НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Телем, илем, тип...

Телем, илем, тип...


Телем, илем, тип...Студенттарҙың яҙғы сессияһы тамамланыу менән кемдер тыуған ауылына ҡайтып китһә, кемдер практика үтергә ашыға.

Беҙ ҙә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының 3-сө курс студенттары, диалектологик практика үтеү маҡсаты менән Башҡортоста­ныбыҙҙың төрлө райондары буйлап сыҡтыҡ. Ярты төркөмөбөҙҙө йылға-күлдәргә бай Әбйәлил яҡтарына ебәр­һәләр, икенсе яртыһы матур-матур дебет шәлдәре менән дан тотҡан иҫ киткес матур тәбиғәтле Ейәнсура районына юл алды. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән йыйылған студенттарҙы башҡа райондарҙы барып күреү, ундағы халыҡ менән танышыу, аралашыу айырыуса ҡанатландырҙы.
– Беҙҙең маҡсат Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан Байым, Йәнекәй, Мораҡай, Нияҙғол ауылдарының һөйләш үҙенсәлектәрен йыйыу ине, – тип һүҙ башланы Әбйәлил районында йөрөп ҡайтыусы студенттар. – Оло быуын кешеләре менән аралашҡанда, был ауылдар­ҙың көнсығыш диалектының ҡыҙыл һөйләшенә ҡарауын асыҡланыҡ. Был яҡтарҙа башлыса Күбәләк ырыуы вәкилдәре йәшәй. Халыҡ үҙенең алсаҡлығы, мөләйемлелеге менән айырылып тора, ҡунаҡсыллыҡтарына хайран ҡалырлыҡ – инеп тә өлгөрмәй­һең, сәй эсергә саҡыралар. Ауылдарҙа өләсәйҙәр башҡорт йырҙарын, сеңләүҙәрен, мөнәжәттәрен, таҡмаҡтарын бик күп белә.
– Ейәнсура районында иһә маҡсатыбыҙ Өҫкәлек йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙан йәнле һөйләш өлгөләрен йыйыу ине. Беҙ Үрге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Түбәнге Муйнаҡ, Мәзит, Ғәббәс, Өмбәт ауылдары һөйләшен өйрәндек, диалектологик материал йыйҙыҡ, уларҙың тормош-көнкүреше, йә­шәү рәүеше, кәсеп-һөнәре менән таныштыҡ. Ейәнсура шәлдәре менән дан тота, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Урындағы халыҡтың ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсеп-һөнәрен, йолаларын һаҡлап килеүе, үҙҙәренән ҡала килгән быуынға өйрәтергә тырышыуы бик һоҡлан­дыр­ҙы. Барлыҡ эштәрен ташлап, онотола барған һағыҙ ҡайнатыу, быйма баҫыу, ҡорот әҙерләү эштәре менән күрһәтмә рәүештә таныштырыусы Ғиз­зәтулла ағай менән Гөл­сирә апай Сырлыбаевтар ғаиләһенә һәм барлыҡ атап үткән ауылдар халҡына ярҙамдары, ихлас йөҙҙәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тип йылы һүҙҙәрен дә еткерҙеләр.
Әлбиттә, беҙҙең диалектологик практика бының менән генә тамамланманы. Уның икенсе этабында университетыбыҙға ҡайтып, тупланған материалдарҙы эшкәрттек, ғилми һығымталар яһаныҡ, видео, аудиояҙмаларҙы ҡулъяҙмаға күсерҙек. Беҙҙең факультетта күп йылдар буйына тупланған диалектологик материалдар бар, уларҙы тел белгестәре, күренекле про­фессор­ҙарыбыҙ эшкәртә, студенттар менән төрлө ғилми эш башҡаралар. Тимәк, беҙҙең эшебеҙ башҡорт тел ғилеме өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Был практика беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, берләштерҙе, бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ булып күңелдә ҡалды. Практиканы ойошторғандары өсөн университетыбыҙға, факультетыбыҙ деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға, етәкселәребеҙ Рәхимә Ғөбәйт ҡыҙы Таһироваға һәм Вадим Зәйнулла улы Толомбаевҡа ҙур рәхмәт.

Гүзәлиә НАФИҠОВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.

Сығыу ваҡыты 29-09-2016, 13:40 | Ҡаранылар: 584
|
  • Мин – Аҡмулла университеты студенты
  • Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ
  • “Ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам”
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM