НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр…

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр…


Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр…йәки Сибай студенттарының Ҡытайҙы яулап ҡайтҡаны
Үҙ көсөңдө һынау һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Һүҙҙең нимә ха­ҡында барғанын аңлаған­һы­ғыҙҙыр, ярыштарҙың әһәмиәте хаҡында әйтеүем. Ни тиһәң дә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, кешеләр менән аралашыу шәхси үҫешеңә йоғонто яһамай ҡалмай. БДУ-ның Сибай институты етәкселеге лә ошо маҡсаттан сығып эш итә. Октябрь аҙаҡтарында йәш иҡтисадсылар командаһының Ҡытайға барып, Рәсәй намыҫын яҡлап ҡайтыуҙары ла ҙур мәртәбәгә эйә.
– Аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. 34 дәүләттән, атап әйткәндә, АҠШ, Канада, Германия, Ҡытай, Франция, Мексика кеүек көслө илдәрҙән килгән студент командалары араһында Рәсәй данын яҡланыҡ бит. Тойғоларҙы һөйләп кенә еткереп булмай, ә кисереү мөһим, – тип үҙ ҡыуаныс­тары менән уртаҡлашты студенттар.
Уларҙың әйтеүенсә, ECANTUS Халыҡ-ара бизнес-идеялар конкурсының Донъя кубогы өсөн ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы төбәк этабында еңгән өсөн бирелә. Баһалама составының KPMG, Pepsico, Coca-cola, Unilever кеүек эре компаниялар етәкселәренән тороуы бәйгенең кимәлен күрһәтмәй ҡалмай.
Конкурстың беренсе көнө мәҙәни йәрминкә менән уны рәсми асыуҙы үҙ эсенә ала. Тәүгеһендә һәр команда инглиз телендә тыуған иле хаҡында мәғлүмәт бирә, ундағы халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары менән таныштыра. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә йыр-бейеүҙәрен күрһәтә, аш-һыуҙарын тәҡдим итә. Ҡатнашыусылар Рәсәй командаһының өҫтәленән оҙаҡ ҡына айырыла алмай тора. Ундағы төрлөлөккә һәм байлыҡҡа уларҙың иҫе китә.
Иртәгеһенә командалар һигеҙ лигаға бүленеп, үҙ проекттарын күрһәтә. Беҙҙекеләр Ҡытай, Нидерланд, Марокко менән бер лигала сығыш яһай. Һәр команда 17 минут эсендә үҙ эштәре хаҡында бәйән итергә тейеш була.
– Башта конкурстың юғары кимәлдә үтеүен билдәләр инем, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты, команда етәксеһе Урал Барлыбаев. – Көслө командалар араһында беҙҙең студенттар һынатманы, лайыҡлы сығыш яһаны. Команда­лар­ҙың киң масштаблы проблемалы проекттарҙы үҙ эсенә алған эше юғары баһаланды. Мәҫәлән, берәүҙәр эсәр һыуҙы таҙартыу мәсьәләһе буйынса сығыш яһаһа, ҡайһы бер илдәр үҙҙәрендә аҙыҡ-түлектең етешмәүен сағылдырҙы. Шуны әйтеү мөһим: конкурстан алып ҡайтҡан тәжрибә киләсәктә һис шикһеҙ ярҙам итәсәк.
Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса, финалға һәр лиганан ике команда сыға. Дөйөм финалда Ҡытай, Марокко, Ирландия һәм Порте көс һынаша, ә Донъя кубогын ҡытайҙар яулай.
Ҡытайға барып ҡайтҡан студенттар менән уҡыу йортондағы матбуғат конференцияһы оҙаҡ ҡына дауам итте. Студенттар журналис­тарҙың һәр һорауына ентекле яуап биреп, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Халыҡ-ара конкурс тағы ниндәй яғы менән оҡшаған һуң?
– Конкурсанттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, – тине егеттәрҙең береһе. – Әллә күпме дуҫ таптыҡ. Бигерәк тә Ҡырғыҙстан, Ҡа­ҙағстан студенттары менән яҡшы аралаштыҡ.
– Мәҙәни саралар юғары кимәлдә ойошторолдо. Ҡала буйлап экскурсияла йөрөнөк, – тип әңгәмәне дауам итте улар. – Бөтә ерҙәге таҙалыҡ, тәртип һоҡландырҙы. Урам һепереүселәр шул тиклем күп, урамда сүп-сарҙың күренеүе була, шунда уҡ юҡҡа сыға.
Яҡташтарыбыҙ махсус ҡунаҡханала йәшәгән. Башта ятыраҡ тойол­ған аҙыҡ-түлектәренә тора-бара өйрәнгәндәр. Шулай ҙа иң туҡлыҡлыһы үҙебеҙҙең билмән, тип көлөштө улар.
Бизнесты үҫтереү һәм киң йәйелдереү кеүек ошондай кон­курс­тарҙы Сибайҙа ла уҙғарырға теләгегеҙ юҡмы, тигән һорауға студенттар, яҡшы идея, киләсәктә тормошҡа ашырасаҡбыҙ, тип ҡуйҙы. Шулай уҡ һөйләшеүҙә мәктәп уҡыу­сыларын шефлыҡҡа алып, ошо йәһәттән эш алып барыу зарурлығы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әйткәндәй, команда ағзаларының барыһы ла тиерлек – сығарылыш курс студенттары. Был иһә үҙ сиратында алмаш әҙерләүҙе талап итә.
Ысынлап та, йүнселлекте үҫтереү йәһәтенән республикала был юҫыҡтағы конкурстарҙы уҙғарыр­ға кәрәк. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәгән кеүек, үҙ эштәрен асырға теләгән йәштәргә ярҙам булыр ине. Мәҫәлән, Ҡытайға конкурсҡа барып ҡайтҡан студенттарҙың береһе – Арыҫлан Байрамғолов ике йыл элек тыуған ауылында “Леспром” йәмғиәтен асып ебәргән. Әлеге ваҡытта 4-се курс студенты ҡулы аҫтында 12 кеше эшләй.
– Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуға факультеттың “ECANTUS” командаһына йөрөүем ярҙам итте. Тәүге һабаҡтарҙы ошонда алдым, – ти ул.
Нисек кенә булмаһын, тын­ғы­һыҙлыҡты үҙ иткән студенттарға эш табыуы ауыр булмаясаҡ. Ни тиһәң дә, йәш иҡтисадсыларҙы бөгөндән үк үҙҙәренә саҡырыусы ойошмалар булһа, күпселеге киләсәктә үҙ эшен асып, илебеҙ йәшәйешен яҡшыртыуға өлөшөн индерергә теләй.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 05:06 | Ҡаранылар: 1173
|
  • Мәғлүмәтте ваҡытында һәм дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙ
  • Аныҡ маҡсаттар менән – киләсәккә
  • «Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»
  • Рәсәй студенттары икенсе йөҙгә аяҡ баҫты
  • Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM