НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Егәрленең ҡулы етәү

Егәрленең ҡулы етәү


Егәрленең  ҡулы етәү25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнөнә ҡарата, ғәҙәттә, уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәгән йәштәрҙе һүрәтләргә тырышабыҙ. Быйыл да ошо матур традицияны дауам иттек. Әңгәмәсебеҙ үҙенең бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалыуы менән бәхетле.

Морат Ейәнсура районының Мөхәмәтйән ауылында тыуып үҫ­кән. Әле ул Өфө дәүләт авиация техник университетында авиация двигателдәрен проектлау факультетының икенсе курсында уҡый. Бер юлы ул был юғары уҡыу йортоноң Хәрби уҡыу үҙәгендә лә белем ала.

– Ғаиләлә дүрт бала үҫтек, бөтәһе лә егеттәр, – ти әңгәмәсебеҙ. – Ағайым, мин һәм ике ҡустым бар. Бәләкәйҙән үк хәрби булырға теләнем. Кадет корпусында уҡырға иҫәбем бар ине, тик атай-әсәйем ебәрмәне. 11-се класты тамамлағас, ҡайҙа барырға тип йөрөгәндә, апайым Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм уның Хәрби уҡыу үҙәге тураһында һөйләне. Бөтә һынауҙарҙы үтеп, документтарҙы өлгөрттөм.

Морат, әрме хеҙмәтенә саҡырылыусылар кеүек, медицина комиссияһы үткән, психологик тест тапшырған. Аҙаҡ хәрби комиссариаттан махсус йүнәлтмә алған.
– Үҙәктә беҙҙән офицерҙар әҙерләйҙәр. Хәрби кафедрала запас­тағы офицер званиеһы бирелә, – тине ул.

Төп факультеттағы һәм хәрби уҡыу программалары бер-береһе менән оҡшаш. Үҙәктә уҡыусылар самолеттарҙы һәм вертолеттарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау тигән һөнәр алып сыға. Дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр була. Курсанттарҙың уҡыған һәм йәшәгән урындары ла айырым урынлашҡан. Улар көн тәртибенә буйһона, махсус форма кейә.

Үҙәктә уҡыу тырышлыҡ талап итә, ти Морат. Эйе, инженер һөнәре һәм хәрби йүнәлештә уҡыу­ҙы һәр кем бергә алып бара алмайҙыр. Махсус йүнәлтмә буйынса уҡырға килеп, аҙаҡтан уҡыуын ташлап ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел икән. Бергә уҡыған иптәштәре республиканың төрлө төбәгенән йыйыл­ған. Араларында башҡорттар, рустар һәм татарҙар бар.

Морат бындай йүнәлештә уҡыуына һис тә үкенмәй. Иң мөһиме – һаулыҡ яҡшы булырға тейеш. Егет киләсәктә үҙен хәрби хеҙмәткә арнарға уйлай. Әйткәндәй, уҡыуҙы тамамлаусылар мотлаҡ рәүештә өс йыл контракт нигеҙендә әрме тормошо менән танышырға тейеш. Уларға лейтенант званиеһы бирелә. Артабан йәш офицерҙар взвод командиры вазифаһын үтәй, хәрби аэродромдарҙа, авиация техник базаларҙа һауа судноларын йүнәтеү, файҙаланыу өлкәһе буйынса хеҙмәт итә ала.

Әңгәмәсебеҙ спорт менән дә дуҫ. Мәктәптә уҡығанда уҡ милли көрәш менән етди шөғөлләнгән, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. Былтыр көҙҙән бирле кикбоксинг секцияһына йөрөй. Был спорт төрө миңә оҡшай, һөҙөмтәләргә өлгәш­һәм, ярыштарҙа ла ҡатнашырға уй-ниәтем бар, ти Морат. Милли көрәшкә килгәндә, тренерҙар булмағас, уны ҡалдырып торорға мәжбүр булған.

Һөйләшеү аҙағында Морат үҙенең теләктәрен дә еткерҙе:

– Йәштәргә шуны ла әйтер инем: мәктәптә уҡығанда уҡ тырышһындар, БДИ-ға ентекле әҙерләнһендәр. Документтарҙы тапшырыр алдынан яҡшылап уйлау кәрәк. Буласаҡ һөнәр мине ҡәнәғәтләндерерме, аҡса килтерерме, уның буйынса үҫешә алырмынмы – һәр кем ошо һорауҙарға яуап табып ҡараһын. Ата-әсәнең теләге менән йәки башҡа сәбәп арҡаһында үҙҙәренә тап килмәгән һөнәр алып сығып, тормошта юғалып ҡалыусылар күп осрай.

Бына ошондай тырыш, бөтә маҡсатына ирешергә ынтылған егет менән осраштыҡ. Морат һымаҡ йәштәр халҡыбыҙҙың киләсәге, уның өмөтө булып тора ла инде.

Эдуард БУЛАТОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 22-01-2015, 18:00 | Ҡаранылар: 827
|
  • “ӨДАТУ-ла – Авиация көнө”
  • Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
  • Ҡораллы Көстәрҙә диссертация яҙырға ла мөмкин
  • Әрмелә булмаһаң, чи­новник булырға хыялланма ла
  • Ғилми ротала хеҙмәт итеүгә беренсе призывник ебәрелде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM