НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы, түргә үт!
Новости / Мәҙәниәт // 31-08-2010, 11:01


Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы,  түргә үт!
– Кино төшөрәбеҙ, килегеҙ! – кемгә нисектер, миңә режиссер Айгиз Ғабдуллиндың был һүҙҙәре йыр кеүек ишетелде. Ниндәйҙер роль башҡарыу өсөн түгел (әртистәрҙең икмәген ауыҙҙарынан һыпыра тартып алып булмай бит!), ә ни бары ситтән күҙәтеүсе булып саҡырылдым Әбйәлил районының Байым ауылына, ә шулай ҙа тулҡынланыуым хаттин ашҡайны – хас та серле кино донъяһына ишекте аса бирҙеләр: «Рәхим итегеҙ!». Шул ишектән режиссер-оператор, уларҙың ярҙамсыларының эшен, актерҙарҙың уйынын бер күҙ менән генә булһа ла – фотообъективтан – күҙәтер өсөн елдереп барып еттем тәғәйен урынға....

Тырышҡан – кино төшөргән!
Новости / Мәҙәниәт // 28-08-2010, 16:10


«Башҡортостан» киностудияһында 1995 йылдан эшләгәс, уның төрлө осор­ҙарын күрергә, кисерергә тура килде. Ҡыуандыҡ та, иланыҡ та. Бөгөн, беҙҙең профессиональ байрам – Рәсәй киноһы көнөндә, башҡорт киноһы тураһында нимә әйтергә була? Интернет-форумдарҙа, таныш-белештәрҙең иң тәүге һорауы, ғәҙәттә, бер: «Ҡасан һеҙ Салауат Юлаев тураһында кино төшөрәсәк­һегеҙ? Нишләп һеҙ һаман да меҫкен хәлдә ул?». Икенсе һорауҙы «үрҙәге»ләргә төбәйем, ә инде тәүге һорауға яуап бирергә баҙнат итәм.
...

Ҡыҙыл автобустар ҡалаһына сәЙәХәт
Новости / Мәҙәниәт // 24-08-2010, 19:39


Ҡыҙыл автобустар ҡалаһына сәЙәХәт
Их, икһеҙ-сикһеҙ булып йәйелеп ятҡан диңгеҙҙең күҙ күреме етмәҫтәй офоҡтарына ҡарап, тәнде рәхәт итеп ҡытыҡлаған ҡомға күмелеп ятырға ине. Ә аҙаҡ күптән инде иркә тулҡындары менән үҙенә саҡырып торған зәп-зәңгәр диңгеҙ ҡосағына инеп сумаһың. Арығансы рәхәтләнеп тулҡындар менән ярыша-ярыша ҡолас ташлап йөҙәһең дә, һуңынан тыныс ҡына ятып, күктең зәңгәрлегенә һоҡланып, диңгеҙҙә бәүеләһең. Рәхә-ә-әт. Йә булмаһа, һөйгәнең менән етәкләшеп, яйлап ҡына Париж урамдарын буйлайһың, Эйфель башняһына ҡарап ләззәт табаһың, Сена йылғаһына текәлеп, тормоштоң матурлығына һоҡланаһың....

Иңдәрендә – икеләтә яуаплылыҡ
Новости / Мәҙәниәт // 21-08-2010, 16:10


Иңдәрендә – икеләтә яуаплылыҡ
Күптән түгел тағы ла бер матур, һоҡланғыс ғаилә барлыҡҡа килде. Башҡортостан сәхнәһен үҙ пародиялары менән әсир иткән Илнур Юламанов һәм «Гәлсәр һандуғас» проекты осорған һандуғастарҙың береһе Альбина Килдейәрова июль айында гөрләтеп туй үткәр­ҙе. Альбинаның «Беҙҙе яҙҙар осраштырҙы», «Йәшлек яҙы», «Оҙата барма», «Яныуҙарым һинең өсөн», «Ҡыр ҡаҙҙары» йырҙары тамашасы күңелендә үҙ урынын яулаған. Илнурҙың Николай Дроздов, Борис Ельцин, Мортаза Рәхимов һәм башҡа әллә күпме сәйәсмәнгә һәм артисҡа пародиялары, моңло йырҙары башҡорт эстрадаһын тағы ла байытып, төрләндереп ебәр­ҙе....

«Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле
Новости / Мәҙәниәт // 21-08-2010, 15:36



«Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт – уның бәйғәмбәре» («Лә иләһә иллаллаһ, Мөхәммәд әр-рәсүлуллаһ») тигәнде был илдә бик йыш ишетергә тура килә. Ул таң менән мәсет манараларынан яңғырай башлай ҙа төнгө намаҙғаса әллә нисәмә тапҡыр ҡолаҡтарҙы наҙлай. Сәғүд Ғәрәбстанына сәйәхәт ҡылыусылар, донъяның башҡа илдәрендәге курорттарҙан айырмалы рәүештә, төндәр буйына кәйеф-сафа ҡороп йөрөй алмаясаҡ. Бында тотошлайы менән шәриғәт ҡанундары хакимлыҡ итә. Төп халыҡ үҙ илен «Ғәрәп утрауы» тип йөрөтә.
...

Төньяҡ башҡорттары
Новости / Мәҙәниәт // 17-08-2010, 11:35


Төньяҡ башҡорттары
Төньяҡ башҡорт ырыуҙарына Ғәйнә, Танып, Уң, Балыҡсы һәм Уран ырыу­ҙары инә. Улар Каманың ҡушылдыҡтары Түлвә, Беүә, Танып, Ҡариҙелдең урта ағымында ярайһы уҡ ойошоп ултырған. Сарс, Төй, Йүрүҙән буйында йәшәйҙәр. Был төбәк XIX быуат аҙағына тулыһынса формалашҡан. Бынан алдағы осорҙа башҡорт ерҙәренең төньяҡ сиге киңерәк тә булған булырға тейеш.
Балыҡсы ырыуы Төй һәм Сарс йылғалары буйында, уларҙың Ҡариҙелгә ҡойған еренә ҡәҙәр йәшәгән. Көньяҡтан күршеләре уңдар булған. Таныптар иһә көнсығышҡа, Танып буйына тик 1715 йыл­дарҙа күсенгән. Уңдар XVI – XVII быуаттарҙа Ҡариҙел менән Ағиҙелдең түбәнге ағымында ҙур ғына майҙанды биләгән. Һуңынан төбәк бер нисә өлөшкә бүленгәс, ырыуҙың бер төркөмө Танып буйында ҡалған, байтағы Ҡариҙел буйына күсенгән. Артабан улар Йүрүҙәндең түбәнге ағымын да биләгән....

Мырҙалар тарихы
Новости / Мәҙәниәт // 17-08-2010, 11:34


Ете ырыуҙан торған Әйлеләрҙең бер тармағы – Мырҙа­лар ырыуы. Уның иҫ киткес боронғо тарихы тарихсылар тарафынан һаман да ныҡлап өйрәнелмәгән. Иң тәүҙә «мырҙа» һүҙенең килеп сығышын, нимә аңлатҡанын ҡарайыҡ.
Мыр – тамыр һүҙ, ҙа – ялғау. Мырҙа һүҙе фарсы, ғәрәп халҡында мирза рәүешендә әйтелеп, батша мәғәнәһен бирә. Ғәрәптәрҙең батшаһы – әмир. Ошо һүҙҙең тамырында ла «мир», беҙҙеңсә «мыр» тамыры ята булыр. «Мырҙа» атамаһының тәүге боронғо мәғәнәһе, тимәк, батша тигәнде аңлата.
Күренекле башҡорт уҡымышлыһы һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов ХVIII быуат аҙағында – ХIХ быуат башында яҙылған «Тәуарихи Болғариә» тигән китабында Әйле ырыуы шәжәрәһен килтергән. Шәжәрәгә ҡарағанда, башҡорт һәм болғар хандарының Әйле ырыуы башҡорттары булыуы раҫлана. Тимәк, тағы ла аныҡлабыраҡ әйтһәк, башҡорт һәм болғар батшалары булып Мырҙалар ырыуынан һайланған кешеләр торған....

Хыялдар ҡанат ҡуя
Новости / Мәҙәниәт // 14-08-2010, 15:54


Хыялдар ҡанат ҡуя
Бигерәк ҡыҙыҡ был тормош. Кемдер мәктәп йылдарында уҡ кем буласағын аныҡ белеп, шул юлды ҡыуа. Яратҡан һөнәренә эйә булып, эшенән ҡәнәғәтлек алып йәшәй, яңы ижади үрҙәр яулай. Ә икенселәр, йәше ҡырҡ-иллегә етһә лә, һаман үҙ-үҙен эҙләй. Сөнки тәбиғәт тарафынан әҙәм балаһына шул тиклем икһеҙ-сикһеҙ һәләт-мөмкинлек бирелгән, һәм кеше ғүмере буйы шул һәләттәрен, ошоға бәйле тормоштоң да яңы, быға тиклем бөтөнләй таныш булмаған матурлыҡ-хазиналарын берәм-берәм асып, ғәжәпләнеп тә, дәртләнеп-илһамланып та ижад итә башлай, төрлө ниәттәр ҡороп, уға тиҙерәк ирешергә, өлгөрөп ҡалырға тырыша. Һалған көс-тырышлығының емештәрен татып, үҙе лә ҡыуана, яҡындарын, әйләнә-тирәләгеләрен дә шатландыра, һоҡландыра.
Минең геройым да шундайҙарҙан....

Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта
Новости / Мәҙәниәт // 12-05-2010, 23:20


Мәңгелек бер көнгә торошло саҡтаПарк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит....

Йәшлек гәзитенең онлайн-каналы!
tv / Мәҙәниәт // 22-01-2010, 00:51


Йэшлек-онлайн




Внимание! Если у вас картинка(видео) не показывается, просим открыть страничку другими браузерами, например Интернет Эксплорер, Мозилла, Гугл Хром, Опера.

Для того, чтобы оставить комментарии нужно авторизоваться через социальные сети вконтакте, фейсбук и др социальные сети. Также есть возможность комментировать через сайт. Мы были бы рады, если вы поделились сложностью подключения к онлайн-каналу, о качестве видеосигнала и качестве звука..

Если на вашем экране видна загрузка видеосигнала, но появилось сообщение об ошибке, вам необходимо нажать F5 и обновить содержимое окна...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM