НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәктәп булһа, ауыл йәшәр!

Мәктәп булһа, ауыл йәшәр!


Мәктәп булһа, ауыл йәшәр!«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы аша республикабыҙ өсөн мөһим объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, социаль объекттар төҙөлә. Баймаҡ районының Билал ауылы мәктәбе лә был мөһим сараға ҡушылды.
– Ауылдаштар был программаның мөһимлеген тәүҙә аңлап етмәне, – ти китапханасы Райхана Булатова. – Күптән түгел мәктәптә үткән йыйылышҡа ата-әсәләрҙең, башҡалар­ҙың әҙ килеүе лә быға асыҡ миҫал булып торҙо. Ошоно күҙ уңында тотоп, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы беҙгә нимәләр бирә, унда нисек ҡатнаша алабыҙ, тигән һорауҙарға яуап табыу өсөн 6 февралдә мәҙәниәт йортонда йыйылыш үткәрҙек.
Сараға барыһын да йәлеп итергә тырыштыҡ. Программала ҡатнашыу өсөн иң беренсе сиратта йыйылыш­ҡа халыҡтың күпләп килеүе беренсе шарт һанала.
Тәғәйенләнгән көндә ауылыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар йыйылды. Билал мәктәбе уҡытыусылары, уҡыу­сылар ентекле әҙерләнгән. Мәҙәниәт залы матур итеп би­ҙәлгән. 5-се класс уҡыусылары (етәксеһе – Айгөл Ғайсина) ата-әсәләр менән берлектә килгән ҡунаҡтарҙы тәм-том, сәй менән һыйланы. Арыраҡ мәктәп уҡыусыларының һүрәттәре күҙгә салына. Ниндәйе генә юҡ! Һүрәттәр төрлө-төрлө, ләкин уларҙың мәғәнәһе бер. Уҡыусылар ярыҡ тәҙрә эргәһендә өшөп ултыра, быяла ярсығына ҡулын ҡырҡҡан бала тора. Һүрәттәрҙе берләштереп, «Билал мәктәбенә яңы тәҙрәләр кәрәк!» тигән яҙыу ҙа элгәндәр.
Йыйылыш үтәсәк залға инәбеҙ. Ауылдаштар күпләп йыйыл­ған, зал шығырым тулы. Тимәк, билалдар программаға ҙур өмөт бағлай.
Тәүҙә уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергә ойошторған концертты ҡараныҡ. Шуның менән Рәсәй киноһы йылын ябып, Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы асылды. Аҙаҡтан инде барыһына ла «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһының шарттарын аңлаттыҡ.
Халыҡ, ошондай йыр-моңға ғашиҡ, белемгә ынтылышы булған уҡыусылар, белем биреүгә бөтә көсөн, ваҡытын сарыф иткән уҡытыусылар ярыҡ быялалы, рамдары ҡыйшайған, ел өрөп торған мәктәптә уҡырға һәм эшләргә тейеш түгел, тигән ҡарарға килде. Программаға Билал, Һәмән ауылдары халҡы ла дәррәү ҡушылды. Әлеге ваҡытта инициатив төркөм төҙөлдө, документ эштәре башланды, йәғни боҙ урынынан ҡуҙғалды.
Тиҙҙән Билал балалары яҡты, йылы, тәҙрәләренән ел өрөп тормаған мәктәптә уҡыясаҡ. Башланған эш – бөткән эш, тиҙәр. Ауыл халҡының берҙәм булыуы ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә.

Сығыу ваҡыты 17-02-2017, 17:37 | Ҡаранылар: 360
|
  • Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланы
  • Билалдар киләсәген һайлауға битараф түгел
  • Билал мәктәбендә
  • Билалдар ҙа башҡорт китаптары аҙналығына ҡушылды
  • Уҡыу йылын – яңы мәктәптә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM