RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зәңгәрме, алһыумы?

07.09.2016 Зәңгәрме, алһыумы?

Зәңгәрме, алһыумы?
Бала табыу йортонан сыҡҡанда ни өсөн малайҙың биләүен – зәңгәр, ә ҡыҙҙың алһыу төҫлө бант менән бәйләүҙәре хаҡында уйланғанығыҙ бармы?

Баҡһаң, “малай – зәңгәр, ҡыҙ алһыу төҫтә булырға тейеш” тигән стереотип тарихи факттарға ба­рып тоташа икән. Ғалимдар әй­теүенсә, был бүлеү тәүтормош дәүеренән үк килә: зәңгәр күк йөҙө ир-атҡа яҡшы һунар вәғәҙә итә, ә ҡатын-ҡыҙға ҡыҙыл (алһыу) йыйыр­ға яратҡан емеш-еләк төҫөн хәтерләтә. Был сағыш­тырыу­ҙар беҙҙең көндәргә тиклем йәшәп килә.
Батша Павел Беренсенең указы менән 1797 йылдан император ғаиләһендә тыуған балаларға тыумыштан уҡ юғары чин бирелә һәм дәүләт ордены тапшырыла. Малайҙарҙың ор­дены – зәңгәр, ҡыҙҙар­ҙыҡы алһыу төҫлө таҫмаға тағылған була. Ғөмүмән, XIX быуатҡа тиклем балаларҙы бер төрлө итеп кейендерәләр – оҙон аҡ күлдәк, елкәгә төшөп торған оҙон сәс. Ул осорҙа 5 – 6 йәшкә тиклем малайҙарҙы йыш ҡына ҡыҙҙар менән бутайҙар. XX быуат иһә бала тәрбиәһенә иҫке ҡарашты үҙгәртә, енестәрҙе лә ике төҫкә бүлә. Был хәрби формаларҙа күберәк зәңгәр төҫтө ҡуллана башлауҙары менән аңлатыла. Ә Көнбайыш модельерҙары 1940 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға алһыу төҫ ҡулланылған кейем тәҡдим итә башлай, ошондай уҡ төҫлө кейемдә уйынсыҡ ҡурсаҡтар ҙа сығарыла. Шулай итеп, алһыу ҡатын-ҡыҙҙың нәфислеген күрһәткән төҫ булып танылыу яулай.
Бөгөн йәш балаларҙы “Был малаймы әллә ҡыҙмы?” тип бутаусылар юҡ – бәпестәр, бәләкәй генә һалдаттар ише, зәңгәр йәки алһыу “униформа” кейә. Психо­логтар, ике төҫ тә бәләкәй йән эйәһе өсөн уңышлы һайланған, тип иҫәпләй. Улар бала күңеленә тыныслыҡ бирә, яҡшы тәьҫир итә.
Психологтар, кейемдең төҫө баланың үҙ-үҙен баһалауына, һаулығына, тирә-яҡ мөхитте аңлауына туранан-тура бәйле, ти. Ә һеҙ ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Ҡыҙыл – иң көслө төҫ. Ыңғай һыҙаттары: ҡыйыу, лидер, дәртле, еңеүсе. Ләкин ҡайһы саҡ ҡыҙыл төҫ яратыусы менән килешеүе ҡыйын, сөнки үҙен юғары баһалай һәм тиҙ агрессияға бирелә. Бер йәшкә тиклем баланың кейемендә ҡыҙыл төҫ бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, ти белгестәр. Төҫтәр терапияһында ҡыҙыл үҙ-үҙен түбән баһалаған балаларҙы дауалау өсөн ҡулланыла. Баҙнатһыҙ балаға яйлап ҡына ҡыҙыл төҫтәге әйберҙәр һатып алырға кәрәк: уйынсыҡ, сумка, күлдәк һәм башҡаһы. Малайҙар гардеробында ҡыҙыл мотлаҡ булырға тейеш икән, баҡһаң. Ләкин уның артыҡ күплеге балағыҙҙы ҡаты кешегә әйләндереп ҡуймаһын.
Күк – йыйнаҡ, яуаплы, коллективлыҡ рухы. Ә бошмаусанлыҡ, эмоциональ һалҡынлыҡ, консерваторлыҡты кире һыҙаттарға индерергә мөмкин. Күк төҫ ир-егеттәр төҫө тип һаналһа ла, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Үтә хисле, нервы ауырыуҙарынан интеккән малайға күк үҙ-үҙен ҡулда тоторға ярҙам итәсәк, батырлыҡ өҫтәйәсәк. Аралаш­маусан балалар кейемендә күк төҫтө күп ҡулланыу кәңәш ителмәй.
Зәңгәр – аҡ һәм күктең ҡушылыуы. Ул күктең барлыҡ яҡшы һыҙаттарын һаҡлап алып ҡала, тотанаҡлыҡ, тоғролоҡ, тыныслыҡ өҫтәй. Был төҫкә малайҙарҙы осраҡлы ғына кейендермәйҙәр, сөнки яңы тыуған саҡта улар ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә хәлһеҙерәк була. Ә зәңгәр төҫ иммунитетты күтәрә, физик һәм психик көсөргәнешлекте бөтөрә, был төҫ яңы тыуған ҡыҙҙар өсөн икенсе урында торорға тейеш.
Һары – ҡояш төҫө. Тормошто яратыу, йомартлыҡ, оптимислыҡ, үҙенсәлелек, ирек һөйөү хас. Шулай уҡ эмоцияларҙың һәм кәйефтең тиҙ үҙгәреп тороуы, алмашыусанлыҡ һыҙаттарына эйә. Һары төҫ – бала гардеробында төп төҫтәрҙең береһе. Һары кейем-һалым балаға байрам кәйефе бүләк итә. Был төҫтө тотош инҡар итергә һис тә ярамай, шул уҡ ваҡытта уны самаһыҙ артыҡ ҡулланыу баланы көн дә байрам, күтәренке кәйефле, яуапһыҙ итәсәк. Был иһә киләсәктә уның ауырлыҡтар алдында көсһөҙлөгөнә килтерәсәк.
Йәшел – төрлө көйөнөскә һәм шатлыҡҡа бай булған тормош төҫө. Түҙемлек, эшһөйәрлек, проблеманы хәл итеүҙә рациональ ҡараш – быларҙың барыһы ла яҡшы. Ә кире яҡтарына килгәндә, көсһөҙ интуиция, ижад үҫешен тотҡарлаған көслө практицизм. Уңышлы прагматик үҫтерергә теләһәгеҙ, күберәк йәшел төҫтө ҡулланығыҙ, ә балағыҙҙы ижади шәхес итеп күргегеҙ килһә – йәшелде тулыһынса юҡҡа сығарыу кәрәк. Шулай ҙа иң яҡшыһы – алтын урталыҡты табыу.
Ҡыҙыл-һары – аҡыл эйәләре, физик һәм психик һаулыҡ төҫө. Ике енес балалары өсөн дә мөһим. Нервы сиренә тиҙ бирешеүсән, физик яҡтан көсһөҙ балалар өсөн был төҫтө күп ҡулланырға кәңәш ителә. Тик барлыҡ кейем ҡыҙыл-һарынан ғына тормаһын, юғиһә һөҙөмтә кире буласаҡ.
Аҡ – таҙалыҡ һәм эскерһеҙлек, хәйләһеҙлекте күрһәтә. Был төҫ баланың гардеробында мотлаҡ булырға тейеш, бигерәк тә байрам кейемендә. Тик аҡ төҫтә бәләкәс тағы ла көсһөҙөрәк, күңеле тиҙ кителә торғанға әйләнә. Аҡты һәр саҡ башҡа төҫтәр менән бутарға кәрәк, бигерәк тә балағыҙҙы тәү тапҡыр кеше алдына сығарып күрһәткәндә.
Ҡуңыр (көрән) – ер төҫө, консерваторҙар һәм прагматиктар батшаһы. Ул аяҡта ныҡлы баҫып торорға, яҡшы хужа булырға ярҙам итә. Балаға кейем һайлағанда ҡуңыр төҫлө әйберҙәргә иғтибар итегеҙ, төп төҫ булмаһа ла, ул гардеробында булһын.
Алһыу – наҙлы, нәзәкәтле, йомшаҡ. Малайҙарҙың алһыу төҫлө әйберҙәренең күплеге шәхестең дөрөҫ булмаған өлгөлә үҫешенә килтереүе бар. Эшлекле, яңғыҙ ҡатындар ҡыҙҙарының гардеробында алһыу төҫ булдырмаҫҡа тырыша, йәнәһе, был төҫ ирҙәр­ҙән бәйле булыуҙы күрһәтә. Был осраҡта психологик ярҙам мотлаҡ.
Ҡара – юҡлыҡты аңлата, ҡара төҫ йәш баланың гардеробында бөтөнләй булырға тейеш түгел.

Төҫтәрҙе
өйрәнеү
өсөн
уйындар

Был уйындарҙы йәш ярымдан уйнатырға мөмкин.

“Сәскә һәм
күбәләк”

Дүрт төҫтәге ҡаты ҡағыҙҙан сәскәләр һәм күбәләктәр ҡырҡып алырға: ҡыҙыл, һары, йәшел һәм күк. “Күк төҫтәге күбәләк осоп килде һәм күк сәскәгә ҡунды, ҡыҙыл күбәләк ҡыҙыл сәскәгә ҡунды”, – тип өйрәтәбеҙ. Тора-бара мәсьәләне ҡатмарлаштырырға була, һары күбәләк – йәшел сәскәгә һ.б.

“Өй
йыйыштырыу”

Кер кәрзинен йәки тас тотоп, бала менән бер төҫтәге әйбер­ҙәр һәм уйынсыҡтарҙы йыйып, өй буйлап йөрөп сығығыҙ: “Бына, ҡара әле, ҡыҙыл кубик, ә тегеһе – йәшел крокодил” һ.б.

“Светофор”

Ҡағыҙҙан өс төҫтәге түңәрәк ҡырҡып алырға. Балаға хәрәкәтсән уйын тәҡдим итегеҙ. “Ҡыҙыл төҫ янһа, беҙ тик торабыҙ. Һары янһа – ырғыйбыҙ, ә йәшелдә – йүгерәбеҙ”. Бер нисә кеше уйнаһа, балаға тағы ла ҡыҙығыраҡ буласаҡ. Ҡағыҙҙы күрһәтмәй йәки өндәшмәй генә ҡағыҙ менән команда биреп, ролдәрҙе алмаштырып, уйынды ҡатмарлаштырырға мөмкин.

“нимә йәшел
төҫтә?”

Бала менән йәшел (ҡыҙыл, һары, күк) төҫтәге әйберҙәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ – ҡыяр, үлән, алма, япраҡ һәм башҡа. Был уйын фаразлауҙы, күҙ алдына килтереү һәләтен дә үҫтерә.

“Мөғжизәле
йәйғор”

Ҙур ватман киҫәгенә буласаҡ йәйғор өсөн дуғалы юлдар төшөрөргә. Һәр дуғаға кәрәкле төҫтәге әйберҙәрҙе йәбештереп сығырға: бәләкәй уйынсыҡтар, муйынсаҡтар, пластик шешә ҡапҡастары, туҡыма йәки төҫлө ҡағыҙ киҫәктәре, матур таштар һәм башҡа. Бындай креатив коллаждан бәләкәсегеҙ бик ҡәнәғәт ҡаласаҡ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!