НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Гәлсәр һандуғас»тар моң һуҙҙы
Новости / Мәҙәниәт // 30-10-2010, 01:32


– Миңә айырыуса Баймаҡ ҡыҙы Розалия Иҙелбаеваның йырлауы оҡшаны, тауышы бигерәк тә моңло.
– Ян Лира ла матур йырлай.
– Финалға кемдәр үтер икән?
Концерт башланырға әле апаруҡ ваҡыт булһа ла, зал халыҡ менән шығырым тулы. Гөлләмәләр тотҡан кешеләр ҙә шаҡтай күп күренә. «Гәлсәр»ҙәр тиһәң, халыҡ зыҡ ҡуба шул. Үҙҙәренең халыҡсанлығы, моңло йырҙары менән сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен әсир итә улар....

Йыр-моңдарыбыҙ уртаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 30-10-2010, 01:20


Санкт-Петербург ҡалаһының «Баш­ҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә «Ирәндек» башҡорт ансамбле эшләй. Ул бик күп ҙур мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе халҡын бына инде нисәмә йыл башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра һәм халҡыбыҙҙың милли асылын Башҡор­тостандан ситтә лә асып биреүгә өлгәшә.
Ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында 31 октябрҙә «Ирәндек» фольклор ансамбле Өфөгә киләсәк. Улар өсөн филология фәндәре докторы Ә. Сөләймәнов һәм Баш­ҡор­тостандың халыҡ артисы Р. Хәй­руллин ҡатнашлығында ижади лаборатория булдырыласаҡ. Республика халыҡ ижа­ды үҙәге белгестәре халыҡ ижады бу­йынса мастер-кластар ойошторасаҡ.
...

Яңғыраһын ҡурай моңдары
Новости / Мәҙәниәт // 26-10-2010, 15:20


30 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Һыҙҙырт, ҡурай!..» байрамы үтәсәк
Концерт халыҡҡа боронғо милли уйын ҡоралыбыҙҙың бөгөнгө булмышын күрһәтеү, ҡурай моңон таратыусылар менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Байрамда тамашасылар мәшһүр ҡурайсылар башҡарыуында халҡыбыҙ ынйыларын тыңлап кинәнәсәк, ҡурай моңо иленә сәйәхәт ҡыласаҡ. Ҡурайҙың оркестрҙа, эстрада аранжировкаһында яңғырашы, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ рухи ҡомартҡылары булып торған «Сибай», «Буранбай», «Йәйәүле Мәхмүт», «Бейеш», «Урал», «Сәлимәкәй»ҙе...

«Елғыуар»ға өмөт ҙур!
Новости / Мәҙәниәт // 23-10-2010, 11:34


«Елғыуар»ға өмөт ҙур!Кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасыларҙы һөйөндөрөп, кинотеатрҙар экранына башҡорт ерлегендә төшөрөлгән нәфис фильм сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағолов ижад иткән «Елғыуар» картинаһын ҡараған һәр кемдә: «Беҙҙә лә төшөрә беләләр!» – тигән һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уяна. Ысынлап та, үҙебеҙҙә төшөрөлгән фильмды кинотеатр экранында күреү – үҙе бер кинәнес. Сөнки барыбыҙ өсөн дә күптән өмөтләнеп, көтөп алған танһыҡ картина ул. Ошо уңайҙан бөгөнгө башҡорт кино сәнғәтендә иң ҙур проект булған «Елғыуар» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер ижадсыларҙы, ойоштороусылар­ҙы һәм унда ҡатнашыусылар­ҙы «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүгә йыйҙыҡ. Улар: «Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова, фильмда төп ролдәрҙе башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәм Илнур Ғәниев менән Эльмира Рысаева. Тик әлеге ваҡытта сит ҡалала сираттағы мөһим проект өҫтөндә эшләүсе режиссерҙың үҙен осрашыуға саҡыра алманыҡ. Күрешербеҙ әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
...

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... Бейеүсе тигән даны бар
Новости / Мәҙәниәт // 23-10-2010, 10:20


Ҡышҡы оҙон кистәрҙә, йыйылышып, шәл, ойоҡ-бейәләй, селтәр бәйләргә күнеккән ауыл инәйҙәре Сания Борхан ҡыҙына килһә, өс йәшлек кенә ҡурсаҡ ҡыҙ Гүзәлде таҡмаҡ әйтеп бейетмәйенсә ҡайтармай ине. Ололарҙың маҡтап хуплауы ла бала күңеленә дауа булғандыр, арып, хәле бөткәнсе бейегәне әле лә иҫендә Гүзәлдең. Хатта таҡмаҡтарын да ятлап ала ине....

Композиторға – Дуҫлыҡ ордены
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:48


РФ Президенты Д. Медведев композитор Рафаил Ҡасимовты Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм оҙайлы емешле эшмәкәрлеге өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара һәм республика конкурстары дипломанты. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын «пианист» һәм «композитор» белгеслеге буйынса тамамлаған.
2004 йылда Рафаил Ҡасимов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ул педагогик эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнә – Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡыта....

Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:34


17 ноябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында «Городская СРеДа» тигән VI социаль реклама фестивале үтә.
Былтыр үҙенең биш йыллығын билдәләгән сара Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә лә йәмғиәттәге хәстәр-хәсрәттәргә вайымһыҙ булмаған үҙ фекерҙәштәрен, ижади шәхестәрҙе, йәш таланттарҙы тапты. Ҡатнашыусылар һаны буйынса ул иң бәрәкәтлеһе булғандыр – 174 ҡатнашыусы 500-ҙән ашыу эшен тәҡдим итте. Ябай Үтәш ауылынан алып Белоруссия һәм Ҡаҙағстанға тиклем барып етте сараның ораны....

«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:31


«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»Дуҫым оҙаҡ ҡына бер ҡыҙ менән осрашып йөрөнө. Улар бер-береһенә шул тиклем ғашиҡ, мәңге бергә булыр кеүек ине. Әммә... Яҡын ғына туған булып сыҡтылар. Нисек улар оҙаҡ ваҡыт быны белмәй йөрөгән һуң, тиерһегеҙ. Сөнки туғанлыҡ ептәре хаҡында егет менән ҡыҙҙың ата-әсәһе лә белмәгән. Аптыратырлыҡ күренеш булһа ла, тормошобоҙҙа ҡайһы берәүҙәр хатта ике туғандарын да белмәй, бер тапҡыр күргәндәре лә юҡ бит. Ә кешене донъяла тап шул туғанлыҡ хистәре генә тотоп тора түгелме? Мөхәббәт, үкенескә күрә, һүрелергә лә мөмкин, дуҫтар ҙа алмашынып тора, ә туғандар һәр саҡ туған, ҡәрҙәш, ҡандаш булып ҡала. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигән мәҡәл дә тап шунан килеп сыҡҡандыр. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһына таянырлыҡ та түгелдер. Әммә яҡын кешеләрең барлығын тойоу, уларҙың йылы һүҙҙәрен ишетеү генә лә кешене бәхетле итә ала....

Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:26


Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙонБыйыл баҡалылар тыуған райондарының барлыҡҡа килеүенең 80 йыллығын билдәләй. Тарих үлсәме буйынса был әллә ни ҙур булмаған ваҡыт арауығы бер нисә быуындың тормошон үҙ эсенә ала. Райондың, кешеләр кеүек үк, үҙ йөҙө, биографияһы бар. Был – үткәндәр һәм хәҙерге ваҡиғалар, тәбиғәт һәм күренекле урындар ғына түгел, ә кешеләр­ҙең киләсәккә ынтылған эштәре һәм яҙмыштары ла. Тарихи ваҡиғаларға бай үткәне булған, бөтә ил менән бергә һуғыш михнәттәрен кисергән, халыҡ хужалығын тергеҙгән район үҙәге Баҡалыны, райондың тораҡ пункттарын төҙөргә һәм төҙөкләндерергә күп көс һалған баҡалыларҙың данлы исемдәрен яҡташтары бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн тормоштоң бөтә өлкәләрендә ҙур үҙгәрештәр барғанда, район халҡы үҙен иҡтисадта тағы ла әүҙемерәк күрһәтә, ерҙе аҡыл менән файҙаланыуға, социаль өлкәне үҫтереүгә бар тырышлығын һала. Әлбиттә, үҙең йәшәгән төйәкте ихлас яратмай тороп, бөтә илде яратыу мөмкин түгел. Баҡалылар тыуған ерен ысын күңелдән ярата....

Экранда – «Елғыуар»!
Новости / Мәҙәниәт // 9-10-2010, 10:43


Экранда – «Елғыуар»!Республика көнө алдынан кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасылар оло ҡыуаныс кисерҙе. Ниһайәт, талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Елғыуар» тип исемләнгән нәфис фильмы экранға сыҡты. Төп ролде Рәсәй тамашасыһына яҡшы таныш актер Марат Бәшәровтың уйнауы – фильмдың айырым бер үҙенсәлеге. Билдәле актер «Елғыуар»ҙа Руслан исемле һигеҙ йәшлек улы өсөн ваҡыт таба алмаған банкир ролен башҡара....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM