НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бында роботтар “терелә”

Бында роботтар “терелә”


Бында роботтар “терелә”Бында роботтар “терелә”16 – 19 ғинуарҙа Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡыусыларҙың фи­зика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үткәрелде. Бер юлы “Altair” компьютер һәм робот техникаһы лабораторияһы эше лә күрһәтелде.
“Altair” компьютер һәм робототехника лабораторияһы күргәҙмәһе бик ҡыҙыҡлы ойошторолғайны. Бына һәнәкле тейәгес (вилочный погрузчик) моделе. Ул өҫтәлдә ятҡан ағас бурсаларға үҙ аллы килә, уларҙы эләктереп, тейешле бейеклеккә күтәреп һала.
Икенсе роботтың “күҙ”ҙәре – фотосен­сор­ҙары бар. Ул ҡағыҙға төшөрөлгән ҡара һыҙаттан ситкә тайпылмайынса хәрәкәт итә. Ә бына “КУКА” сәнәғәт манипуляторын уҡыу­сылар конкурста еңгән. “Аль­таир”сылар уны үҙгәрткән – веб-камера өлөштәрен ҡуйып, микроскоп яһаған. Уҡыу­сылар принтер моделен дә эшләгән. Ул ысын техниканың ниндәй өлөштәрҙән тороуын ап-асыҡ күрһәтә.
Был роботтарҙы уҡыусылар үҙҙәре эш­ләтә. Иң башта “Лего NXT” модулле система эшкә “егелә”. Уның айырым өлөштәре – контроллер, датчиктары, сервомоторҙары бар. Йыйылма менән эшләүе еңел. Ике-өс ай эсендә аҙна һайын лабораторияға йөрөгән уҡыусылар тиҙ арала робот техникаһы серҙәренә төшөнә.
Аҙаҡтан уҡыусылар “Ардуино” платформаһы менән таныша. Электрон конструктор­ҙар ҙа ҡатмарлаша. Күргәҙмәлә булған уятҡыслы сәғәт, термометр тап ошо “Ардуино” ярҙамында эшләй ҙә инде.
“Altair” лабораторияһына информатика уҡытыусылары – физика-математика фәндәре кандидаты Руслан Исаев һәм педагогика магистры Дим Шәйәхмәтов нигеҙ һалған. Тәүҙә балаларға информатика серҙәре өйрәтелгән. Артабан ҡыҙыҡһыныу­ҙары артҡас, өс төп йүнәлеш – олимпиада программалауы, ғәмәли сиселештәр бүлеге, робот техникаһы барлыҡҡа килгән.
Өс йылда лабораторияла шөғөлләнеүселәр робот техникаһы буйынса Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға, компьютер уйындары яҙырға өлгөргән. Лаборатория үҙенең “АЛИМ” исемле интернет-олимпиадаһын да булдырған.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, лабораторияға йөрөүсе егермегә яҡын уҡыусы үҙҙәре нимә теләй – шуны үҙ ҡулдары менән эшләй ала. Улар артабан да программалау, робот техникаһы, электроника өлкәһендә белем алырға, эшләргә ниәтләй.
Уҡыу йортоноң директоры, тарих фәндәре докторы, профессор Айгөл Хәбибуллина әйтеүенсә, бында Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларынан 350-гә яҡын уҡыусы белем ала. Йыл да сығарылыш уҡыусыларының 95 проценттан ашыуы башлыса техник йүнәлештәге институт-университет студенттары булып китә.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 22-01-2015, 20:00 | Ҡаранылар: 765
|
  • Электрон мәктәп нимәнән башлана?
  • Кем иң оҫта рәссам?
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Яңы заман технологияларын үҙләштереп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM