НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!

ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!


Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын!
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Шундай бай, бәхетле итеп
күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!
Рәми ҒАРИПОВ.


ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!“Подъе-е-ем!” тигән тауышҡа һәм ныҡ ҡына сыңлаған ҡыңғырауға таңғы сәғәт етелә һикереп тораһың да, күҙеңде асыр-асмаҫтан кейенә башлайһың. Ун минут та үтмәй, һин тышта башҡалар ыңғайына бөгөлөп-һығылып зарядка эшләргә тырышаһың, стадион буйлап йүгергеләп тә алаһың. Шунан тағы ла шәп-шәп кенә кире инеп, йоҡлаған урыныңды йыйыштыраһың. Карауаттың ситен ҡат-ҡат матурлай­һың, ул линейка менән тигеҙләнгән кеүек булырға тейеш. Йыуынаһың һәм ашханаға бутҡа ашарға елдерәһең. Һин һалдатмы? Юҡ, һин – гимназист. Был Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты балаларының ябай бер иртәһе…
Бөгөн 70 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләгән гимназия-интернаттың үткәне һәм бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һүҙ йөрөткәндә, шулай хәтирәләргә сумып китмәйенсә булмайҙыр. Баш­ҡорт ижади интеллигенцияһын, милли элитаһын тәрбиәләү үҙәге булараҡ, уҡыу йорто нисәмә мең кеше өсөн икенсе йорт, ныҡлы терәк, белем һәм тәрбиә донъяһы булды. Өфөлә 9-сы башҡорт урта мәктәбе булараҡ асыл­ғандан алып Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына тиклемге дәүерендә бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырлыҡ күпме шәхес үҫтерелде унда. Ысынлап та, Рәми Ғариповтың шиғырында әйтелгән кеүек, “киләсәктең матур кешеләре” тәрбиәләнгән урын бит ул – 1-се интернат!
1944 йылда “төп милләт балалары өсөн 200 кешегә иҫәпләнгән тулы пансионлы интернат” тип билдәләнә һәм әүҙем эш башлай. Унда тәүҙә башлыса етемдәр, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктары һәм инвалидтарының балалары туплана. Хәҙерге күҙлектән ҡа­рағанда, балалар бик әҙ кеүек – тәүге йылда ни бары 47 генә уҡыусы ҡабул итәләр. Ә инде хәҙерге көндә интернат-гимназияны тамамлаусыларҙың һаны 10 меңдән ашыу! 10 меңдән ашыу шәхес үҙе бер ҡеүәтле әрме бит инде ул! “Тулы пансионлы интернат” 1947 йылда тәүге ҡарлуғастарын осора. 18 сығарылыш уҡыусыһының дүртәүһе мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Был бик яҡшы күрһәткес, әлбиттә. Халҡыбыҙ, булыр бала – бишектән, тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул.

Иң мөһиме – шәхестәр

Бөртөк алтын өсөн оҫталар ҙа
Ғазапланып тау-таш вата бит;
Һин эҙләгән аҫыл ынйылар ҙа
Диңгеҙ төптәрендә ята бит...
Рәми Ғарипов.

ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының төп ғорурлығы, байлығы – унда уҡып сыҡҡан балалар. Башҡортостан Республикаһының алтын фондына индерелгән сығарылыш уҡыусыларының барыһын да бөгөн, яҡын итеп, яратып һәм ғорурланып, “гимназист” тип билдәләйек. 70 йыл эсендә тәүге башҡорт мәктәбенең иң яҡшы йолаларын башлаған һәм бөгөнгә тиклем түкмәй-сәсмәй, тағы ла байытыбыраҡ килтереп еткергән ул. Әле гимназияла республиканың бөтә райондарынан да балалар уҡый. Шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәк­тәр­ҙән – Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы Округтарынан, Мәскәү, Камчатка ҡалаларынан иң шәп башҡорт балалары йыйылған. Улар менән 197 кеше эшләй, 59 уҡытыусы һәм 43 тәрбиәсе һәр саҡ эргәләрендә.
Гимназияла уҡыған ваҡытта иң күңелдә ҡалғаны үҙ-үҙеңде юғары баһаларға өйрәтеү булды, тип әйтке килә. Һәр балаға индивидуаль ҡараш, талапсанлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта кешелеклелек батшалыҡ итә бит унда. Әлбиттә, үҙ баһаңды юғары ҡуйыу тойғоһо бер кемдә лә тик торғандан барлыҡҡа килмәй. Шуға ла һандарға иғтибар итәйек: республика гимназия-интернатында әле эшләгән педагог­тар­ҙың 70-е – юғары, 22-һе – беренсе, 11-е икенсе категорияға эйә. Улар араһында Рәсәй дөйөм белем би­реүҙең почетлы хеҙмәткәрҙәре, РФ-ның мәғариф алдынғылары, Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусылары бар. Был – бөгөнгө көндөң күрһәткестәре генә. Көслө һәм әүҙем уҡытыусылар һәр ваҡыт гимназияның төп нигеҙе булды. Тап улар 70 йыл дауамында республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан, сит өлкәләрҙән дә килгән бала­лар­ҙа белемгә ҡарата һөйөү уятты. Тап уҡытыусылар һәр баланы шәхес итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һалды, был донъяла кешенең төп терәге белем икәнлеген ныҡлы итеп аңлатты. Шуға ла бөгөн бөтә уҡытыусыларға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә! Рәхмәт һеҙгә, остаздар! Һеҙ уҡытҡан балалар бөгөн ерҙә ныҡлы баҫып тора.
Гимназия-интернатты тамамлаусыларҙың 99 процентының юғары уҡыу йортона ингәнлеген иҫәпкә алғанда, бында бирелгән белем кимәле тураһында ниндәйҙер аңлатыу һүҙҙәре яҙып тороу ҙа артыҡ. Ғорурла­нырлыҡмы? Әлбиттә!
Уҡытыусылар менән йәнәш килгән, балаларҙы көнө-төнө контролдә тот­ҡан, тәртипле йәшәргә, яҡшы уҡыр­ға өндәп тороусылар – тәрбиәселәр. Гимназистар уларҙы “икенсе әсәйҙәр” тип тә хөрмәтләп иҫкә ала. Төрлө яҡтан йыйылған, һәр береһе үҙ мәктәбендә лидер һәм отличник булған, бәлиғ тә булмаған көйө тыуған йортонан айырылған, һәр береһе алға ынтыл­ған, ҡайһы саҡ юғалып ҡалған, ҡайһы саҡ уҫаллыҡ күрһәткән бала­лар­ҙың йөрәгенә юл таба белеү һәр кемдең ҡулынан һәм күңеленән килерлек эш түгел.

Бында ҡанат нығына!


Тоям бына: ул көн килеп етер,
Үтмәһәңсе бушҡа, ғүмерем:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин, эшлә емереп.
Рәми ҒАРИПОВ.


ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!Күптән уҡып бөтһәм дә, иркен атлап, дәртләнеп-ҡанатланып, Өфө­ләге Рәсәй урамының 88-се йортона барырға ынтылам. Бында мине шағир­ҙың 65 йәшенә ҡарата ҡуйылған Рәми Ғарипов бюсы, шиғыр­ҙары, тап-таҙа иркен уҡыу бинаһы, йәшәү корпустары ҡаршы ала. Ә инде гимназистарҙың матур итеп һаулыҡ һорашыуы, үҙҙәрен тәртипле һәм матур тота белеүе күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ яҡты хистәр уята. Уҡытыусылар ҙа таный, өйрәнгән ғәҙәт буйынса уларға уңыштарыңды һөйләп китке, арҡанан бер яратып алыуҙарын тойғо килә. Шулай, йылмайып килеп инеп, рухланып, көс туплап сығып китәбеҙ. Һаман да икенсе йорт кеүек ул – гимназия-интернат.
Бер генә минут та буш үтмәгән матур көндәр менән һуғарыла гимназист тормошо. Уҡыу йорто тәүге көндәренән үк үҙендә уҡыусы, йәшәүселәрҙең рухын да, аҡыл кимәлен дә, физик үҫешен дә камиллаштырыу өсөн ҙур эш башҡара башлаған булған. Һәм иң ҡыуаныслыһы – әле лә шулай дауам итә. Гимназиялағы түңәрәктәр, махсус курстар, клубтар һәм башҡа бик күп төрлө эшмәкәрлек һәр гимназисты ҙур уңыштар яуларлыҡ итеп әҙерләй.
Бөгөн эшләгән түңәрәктәр, курстар һәм башҡа саралар тураһында яҙып үтмәй булмай. Шул түңәрәктәргә йөрөү күпме фәһем бирҙе.
“Аҡ ҡауырһын” әҙәби түңәрәге мәктәп-интернат асылғандан алып эшләй. Рәми Ғариповтың үҙе йөрөгән түңәрәк бит ул! Нисәмә шағир, яҙыусы, журналист тап унда тәүге ижад емештәрен һынаған. Уларҙың һәр береһен теҙеп сығыу өсөн айырым мәҡәлә яҙырға тура килер ине. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай улар – уҡыусыларҙың ижад яҙмалары республика гәзит-журналдарында, гимназияла сыҡҡан гәзиттә һәм башҡа урындарҙа даими донъя күрә.
“Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2004 йылда ғына барлыҡҡа килһә лә, бөгөн репертуарында 30-ҙан ашыу бейеү булған, аяҡтарынан ут сәсеп торған талантлы 13 – 17 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙы туплаған төркөм ул. Унда шөғөлләнеүсе балалар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урындар яулай. Улар күптән инде концерттарҙың йөҙөк ҡашы булырлыҡ сығыштары менән популяр. Хатта, иғтибар итегеҙ әле, “Байыҡ” республика башҡорт бейеүҙәре телевизион конкурсында гран-при яулаусыларҙың да күпселеге – гимназистар.
“Аҡмулла” ЮНЕСКО клубы 2011 йылдан эшләй. Унда 9 – 11-се синыф уҡыу­сылары йөрөй һәм милләт-ара аралашыу сиктәрен киңәйтеү, төрлө йүнәлештәр буйынса донъя кимәленә сығыу, үҙ-үҙеңде табыу, үҫтереү сер­ҙәренә өйрәнә.
“Беренсе” тип аталған мәктәпте тамамлаусылар ассоциацияһы – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатындағы төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Ул гимна­зис­тар уҡып бөткәндән һуң да мәҙәни һәм профессиональ йүнәлештә ара­лаш­һын, бер-береһенең шәхси һәм һөнәри үҫешенә булышлыҡ итһен өсөн ойошторолған. Ассоциацияның социаль селтәрҙәрҙә махсус биттәре лә бар. Бөтәбеҙ ҙә шунда тупланырға онотмайыҡ, гимназистар!
“Ғарипов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы талантлы шағир, тәржемәсе, журналист, фольклорсы Рәми Ғариповтың ижадын өйрәнеү, тикшереү, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған. Ул йылына бер тапҡыр үткәрелә.
Медицина үҙәге 1999 йылда барлыҡҡа килә. Бында гимназистар һаулығын нығытып ҡына ҡалмай, сәләмәтлеген алдан хәстәрләй ҙә. Заманса ҡорамалдар, юғары квалификациялы медицина белгестәре, ҡымыҙ менән дауалау-профилактика саралары һәр баланың сәләмәтлеген нығыта, һаҡлай. Стоматология кабинеты, хатта тоҙ шахтаһына тиклем бар.
Рәми Ғарипов исемендәге премия 1994 йылда бирелә башлаған. Ул – шағирҙың ижадын ныҡлы өйрәнеүселәр, Рәми Ғарипов ижады тураһында публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһаған, үҫеп килгән быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәр­ҙең өлөшө. Гимназистарға ла, башҡа ижадсыларға ла бирелә.
“Таңсулпан” балалар драма театры 2005 йылдан эшләй, репертуарында 15-тән ашыу спектакль бар. Балалар драма театрына йөрөгәндәр араһынан ҙур сәхнәгә сығыусылар бихисап.
ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!Хеҙмәт тәрбиәһе тураһында һөйләгәндә дәресте генә күҙ уңында тотмайбыҙ, әлбиттә. Ашханала дежур иткән мәлдәр, йәйге каникулда килеп, баҫыу һәм баҡсала эшләү «ҡылт» итеп иҫкә төшә. Балалар әле лә үҙҙәрен-үҙҙәре ҡарарға, йәшәгән урынын тап-таҙа тоторға, хеҙмәтте яратырға өйрәтелә. Бүлмәләрҙе, коридорҙы көнөнә икешәр тапҡыр йыуа инек. Гимназия-интернатты ойошторғас уҡ уның тәрбиәләнеүселәре эшкә йәлеп ителә. Ҡасандыр уҡыусылар ат менән аҙыҡ һәм һыу ташый, бесән-утын әҙерләй, мейес яға хатта. Хәҙер эштәр башҡасараҡ. Ләкин бында һәр балаға, белем менән бергә, физик эшкә лә һөйөү һеңдерелә.
Әле яңы ғына асылған “Шоңҡар” спорт комплексы мөһабәтлеге менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ундағы киңлек, яҡтылыҡ – исеменә есеме шул тиклем тура килгән урынды күргән дә юҡ ине әле.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле 2004 йылда ойошторолған. Унда йөрөүсе егеттәр күптән инде төрлө кимәлдәге гастролдәргә йөрөй, гимназияның үҙендә үткән бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Һәм, әлбиттә, спорт тураһында яҙып үтмәйенсә булмай. Һүҙ иртәнге зарядка тураһында ғына бармай. Мәктәп-интернат асылғандан алып бында спортҡа ныҡ ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта гимназистар өсөн милли көрәш, гер спорты, еңел атлетика, саңғы, бокс, шашка түңәрәктәре һәм секциялары эшләй. Уҡытыусылар легендар остаздары, данлыҡлы Рәүеф Кәримов һалған физик тәрбиә эштәрен лайыҡлы дауам итә. Уҡыу йорто спортсыларының еңел атлетика тармағындағы уңыштары иҫ киткес. Нисәмә йыл буйы тап ошо балалар Өфө, республика кимәлендә уҙғарыл­ған бөтә кростар, ярыштарҙың йөҙөк ҡашы булып тора, уларҙы бер кем дә артта ҡалдыра алмай. Ә инде саңғы секцияһы һәр ваҡыт популяр булды. Унда йөрөүселәр араһында биатлон буйынса донъя чемпиондары, Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары ла бар.

Ниндәйһең һин, гимназист?

Бала булып булмай, тик бала саҡ –
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.
Рәми ҒАРИПОВ.


ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!Юбилей алдынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын – бала саҡ, үҫмер йылдары үткән урындарҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарап, һоҡланып, хатта әле уҡығандарға бер аҙ көнләшеп тә йөрөгән мәлдә ашханаға барып индек. Ишекте асыу менән ҡапыл туҡтап ҡалырға тура килде: сағыу тауышлы үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙың бик дәртле итеп йырлағаны ишетелә бит! Аптырайым, әллә балалар табаҡ-һауыт йыуған арала ла репетиция үткәрә инде? Йырҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым һәм үҙемә оят булып китте: ниндәй репетиция булһын?! Һуң, былар гимназистар ҙа инде! “Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан!” тип йырлауҙары йөрәктән сыҡҡан дәрт, ғүмерлеккә һеңдерелгән башҡорт рухы, ғорурлыҡтың аһәңе бит ул! Бына шундай матур күренеш: үҙҙәре стакандарға һут ҡоя, әфлисун йыуа, үҙҙәре йырлай, йылмая. Беҙ ҙә шулай, “Башҡорт телендә һөйләшәм, баш­ҡорт телендә”, йә “Ай-һай, Салауат, башҡортомдоң ҡаны, ай-һай, Салауат – үҙ халҡымдың даны” тип йырлай-йырлай уҡып сыҡтыҡ гимназиянан. Бына ошо бәләкәй генә эпизод та Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының рухын асыҡ күрһәтеп тора. Бында башҡа һүҙ яҙып тороу ҙа артыҡ, быны тойорға кәрәк…

Иҫләйһеңме?

Интернатташ, тиеп өндәшәмен
Күпме туғаныма мин бөгөн –
Беҙҙән һин бит шундай татыу
бер йорт,
Шундай матур ғаилә төҙөнөң.
Интернатым,
Тыуған йортом минең,
Һиндә тыныу белмәҫ усаҡ бар.
Гөрләп торһон һиндә һәр саҡ
тормош,
Өҙөлмәһен беҙҙең һуҡмаҡтар.
Рәмил ЙӘНБӘК.


Әйҙәгеҙ, интернатташтар, икенсе йортобоҙҙа йәшәү һәм уҡыу дәүерендә, төрлө йылдарҙа булған ваҡиғалар­ҙы, хәлдәрҙе иҫләп алайыҡ. Хәти­рәләр барыбыҙ өсөн дә уртаҡ, шуға ла түбәндә яҙылғандарҙың авторҙарын айырып билдәләп тә тормайыҡ. Был юлдарҙың авторҙары – гимназия-интернат балалары.
“Ҡалаға артыҡ сығып йөрөүҙе хупламай тәрбиәселәр. Шуға ла берәү ғариза менән тышҡа йыйына башлаһа, заказдар бирә башлайбыҙ. Был юлы ла миңә 19 туңдырма алырға ҡушып сығарҙылар. Алдым, полиэтилен пакетҡа һалдым. Тик көн эҫе булғас, туңдырма тиҙ арала ирене лә ҡуйҙы, етмәһә, пакет тишелеп сыҡты. Шулай, артымдан иреп аҡҡан туңдырма эҙҙәре ҡалдырып ҡайтып еттем. Бер кем дә миңә үпкәләп торманы, әрләмәне. Ашхананан ҙур һауыт һорап алдыҡ та, туңдырмаларҙы ҡушып, 19 бала теҙелеп ултырып, ҡалаҡ менән ашаныҡ. Шул яртылаш ирегән, ванилле, бананлы, баллы туңдырма ҡушылған аҙыҡтың тәме әле һаман тел осомда. Унан да татлыраҡ бер ни ҙә ашаған юҡ әле…” (1996 йылғы сығарылыш уҡыусыһы).
“Режимға һәм тәртипкә өйрәнә лә башланыҡ. Мейестәргә һәм кухняға яғырға утын ярабыҙ, һыу ташыйбыҙ, ихатаны һеперәбеҙ, аш-һыу әҙерләшәбеҙ, иҙән йыуабыҙ” (1947 йылғы сығарылыш уҡыусыһы).
“Отбой булып, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, өҫкө ҡатта йәшәгән өлкән класс малайҙары беҙҙең бүлмәгә “һөжүм” итте. Шулай итеп, мендәр һуғышы башланды. Улар беҙгә, беҙ уларға мендәр менән тондорабыҙ. Аҙаҡ шул мендәр тыштарының хаҡын педагогия институтында уҡып йөрөүсе беҙҙең бүлмә тәрбиәсеһенән түләттеләр” (1950 йылғы сығарылыш уҡыусыһы).
“Гимназияла бер егет дуҫлыҡ тәҡдим итеп, записка яҙҙы. Мин яуап биреп торманым инде – уҡырға кәрәк бит! Ләкин ул ныҡышмал булып сыҡты, һәр көн запискалар яҙып аптыратты ғына. I курста уҡ дуҫлашып йөрөй башлағайныҡ, аҙаҡ ғаилә ҡорҙоҡ. Хәҙер ике улыбыҙ бар инде” (2000 йылғы сығарылыш уҡыусыһы).
“Райондан кемдер беҙҙең өҫтән “халыҡ дошмандарының балалары уҡый” тип ялыу яҙып ебәргән. Мине мәктәптән ҡыуҙылар, шулай итеп, мин “вольнослушатель”, “нелегальный дет­домовец” булып киттем, йәғни мәктәпкә уҡырға йөрөнөм, төндәрҙе йә ағайымдың карауатында, йә баракта үткәрә инем. Директор Сажиҙә Зайлалова апай мине фатирына алып ҡайтып, туйғансы ашата ине, уға сикһеҙ рәхмәтлемен” (1955 йылғы сығарылыш уҡыусыһы).

Яҡтырт юлыбыҙҙы!

Әле юбилейын байрам итеүсе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыу һәр кем өсөн оло тормош мәктәбе, яҙмыш бүләге, бәхет күпере кеүек ул. Белем усағында тәрбиәләнгән нисәмә шәхес республиканың, илебеҙҙең алтын фонды булып тора. 10 меңдән ашыу шәхес тәрбиәләүе, 70 йыллыҡ данлы тарихы, 100 процентҡа тиерлек юғары уҡыу йорттарына инеүсе сығарылыш уҡыусылары менән ғорурланырға хаҡлы ул. Ә уҡыусылары өсөн ҡояш кеүек был уҡыу йорто. Шуға ла һүҙҙе интернатташыбыҙ Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғырҙарының береһе менән тамамлайыҡ. Байрам менән, гимназистар!
Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай Кәримов һәм
Александр Королев фотолары.

Сығыу ваҡыты 30-01-2015, 05:05 | Ҡаранылар: 1377
|
  • Гимназия-интернат саҡыра
  • БЕРЕНСЕЛӘР!
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
  • Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының энциклопедияһы донъя күрәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM