НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ауыл малайының билдәлелек яулауы
Новости / Мәҙәниәт // 10-02-2017, 14:40


Ауыл малайының билдәлелек яулауыУн йәшенән киске уйындарҙа, ауыл туйҙарында гармун тартып йөрөгән, опера йырсыһы булырға әҙерләнгән, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында "дедтарҙан" туҡмалыуына ҡарамайса уҡыуын тамамлаған Артур ТУҠТАҒОЛОВ "Йәшлек"тең өр-яңы рубрикаһында....

Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Новости / Мәҙәниәт // 7-02-2017, 16:41


Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа“Йәшлек” гәзите иғлан иткән “Саф һауала” фотоконкурсы бик ҙур популярлыҡ яуланы. 20 көндә ике йөҙҙән ашыу фото килде. Тимәк, балалар компьютер артында ғына ултырмай, ә тышта уйнауҙы ла хуп күрә.
Хәйер, өлкәндәр ҙә ҡарҙа уйнарға, сана шыуырға, саф һауала эш менән булырға ярата. Бына башҡорт эстрадаһы йырсылары ла, концерттарҙа сығыш яһауҙан тыш, ҡышты саңғы шыуып үткәрә икән. Ҡайһы берҙәре, һыуыҡ тейҙереп, хатта тауышын да юғалта яҙған, тиҙәр. Бик оҙаҡ йөрөгәндәр, ахырыһы, донъяларын онотоп....

“Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”
Новости / Мәҙәниәт // 31-01-2017, 13:38


“Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”йәки Йырсы тамашасыларына ниндәй бүләк әҙерләй?

Кеше йыр тыңлағанда үҙенең күңеленә бал булып һеңерлек моңға, тормошона ауаздаш һүҙҙәргә һәм ошо ике төшөнсәне бер итеп еткереүсе йырсының тауышына иғтибар итә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Резидә ӘМИНЕВА был яҡтан тамашасы һөйөүенә мохтаж түгел. Сөнки һәр башҡарған йыры йөкмәткеһе, яңғырашы менән дә матур, башҡарыу оҫталығы ла юғары. Ә инде һәр кемдең күңеленә инеп оялаған дуэттар өсөн дә ижадташ дуҫты дөрөҫ һайлай белгән. Бөгөн уның менән йыр сәнғәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Новости / Мәҙәниәт // 10-01-2017, 15:11


Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!Ошондай матур теләктәр менән бына-бына Яңы, 2017 йылға аяҡ баҫабыҙ. Астрологтар Әтәс йылына матур эшмәкәрлек һәм сағыу ваҡиғалар юрай. Бигерәк тә рухи үҫеш, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йәһәтенән яҡшы йыл булмаҡсы. Алда бик күп ҡыҙыҡлы асыштар көтә беҙҙе. Үҙ-үҙенә ышанған, маҡсатҡа ынтылған, ғәҙел кешеләр уңышҡа ирешәсәк.
Әтәс йылында тыуған кешеләр тырышлығы һәм үҙһүҙлелеге менән айырылып тора. Бер ҡасан да ҡуйған маҡсаттарынан тайпылмай, ә килеп сыҡмаһа, улар уға ирешеү өсөн яңы көс туплап, тағы ла нығыраҡ тырышлыҡ һаласаҡ. Шуға ла Әтәс йылында тыуған кешеләр араһында күренекле шәхестәр күп. Ил батшалары Екатерина II, Александр I, яҙыусылар Джеймс Купер, Вадим Кожевников, композиторҙар Джузеппе Верди, Рихард Вагнер, “зәңгәр экран” “йондоҙҙары” Никита Михалков, Леонид Якубович, йырсылар Николай Расторгуев, Дима Билан һәм башҡалар тап Әтәс йылында тыуған. Башҡортостанда ла бындай шәхестәр байтаҡ. Уларҙың бер нисәүһе менән бәйләнешкә инеп, байрам кәйефе тураһында ҡыҙыҡһындыҡ....

“Ут биреп торған сағым...”
Новости / Мәҙәниәт // 9-01-2017, 14:27


“Ут биреп торған сағым...”Һалҡын ҡышҡы кистәрҙең береһендә тамашасы сифатында бер йәш йырсының концертында ҡатнаштым. Дүшәмбе көн булыуға ҡарамаҫтан, зал шығырым тулы. Йылы мөхит, тамашасы менән башҡарыусы араһындағы әңгәмә, йырҙарҙың тарихы менән танышыу, тере тауыш – ҡыҫҡаһы, ике сәғәтлек концерт бер тынала үтте лә китте. Тамашаға килгән һәр кем күңеленә дәрт алып, илһамланып ҡайтҡанына тамсы ла шигем юҡ. Икенсе көнөнә интернет селтәрен ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре сыбарламаны: “иҫ киткес һәләтле”, “рухлы”, “йәнгә дауа биреүсе”, “тулҡынландырғыс”... Шуға ла ошондай шәп егет менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырырға теләүем юҡҡа түгел. Рәхим итегеҙ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Р. Ғарипов исемендәге премия, “Ҡош юлы” башҡорт бард йырҙары фестивале лауреаты Артур КӘБИРОВ....

Заман технологиялары китапҡа һөйөү уята
Новости / Мәҙәниәт // 25-12-2016, 16:26


Заман технологиялары китапҡа һөйөү уятаСибай гимназия-интернатында мәғлүмәт-китапхана үҙәге эшләй башланы

Нисек кенә булмаһын, уңайлыҡтары менән алдырған заманда йәшәйбеҙ. Ете тау артындағы кеше менән шул секундта уҡ бәйләнешкә инеү йәиһә кәрәкле мәғлүмәтте интернет аша шул уҡ секундта табыу бер ни тормай. Китапханаларҙа ла уҡырға теләгән әҙәбиәтеңде кәштәләрҙән эҙләп йөрөйһө түгел хәҙер. Шулай булмай, компьютер төймәләренә баҫыуың ғына көс – эҙләгәнең мониторҙа пәйҙә була.
Һүҙҙең нимә хаҡында барыуын аңлағанһығыҙҙыр. Яңы мөмкинлектәргә эйә заманса китапхана тураһында әйтеүем. Күптән түгел бындай бәхет Урал аръяғының иң көслө уҡыусыларын туплаған Сибай гимназия-интернатына ла йылмайҙы. Йәғни, белем усағы “2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү Федераль маҡсатлы программаһы”нда ҡатнашып, Грантҡа лайыҡ булғайны. Был иһә яңы технологиялар ярҙамында уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүгә һәм дәрестән тыш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыуға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаясаҡ...

“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ
Новости / Мәҙәниәт // 28-11-2016, 14:49


“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ1 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында легендар “Рух” төркөмө үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған концертта төркөмдөң төрлө йылдағы билдәле хиттары яңғыраясаҡ.
“Рух” – республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1990 йылдар башында, милли үҙаң күтәрелгән мәлдә, ижадында Көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштергән “Каруанһарай”, “Аманат”, “Дәрүиш”, “Аҡйондоҙ” кеүек үҙенсәлекле төркөмдәр барлыҡҡа килде. Улар араһында “Рух” үҙ стиле, үҙ йырҙары менән айырым урын биләне, оҙаҡ йылдар популярлығын юғалтманы....

Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...
Новости / Мәҙәниәт // 17-11-2016, 15:23


Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...“Саптар” хореография студияһының юбилей концерты ни өсөн нәҡ шулай исемләнеүен был тантананы ҡараған һәр кем аңлағандыр. Ысынлап та, һәр бейеүҙә хистәр ташҡыны урғылды, өмөт һәм ышаныс бүләк ителде.
Эйе, үҙ эшен бер йыл элек кенә башлаған хореограф Радик Шамил улы Бакиров бик күпкә өлгәште. Ҡалала һәм районда һәләтле балаларҙың күп булыуын күреп, үҙенең оҫталығын башҡаларға өләшеү хыялы менән “Саптар” студияһына башланғыс һала. Бер нисә төркөм йыйыл­ғас, балалар менән ныҡлы эш башлай. Әйтергә кәрәк, Радик Шамил улы хореограф булараҡ үтә талапсан кеше. Хәйер, шунһыҙ уңыштарға ла өлгәшеп булмайҙыр ул. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Радик ағайҙарының талапсан, шул уҡ ваҡытта улар менән үҙҙәренең телендә һөйләшеүенә, юморға бай булыуына күптән ғашиҡ.
...

Марсель йырлай башҡорт йырҙарын
Новости / Мәҙәниәт // 14-11-2016, 12:01


Марсель йырлай башҡорт йырҙарынХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, “Каруан” төркөмө солисы Марсель Ҡотоевты бөгөн белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. “Бибинур” йыры менән халыҡ күңеленә үтеп ингән егет бөгөн башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙ булып балҡый. Йырсының репертуарында башҡорт, татар, рус йырҙары ғына түгел, итальян композитор­ҙарының йырҙары ла айырым урын алып тора (2014 йылдың апрелендә уның “Marcello Cutugno & Марсель Ҡотоев” тип исемләнгән концертының ҙур уңыш менән үткәнен хәтерләйһегеҙҙер)....

Бер ғаиләлә – дүрт актер
Новости / Мәҙәниәт // 23-09-2016, 11:37


Бер ғаиләлә – дүрт актерНиңә Эмиль Әмиров атаһы үлгәндә илаған?
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә барған “Һаран”, “Итекле бесәй”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, “Яңғыҙҙар ташы” һәм башҡа спектаклдәрҙә төрлө пландағы ролдәрҙе һынландырып, Эмиль Әмиров талантлы актер икәнен иҫбатланы. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки ул театр мөхитендә тәрбиәләнгән бала, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара һәм халыҡ артисы Алмас Әмировтарҙың улы. Был шәхестәрҙең тормошо һәм ижады хаҡында Эмиль менән әңгәмә ҡорҙоҡ....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM