҡайтарыласаҡ, тине.
Балалар баҡсаларына сиратта тороусылар буйынса, бер ярым йәштән өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 48 мең урын кәрәк, тип белдерҙе. 2025 йылға ҡарата был проблема яңы альтернатив формаларҙы индереү һәм төҙөлөш ярҙамында хәл ителәсәк.
“Бөгөн республикалағы 1,5 – 7 йәшлек балаларҙың 89 проценты балалар баҡсаһына йөрөй”, – тине мәғариф министры.
Льготалы категорияларға бәйле үҙгәрештәр юҡ. Етем балаларҙың попечителдәре, туберкулез менән сирләүсе баланы тәрбиәләүсе ғаиләләр балалар баҡсаһы өсөн түләмәйәсәк. Аҙ тәьмин ителгәндәргә, мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн 50 процентлыҡ ташлама яһала.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: әгәр ҙә ата-әсә теге йәки был сәбәп менән баҡса өсөн тулы күләмдә түләй алмаһа, уларға түләүҙе кисектереп тороу мөмкинлеге биреләсәк.
1 апрелдән бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бала­лар­ҙы туҡланыу менән тәьмин итеүҙә аутсорсинг системаһына күсәсәк. Иртәнге һәм төшкө аш комплекттары ситтән – туҡланыу комбинатынан килтереләсәк, улар балалар­ға йылытып биреләсәк. Аҙыҡтың сифатын үҙәктән тикшерергә вәғәҙәләйҙәр.

Сығыу ваҡыты 27-03-2017, 13:12 | Ҡаранылар: 333
|
  • Ололар өсөн – “балалар баҡсаһы”
  • Тамбов уҡытыусыларына көнләшергә генә ҡала
  • Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт
  • Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
  • Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM