НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Сәләм, студент!
Новости / Мәҙәниәт // 12-09-2015, 12:21


Сәләм, студент!Сәләм, студент!Быйылғы йәйҙең һыуыҡ көндәрен әрләһәк тә, һыу инә алмаған­ға зарлан­һаҡ та, йәй йәй инде ул. Бар тәбиғәт йәшеллеккә күмелде, еләк-емеш уңды, бесән сабылды. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа ял итеп, йыл дауамына етерлек көс-ҡеүәт тупланы, эшләгәндәр кеҫәләрен ҡалынайтты. Сығарылыш кластары уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарын барланы, киләсәк һөнәре хаҡында уйланды.
...

Роликлы кроссовка арҡаһында тыуған мөхәббәт
Новости / Мәҙәниәт // 10-07-2015, 16:15


Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының ике йәш актеры Шәһит Хамматов менән Алтынай Юнысова сәхнәлә лә, тормошта ла матур пар булып йәшәй һәм ижад итә. Талантлы һәм алсаҡ, уңған һәм йор һүҙле, матур һәм һөйкөмлө йәштәргә ҡарап, яҙмыштары юҡҡа ғына пар итеп яралмағандыр, тип уйлай­һың. Уларҙың мөхәббәт тарихы ла романтик рухтағы нәфис фильмды хәтерләтә.
Шәһит таланттарға бай Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Ә Алтынай – Өфө ҡыҙы, тамырҙары менән Баймаҡ ерлегенә барып тоташа. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһын, Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең думбыра класын тамамлаған. Ғаилә парын театр сәхнәһендә барған “Автобус”, “Ҡыҙ урлау”, “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” һәм башҡа бик күп спектаклдә күрергә була....

Театр яңыса фекер йөрөткән йәштәргә һыуһаған
Новости / Мәҙәниәт // 10-07-2015, 15:56


Театр яңыса фекер йөрөткән  йәштәргә һыуһағанМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш актерҙары Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева, Урал Әминевтың Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен шатланып хуплайым.
Заман да, заң да үҙгәрә, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа минең театрға ҡарата мөнәсәбәтем бер ни тиклем һүрелгәндәй булды, сөнки беҙҙең йәшлек кумирҙарыбыҙҙың күбеһе пенсияға китте, ҡайһы берҙәре баҡыйлыҡҡа күсте. Театрҙа ҡалғандары ла сәхнәгә һирәк сыға кеүек. Репертуар ымһындырмай, еңел-елпе әҫәрҙәр зауыҡты ҡәнәғәтләндермәй башлағайны. Үҙҙәренең һәр образына мөкиббән өлкән быуын артистары академия театры тамашасыларын талапсан итеп тәрбиәләп өлгөргәйне шул. Ҡыҫҡаһы, минеңсә, драматургияның ҡытлыҡ кисереүе көн кеүек асыҡ....

Әсә һәм ҡыҙ – ике актриса
Новости / Мәҙәниәт // 10-07-2015, 10:52


Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Аида Күлбаева-Әхмәтова башҡар­ған характерлы образдары менән күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан. Сәхнә – уның ҡанында, йәшәйешендә, тип әйтергә була. Сөнки әсәһе лә сәхнә кешеһе – Сибай башҡорт дәүләт драма театры примаһы, Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Зифа Баязитова.
Оҙайлы гастролдәр ваҡытында әсәйемдең туғандарында йәшәнек. Улар – бер туған ете бала, барыһы ла Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәй. Шуға күрә, беҙ йөрөмәгән балалар баҡсаһы, уҡымаған мәктәп ҡалманы, тип көлөшөп тә алабыҙ. Тик был мәшәҡәттәрҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул иттек. Ҡайһы бер йылдарҙа әсәй гастролгә беҙҙе лә алып сыға торғайны, ярты Башҡортостанды тап шул саҡта уҡ күреп белдек. Пермь крайына ла барырға тура килде. Үҫә килә, әсәй­ҙең оҙайлы сәфәрҙәре ваҡытында икәүләшеп кенә донъя көттөк, үҙаллы булып үҫтек. Тормошта үҙ һөнәребеҙҙе, күңелгә яҡын шөғөлдө эҙләп, Әлиә менән ниндәй генә түңәрәктәргә йөрөмәнек. Бейеү, гитара, һынлы сәнғәт, ҡул эштәре, йөҙөү менән шөғөлләндек, йәш экологтар ойошмаһына йөрөнөк. Ваҡыт менән бергә ул ҡыҙыҡһыныу­ҙар ҙа үтте, 9-сы кластан һуң бейеү менән генә шөғөлләндем....

Йөрәгемде һеҙгә бүләк итәм!
Новости / Мәҙәниәт // 3-07-2015, 09:08


Йөрәгемде һеҙгә  бүләк итәм!Буласаҡ йырсы иҫ китмәле хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Яуымбай ауылында буй еткерә. Ике малай һәм ике ҡыҙ үҫә улар ата йортонда. Баязит атаһы Рәмзи ағай мәрхүмдең күкрәк тултырып һуҙған “Һандуғас”, “Илсе Ғайса”, “Раушаниям, бәғерем” һ.б. йырҙарын бар күңеле менән үҙ итеп, әҫәрләнеп тыңларға ярата. Әммә уны милләтебеҙ ғорурлығы, башҡорттоң айырылмаҫ моңдашы булған ҡурай нығыраҡ әсир итә. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән үҙен ҡурайсы итеп күҙ алдына килтерә. Айырым бер дәрт һәм илһам менән боронғо ҡоралда уйнаған малай мәктәп һәм район конкурстарында призлы урындар яулай, үҙенең уңыштарынан ҡанатлана. Әле башланғыс синыфтарҙа ғына уҡып йөрөгән һәм бейеүсе булараҡ танылып өлгөргән малайҙың был һәләтен ата-әсәһе һәм уҡытыусылары ла хуплай. Ә урта синыфтарҙа инде һәләтле үҫмер үҙен йырсы булараҡ та таныта....

Йәштәр театры тәҡдим итә
Новости / Мәҙәниәт // 3-07-2015, 07:40


ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Милли йәштәр театры хөрмәтле ҡунаҡтар­ға һәм баш ҡала тамашасыһына үҙенең иң сағыу, үҙенең йөҙөн һәм рухын билдәләгән спектаклдәрҙе тәҡдим итә.
Өс көн буйына – 4, 6 һәм 10 июлдә тамашасылар театрға исем биргән, әҙәбиәтебеҙ классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең бала саҡтан яратып уҡыған “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарай аласаҡ. Ул бына инде ун йыл сәхнәлә уйнала һәм балаларҙың да, ололарҙың да күңелен арбай. Режиссеры – Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мәсәлим Күлбаев....

113-кә лә күп ҡалманы
Новости / Мәҙәниәт // 27-06-2015, 10:30


113-кә лә күп ҡалманыҮҙенең сикһеҙ таланты, ихласлығы, таҙа күңеле менән күп­тәр­ҙе әсир иткән актриса бөгөн дә театр сәхнәһендә яңы образдар менән сығыш яһай. Һәр көнгә сабыйҙарса шатланып йәшәгән был ханым ҡояш кеүек яҡты нур сәсә. Күптән түгел 65 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы халыҡ артисында йәштәрҙе көнләштерерлек энергия, көс-ҡеүәт һәм дәрт урғыла. Бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Рәмилә Сәлимгәрәева.
– Йәмле йәйҙе, ялды һәм матур юбилейығыҙҙы ниндәй уй-ниәттәр, хыялдар менән ҡаршы алдығыҙ?
– Һуңғы йылдарҙа йәшемә иғтибар итмәйенсә, һәр көнгә шатланып, минең әле барыһы ла алда, тигән өмөтлө һәм яҡты уйҙар менән ғүмер итәм. 50 йәшлек бенефисымды үткәргән ваҡытта, 113 йәшкә тиклем йәшәйем, тип иғлан иткәйнем, был уйымдан кире ҡайтҡаным юҡ. Һәр сәғәттән, көндән ләззәт, кинәнес, рәхәтлек алып йәшәйем һәм бер генә минут ваҡытымды ла әрәмгә үткәрмәҫкә тырышам....

Юбилейҙар, иҫтәлектәр
Новости / Мәҙәниәт // 26-06-2015, 13:39


2 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевҡа – 85 йәш (1930).
7 – шағир Хәниф Кәримдең тыуыуына – 105 йыл (1910 – 1983).
18 – режиссер, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаевҡа – 70 йәш (1945).
20 – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135 йыл (1880 – 1934).
22 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Шәүрә Мортазинаның тыуыуына – 90 йыл (1925 – 2002)....

Матурлыҡ, саялыҡ, тырышлыҡ өлгөһө
Новости / Мәҙәниәт // 19-06-2015, 16:47


Матурлыҡ, саялыҡ,  тырышлыҡ өлгөһө Бала саҡта ул артист булырға хыяллана, үҫә төшкәс, юрист һөнәре ҡыҙыҡһындыра башлай, әммә уҡытыусы булырға яҙа. Римма Ғөбәйҙуллина яҙмышының тап шулай булыуына ҡыуана ғына.
1965 йылдың 9 майында Көйөргәҙе райо­нының Ермолаев ҡасабаһында донъяға килә ул. Бала сағы бик матур үтә һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай була. Өлкән ағаһы Фирҙәт артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөй. Уныһы иһә үҙенең яратҡан шөғөлдәренә һеңлеһен дә өйрәтә. Үҫмер саҡта ҡыҙ, ағаһынан күреп, фото төшөрөү менән мауыға. Әйткәндәй, бик оҫта ғына төшөрөргә өйрәнә. Был уның берҙән-бер һәләте генә түгел. Матур йырлай, оҫта бейей. Сәнғәткә һөйөү ата-әсәһенән күскән. 7-се синыфҡа уҡырға барғанда ҡасабала музыка мәктәбе асыла, ҡыҙ бик теләп уҡырға бара һәм уны уңышлы тамамлай....

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алынды
Мәҙәниәт / Махсус бит // 19-06-2015, 16:10


Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыДүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыКемдәр генә үҙ ғүмерендә, айырыуса йәшлек мәлендә гитара сиртеп, йырҙар йырлап ултырырға хыялланманы икән?! Төнгө усаҡ, дуҫтар һәм, әлбиттә, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар... Был хыялдарҙы тормошҡа ашырып, дүртенсе йыл рәттән “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале ойошторола. Йылдан-йыл үҙ офоҡтарын киңәйткән, сәнғәт тарихына яңы исемдәр асҡан бәйге башҡорт йәштәре араһында айырым бер хәрәкәткә әйләнде....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM