RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй

14.10.2016 “Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй

“Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй
Дәүләкән лицей-интернатында тәжрибәле, белемле, уҡыу­сылар күңеленә асҡыс таба белгән уҡытыусылар, тәрбиәселәр эшләй. Һәр дәрес ҡабатланмаҫлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтә, тиҙәр бында. Шуғалыр ҙа был коллективҡа эшкә килергә теләүселәр күп һәм бында эшкә килеү йәш уҡытыусылар өсөн оло бәхеткә тиң. Ошондай бәхет Әлиә Рауил ҡыҙы Байбулатоваға ла эләккән. Икеләтә бәхетле, тип әйтергә лә була: сөнки ул бынан ете йыл элек ошо уҡыу йортон тамамлап, оло юлға аяҡ баҫһа, ике йыл элек ҡулына диплом алып, туған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлаған.

Бала саҡта Әлиә әсәһе Әлфиә апай кеүек табип булырға хыяллана. Ҡурсаҡтарын “дауалай”, әсәһенең аҡ халатын кейеп, көҙгө алдында урала, табиптар тураһында фильмдар ҡарай. Әммә яҙмыш уны уйламағанда уҡытыусылыҡҡа алып килә. Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетында белем алған саҡта ла ҡыҙ мәктәптә эшләрмен тип уйламай.
Диплом алғас, Әлиә ире Радик Фарис улы менән тыуған яҡтарында – Дәүләкән ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә. Бала саҡта уҡ белемгә ынтылышы, аҡылы, тырышлығы, кешеләргә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте менән һәр кемгә өлгө булған ҡыҙҙы үҙе белем алған лицей-интернатҡа ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Ә һөнәренә ҡарата һөйөү тәүге эш көндәрендә үк уяна.
– Эш башлаған көнөм тәүге тапҡыр уҡырға барған көн кеүек, тулҡынландырғыс та, матур ҙа булып хәтеремдә ҡалды. Үҙемдең уҡытыусыларым менән бергә эшләү, бер яҡтан, һынау кеүек: улар­ҙың ышанысын аҡлармынмы, юҡмы, тип уйландым. Оҙаҡ йылдар эшләүселәр араһында үҙемде лайыҡлы күрһәтә белергә лә кәрәк бит. Икенсе яҡтан, был коллективта эшләү күпкә еңел, сөнки ниндәйҙер ауырлыҡтар йәки һорауҙар тыуһа, уҡытыусыларым миңә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Эшемде ихлас күңел менән яратам, балалар ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыштары бар. Уларға тормошта үҙ юлдарын табырға, һөнәр һайларға ярҙам итергә теләгем ҙур, – тип кисерештәре менән бүлеште йәш уҡытыусы, – үҙемә лә һөнәр һайларға уҡытыусым Зөлфиә Искәндәр ҡыҙы Ишмө­хәмәтова ярҙам итте. Үҙем дә белмәгән һәләтте күреп, үҫтереп, тел белгесе булырға кәңәш биреүе өсөн уға рәхмәтлемен. Уҡытыусылыҡ – минең бөгөнгөм. Киләсәгемде лә уҡыу­сылар­һыҙ күҙ алдына килтерә алмайым.
Уҡытыусы эше тынғыһыҙ булһа ла, Әлиә Рауил ҡыҙы бала саҡтан яратҡан бәйләм эшенә ваҡытын йәлләмәй. Театр донъяһына ла битараф түгел. Дәүләкән лицей-интернаты уҡытыусылары уның театр түңәрәгендә шөғөлләнеүен һаман да иҫләй. Йәш белгес белем алырға ла ваҡыт таба: әлеге ваҡытта ситтән тороп икенсе юғары уҡыу йортон тамамларға әҙерләнә. Юрист һөнәре тормошта бер ваҡытта ла артыҡ булмай, үҙем өсөн кәрәк, ти йәш уҡытыусы.
Ҡыңғырау тауышы яңғырау менән Әлиә Рауил ҡыҙы уҡыусылары янына ашыҡты. Улар араһынан киләсәктә табиптар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре сығасаҡ. Сөнки яратҡан уҡытыусыларына төбәлгән ҡараштарҙа белемгә ынтылыш та, ихласлыҡ та, ҡыҙыҡһыныу ҙа бар.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Тимур ИШКИНИН фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!