НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ғалимдар фекер алышты

Ғалимдар фекер алышты


  Ғалимдар фекер алышты БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 25 йыл тулыу айҡанлы, Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Башҡорт дәүләт университетында «Евразия цивилизацияһы контексында Башҡор­тостан халыҡтары мәҙәниәте: тарихы, хәҙерге торошо, перспективалары» тип аталған ха­лыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уны Башҡорт дәүләт университеты һәм БР Фән­дәр академияһы ойошторҙо. Форум­да республика вуздары һәм фәнни учреждениеларынан, сит илдәрҙән йөҙләгән ғалим, аспирант, уҡытыусы ҡатнашты. Конфе­ренция материалдары буйынса йыйынтыҡ әҙерләнде.
Пленар ултырышта тәбрикләү һүҙҙәре менән БДУ ректоры Н. Мо­розкин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Й. Ильясова, БР Хөкүмәте Аппара­тының дөйөм һәм профессиональ белем биреү бүлеге етәксеһе урынбаҫары М. Ихсанова, БР Мат­буғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б. Мел­коедов, БР Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтай депутаты, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Э. Айытҡолова, Яҙыу­сылар союзы рәйесе Н. Ғәйет­баев, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең мәғариф буйынса урынбаҫары Б. Күсәбаев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Сара сиктәрендә «Шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ш. Бабичтың төрки телле халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте һәм ижтимағи фекер үҫешендәге роле» тип атал­ған симпозиум, «Глобалләш­тереү шарттарында әҙәбиәт һәм журналистика» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» дә ойошторолдо. Конфе­ренция һуңында факультет базаһында филология һәм журналистика буйынса яңы йүнәлештәр асыу, вуздың гуманитар факультеттарында, дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен уҡытыуҙы индереү, Яҙыусылар союзының Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу тәҡдимен хуплау, уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлегендә айырым уңыштар­ға өлгәшкән студенттарға Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендия булдырыу, яҡшы уҡыған сту­денттар­ға йыл һайын Мостай Кәрим исемендәге фондтың шағир исемендәге грантын тапшырыу тәҡдимен хуплау, ике аудиторияла мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған ике компьютер класы асыу тураһында тәҡдимдәр индерелгән ҡарар ҡабул ителде.

З. ХӘСӘНОВА.
Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотоһы
.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 12:20 | Ҡаранылар: 441
|
  • Тәбрикләйбеҙ!
  • Силәбе башҡорттары байрамы
  • Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе булдырылды
  • Абруйлы премия – лайыҡлыларға ғына
  • Рафаил Зиннуровҡа – Салауат Юлаев ордены
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM