НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Психолог ярҙам итә
Новости / Мәғариф // 13-11-2017, 16:39


Психолог ярҙам итә
Улымды компьютерҙан айыра алмайым
Улыма 15 йәш. Ул күп ваҡытын компьютер алдында үткәрә башланы. Саф һауала йөрөмәй тиерлек, хәрәкәтле уйындар ҙа ҡыҙыҡтырмай. Өйгә эштәренә илке-һалҡы ҡарай. Уҡытыусылар зарлана, уҡыуҙағы өлгәше менән ҡәнәғәт түгелдәр. Улым шелтәләрҙе ишетергә теләмәй. Ошо хәлдән нисек сығырға, кәңәш бирегеҙсе, зинһар!
Зилә ВАҺАПОВА.
Көйөргәҙе районы....

Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
Новости / Мәғариф // 5-11-2017, 08:30


Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
Башҡортостанда йәш ғаиләләр өсөн ташлама, субсидия һәм пособиеларҙың тиҫтәләгән төрө бар. Шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә социаль пособиелар. Республикала федераль кимәлдә раҫлан­ған бөтә төр балалар пособиеһына 15 процент өҫтәмә ҡаралған. Бынан тыш, йәш ғаиләләр тағы ниндәй дәүләт ярҙамына өмөт итә ала һуң?...

Баланы нисек йыуатырға?
Новости / Мәғариф // 29-10-2017, 09:00


Баланы нисек йыуатырға?йәки Һигеҙ “кәйеф витамины”
Баланың кәйефе йыш ҡына насарайып тора. Уға күңел­һеҙ булғанда, арығанда йәки еңмешләнеп илай. Хатта буштан-бушҡа көйһөҙләнергә лә яраталар. Шулай ҙа өлкәндәр өсөн бәләкәстең иламауы мөһим. Ҡайһы бер баланың истерикаһын туҡтатыуы еңел түгел, шуға күрә ул башланмаҫ борон сараһын күрергә кәрәк. Әйҙә илаһын, ялҡһа, үҙе тымыр, тип ҡул һелтәп ҡуйыу дөрөҫ түгел. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, берәй көн үҙегеҙгә лә иларға тура килер. Йыуатыу, әүрәтеү урынына ҙурайған балағыҙҙың битараф ҡына янығыҙҙан үтеп китеүе бар....

Мөғәллимә булып тыуалар
Новости / Мәғариф // 27-10-2017, 11:36


Мөғәллимә булып тыуаларСалауатта бар күңелен балаларға, ярат­ҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусылар­ҙан йәш белгестәр ҙә ҡалышмай. Шуларҙың береһе – башланғыс клас­тар уҡытыусыһы Ләйсән Байрамғолова 22-се мәктәптә эшләй.
...

“Һеҙгә бында инеү ҡәтғи тыйыла!”
Новости / Мәғариф // 26-10-2017, 10:52


“Һеҙгә бында инеү ҡәтғи тыйыла!”
Беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәселәр ата-әсәләрҙе төркөмгә индермәй. “Һеҙгә бында инеү ҡәтғи тыйыла!” – тип тупһанан бороп сығарырға әҙер торалар. Ата-әсәнең балаһы йөрөгән төркөмдө ҡарап сығырға хоҡуғы ла юҡмы ни?
Алһыу.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы....

Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра
Новости / Мәғариф // 17-08-2017, 11:59


Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе өйрәнеү һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып торған. Уға бәйле бәхәстәр тынғаны ла юҡ, шикелле. Бынан бер тиҫтә йыл тирәһе генә был йүнәлештә әүҙем эш алып барылып, республикабыҙҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе арыу уҡ үҫеш алғайны. Әммә, әле килеп тағы ла шул мәсьәлә ҡалҡып сыға, кемдәрҙер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, кемдәрҙер аҫаба халыҡтың теле мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙә....

Үҙгәрештәргә асыҡлыҡ индерелде
Новости / Мәғариф // 27-03-2017, 13:12


Үҙгәрештәргә  асыҡлыҡ индерелде21 мартта Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова “Рәсәй” медиаүҙәгендә журналистар менән осрашып, мәғариф өлкәһендә халыҡты борсоған күп кенә һорауҙарға яуап бирҙе.
Балалар баҡсаһы өсөн компенсацияға ҡағылған һорау бик киҫкен булып ҡала. Ошо арала ғына күп ата-әсә элеккеһенә ҡарағанда бер ярым­ға күберәк сумманы түләргә кәрәклеген күрһәткән квитанция­лар­ҙы алып ныҡ аптыраны. Был айырыуса ҡалала йәшәүселәрҙе ҡыуан­дырманы. Элек республикала йә­шәү­селәр барыһы ла балалар баҡсаһы субсидияһына (беренсе бала өсөн – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөһөнә – 70 процент) өмөт итә алһа, 1 марттан ул кем ысынында мохтаж, шуларға ғына биреләсәк. Шулай итеп, ярҙам адреслы буласаҡ....

Мәктәп булһа, ауыл йәшәр!
Новости / Мәғариф // 17-02-2017, 17:37


Мәктәп булһа, ауыл йәшәр!«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы аша республикабыҙ өсөн мөһим объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, социаль объекттар төҙөлә. Баймаҡ районының Билал ауылы мәктәбе лә был мөһим сараға ҡушылды.
– Ауылдаштар был программаның мөһимлеген тәүҙә аңлап етмәне, – ти китапханасы Райхана Булатова. – Күптән түгел мәктәптә үткән йыйылышҡа ата-әсәләрҙең, башҡалар­ҙың әҙ килеүе лә быға асыҡ миҫал булып торҙо. Ошоно күҙ уңында тотоп, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы беҙгә нимәләр бирә, унда нисек ҡатнаша алабыҙ, тигән һорауҙарға яуап табыу өсөн 6 февралдә мәҙәниәт йортонда йыйылыш үткәрҙек.
Сараға барыһын да йәлеп итергә тырыштыҡ. Программала ҡатнашыу өсөн иң беренсе сиратта йыйылыш­ҡа халыҡтың күпләп килеүе беренсе шарт һанала.
Тәғәйенләнгән көндә ауылыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар йыйылды. Билал мәктәбе уҡытыусылары, уҡыу­сылар ентекле әҙерләнгән. Мәҙәниәт залы матур итеп би­ҙәлгән. 5-се класс уҡыусылары (етәксеһе – Айгөл Ғайсина) ата-әсәләр менән берлектә килгән ҡунаҡтарҙы тәм-том, сәй менән һыйланы. Арыраҡ мәктәп уҡыусыларының һүрәттәре күҙгә салына. Ниндәйе генә юҡ! Һүрәттәр төрлө-төрлө, ләкин уларҙың мәғәнәһе бер. Уҡыусылар ярыҡ тәҙрә эргәһендә өшөп ултыра, быяла ярсығына ҡулын ҡырҡҡан бала тора. Һүрәттәрҙе берләштереп, «Билал мәктәбенә яңы тәҙрәләр кәрәк!» тигән яҙыу ҙа элгәндәр.
Йыйылыш үтәсәк залға инәбеҙ. Ауылдаштар күпләп йыйыл­ған, зал шығырым тулы. Тимәк, билалдар программаға ҙур өмөт бағлай.
Тәүҙә уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергә ойошторған концертты ҡараныҡ. Шуның менән Рәсәй киноһы йылын ябып, Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы асылды. Аҙаҡтан инде барыһына ла «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһының шарттарын аңлаттыҡ.
Халыҡ, ошондай йыр-моңға ғашиҡ, белемгә ынтылышы булған уҡыусылар, белем биреүгә бөтә көсөн, ваҡытын сарыф иткән уҡытыусылар ярыҡ быялалы, рамдары ҡыйшайған, ел өрөп торған мәктәптә уҡырға һәм эшләргә тейеш түгел, тигән ҡарарға килде. Программаға Билал, Һәмән ауылдары халҡы ла дәррәү ҡушылды. Әлеге ваҡытта инициатив төркөм төҙөлдө, документ эштәре башланды, йәғни боҙ урынынан ҡуҙғалды.
Тиҙҙән Билал балалары яҡты, йылы, тәҙрәләренән ел өрөп тормаған мәктәптә уҡыясаҡ. Башланған эш – бөткән эш, тиҙәр. Ауыл халҡының берҙәм булыуы ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә.
...

Бер ғаиләнән – ике фән кандидаты
Новости / Мәғариф // 8-02-2017, 18:00


Бер ғаиләнән –  ике фән кандидаты
Бер ғаиләнән –  ике фән кандидаты
Улар менән ғорурланырға ғына ҡала

Кем генә халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ошо шиғыр юлдарын хәтерләмәй икән:
Һеҙ менәсәк фәндәр тауы
Бик бейек һәм бик текә.
Уның үренә ҡыйыуҙар,
Тырыштар ғына етә.

Был шиғыр юлдары, әйтерһең дә, бөгөнгө мәҡәләм геройҙарына арналған кеүек. Бер туған апалы-һеңлеле филология фәндәре кандидаттары Гөлнур Ҡасҡынова менән Динә Билалова башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялығы, ҡыйыулығы, ныҡышмалылығы, зирәклеге, тырышлығы һәм шул уҡ вакытта ярҙамсыл булыуҙары менән һоҡландыра....

Бәхеттәре нигеҙе – татыулыҡта
Новости / Мәғариф // 8-02-2017, 10:41


Бәхеттәре нигеҙе – татыулыҡтаАбдрахмановтар яратҡан һөнәрҙәрен эшкә әйләндереүе менән һөйөнә
Ғәҙәттә, ғаиләлә ир менән ҡатындың береһе генә фән юлын һайлай. Иптәшенең был шөғөлдө өнәп еткермәүе лә, киреһенсә, хуплап ярҙам итеүе лә бар. Ә бына ир менән ҡатын икеһе лә ғилми эшмәкәрлек менән булышһа, нисек икән? Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тиһәләр ҙә, бер ғаиләлә ике фән кешеһе килешә ала. Лена һәм Радмил Абдрахмановтар – тап шундай пар.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM