НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Талантҡа бай Буранбай
Новости / Мәҙәниәт // 30-03-2017, 14:07


Талантҡа бай  Буранбай
Баймаҡ егете, ҡайҙа ғына эшләһә лә, тыңлаусыларын яңынан-яңы йырҙары менән һөйөндөрөп торасаҡ

Уны баш ҡалала үткән төрлө концертта, йәштәр өсөн үткәрелгән байрамдарҙа йыш осратырға мөмкин. Интернет селтәрендә иһә йырҙары көндән-көн популярлыҡ яулай. Буранбай АҠҠУЖИН әүҙемлеге, таланты менән ижад майҙанында үҙ тамашасыһын, тыңлаусыһын тапты, тип ышаныслы әйтергә була....

"Йырҙар менән еңдем һынауҙарҙы"
Новости / Мәҙәниәт // 27-03-2017, 15:59


"Йырҙар менән еңдем һынауҙарҙы" Гел йылмайып, шаян һүҙ һөйләп йөрөгән кеше тормошта тик бәхетле мәлдәр генә кисергән кеүек тойола. “Исемһеҙ” халыҡ йырсыһы Бибисара АЗАМАТОВА (халыҡ артистарынан айырмалы рәүештә, һәр концерты, гастроле аншлаг менән үткән йырсының әлегә хатта атҡаҙанған тигән исеме лә юҡ):
“Был донъяның ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле йәшәргә!” – тип юҡҡа ғына йырламайҙыр. Сөнки ул – тормошонда әллә нисә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан кеше....

“Беҙҙе Сибай путч менән ҡаршы алды”
Новости / Мәҙәниәт // 27-03-2017, 11:55


“Беҙҙе Сибай  путч менән  ҡаршы алды”
27 март – Халыҡ-ара театр көнө
Сәхнәлә бер күреү менән күңелгә уйылып ҡалған артистар була. Тәүге тапҡыр Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Юнир Ғәйнуллинды Айрат ролендә (Наил Ғәйетбаевтың “Юлдар ярҙа өҙөлә” драмаһында) күрҙем. Нахаҡҡа төрмәлә ултырып сыҡҡан, туғандарының хыянатын кисергән йәш егет образын унан да оҫтараҡ итеп кем уйнай алыр ине икән? 15 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Юнир-Айраттың ғәҙеллек эҙләп баҡҡан ҡарашы һәм атай йорто өсөн өҙгөләнеүҙәре һаман да онотолмай. Осрашыу насип булғас та, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Шәкүр улы ҒӘЙНУЛЛИН менән ижад һәм ғүмер миҙгелдәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

"Йәш "Карауан": их моңло ла егеттәр, ә үҙҙәре бик хәтәр!
Новости / Мәҙәниәт // 21-03-2017, 12:58


"Йәш "Карауан": их моңло ла егеттәр, ә үҙҙәре бик хәтәр!Легендар “Каруанһарай” төркөмө тарҡалғас, 2007 йылда йырсы, музыкант Мәхмүт Нәҙершин Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы эш башлаған йәш һәм өмөтлө йырсыларҙан яңы состав төҙөй. Ун йыл аралығында йәш “Карауан” бик күп ваҡиғаға осрай, меңдәрсә саҡрым юл үтә, ғаилә ҡора, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыр яҙҙыра, улдар һәм ҡыҙҙар тыуа. Состав та үҙгәрештәр кисерә: кемдер килә, кемдер, шул иҫәптән ойоштороусы Мәхмүт Нәсим улы ла китә. Шулай ҙа улар сәнғәт донъяһынан юғалмай.
4 мартта “Карауан” төркөмө үҙенең ун йыллыҡ юбилейын ҙур концерт программаһы менән билдәләргә йыйына. Бөгөн унда башҡорт йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан, киң билдәлелек яулаған йырсылар Марсель Ҡотоев, Эльмир Әбүбәкиров, Рөстәм Шаһыбалов һәм Тимур Рамаҙанов эшләй....

"Өлкәр" балҡышы бер мәл...
Новости / Мәҙәниәт // 16-03-2017, 14:21


"Өлкәр" балҡышы бер мәл...
Күктең төньяҡ ярымшарында урын­лашҡан ойошоп торған йондоҙҙар төркөмө әҙәби телдә өлкәр тип атала. Уның матурлығы ноябрь-ғинуар айҙарында ғына асыҡ күренә. Ә башҡа ваҡытта ул тоноҡлана, йәй айҙарында иһә офоҡтан күренер-күренмәҫ кенә тора.
1993 йылда Учалы сәнғәт училищеһының башҡорт фольклоры бүлегендә белем алған дүрт ҡыҙ, төркөм төҙөп, йырлай башлағас, үҙҙәренә ошо йондоҙло исемде ала. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы ҡыҙы Ләйсән ХӨСНИЯРОВА (бас-гитара, вокал), Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Гөлдәр ЙОМАҒОЛОВА (соло-гитара, вокал), Учалы районының Көсөк ауылынан Гөлнара МӘҺӘҘИЕВА (клавиша, вокал) һәм Әбйәлил районының Ҡалмаҡ ауылынан Альбина БАЙРАМҒӘЛИНА (вокал), йәшлек дәрте менән һуғарылып, ең һыҙғанып эшкә тотона....

“Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен!”
Новости / Мәҙәниәт // 13-03-2017, 11:53


“Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен!”
55 йәшлек популяр композитор тағы ла атай булды

Һәр кем яттан белгән, бик күп концертты башлап ебәргән “Тыуған яҡ”, “Башҡортостан” йырҙарының авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал РӘШИТОВ бына инде егерме йылдан ашыу туғандаш ике республика сәнғәтенә ижад итә. Һуңғы айҙарҙа уның тормошонда бер-бер артлы шатлыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар булып тора. Шулар хаҡында композиторҙың үҙе һәм уның ҡатыны, йырсы Азалия менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

Әрмелә лә моң яңғырай
Новости / Мәҙәниәт // 27-02-2017, 18:00


Әрмелә лә моң яңғырайМәскәү өлкәһенең хәрби оркестрында байтаҡ Башҡортостан егете хеҙмәт итә
Ғәҙәттә, әрме хеҙмәтен, таңғы сәғәт 6-ла тороу, иртәнән кискә тиклем физик күнекмәләр, кәбеҫтә ашы, арпа бутҡаһы һәм аҙнаһына бер көн телефон аша дуҫ-туғандар менән аралашыу, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Тир, турник, йүгереү юлы, герҙәр, ашхана (һәм нарядҡа тәғәйенләнгән һалдаттарҙың бәрәңге әрсеүе), ике яруслы карауаттар теҙелгән ҙур казарма – был хәрби ҡаласыҡ картинаһы. Ә бына хәрби оркестр музыканттары хеҙмәтте нисек үтә? Улар ижад кешеләре иҫәбенә инәме әллә хәрби һаналамы? Башҡа һалдаттар кеүек үк, музыканттар ҙа физик күнекмә үтәме? Мәскәү өлкәһенең хәрби оркестрында Башҡортостандан байтаҡ егет хеҙмәт итә. Уларҙың бер нисәүһе менән аралашып, көндәлек тормошо тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
Вәғиз СЫНБУЛАТОВ, Арсен ӘЛИМҒУЖИН, Эльнар ХӨСНУЛЛИНды өс таған тип йөрөтәләр. Сөнки улар – айырылмаҫ дуҫтар. Тыуған ер, башҡорт теле һәм ир-егеттәрҙең изге бурысына етди ҡараштан тыш, уларҙы моңға һөйөү берләштерә....

“Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ!
Новости / Мәҙәниәт // 17-02-2017, 11:46


“Урал батыр” барҙа ил үлмәҫ! Мәләүез районының Нөгөш ауылында “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр байрамы уҙҙы
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы – “Урал батыр” эпосы үҙендә баһалап та бөткөһөҙ аҡыл, көс, һөйөү көсө туплаған, йыһан кеүек тәрән ауыҙ-тел ижады өлгөһө булып тора. Уның меңәр йылдар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡланып, беҙҙең көнгә килеү етеүе – үҙе мөғжизә. Ошо сәбәпле үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кеше эпосты белергә, хәтерендә тоторға бурыслы. Ошо йәһәттән үлемһеҙ әҫәрҙе тасуири һөйләү буйынса саралар үткәреү – бик изге эш.
...

Ике һандуғастан тыуған бейеүсе
Новости / Мәҙәниәт // 15-02-2017, 08:30


Ике һандуғастан тыуған бейеүсе
йәки Азамат Тимеров улының бейеүенә көлөп ҡараған
Артист балаһы мотлаҡ артист булырға тейеш, тигән фекер йәшәй ябай халыҡта. Йыр сәнғәтендә яңы “йондоҙ” ҡабыныу менән уның фамилиялаштарын барларға тотонабыҙ, ата-әсәһе хаҡында ҡыҙыҡһына башлайбыҙ. Ә бына Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың улы Урал йыр сәнғәтенән бик алыҫҡа китеп, бейеп йөрөй икән. Бөгөн уның менән шул турала әңгәмә ҡорҙоҡ....

Ҡыштар ҙа йәйғорло ине...
Новости / Мәҙәниәт // 10-02-2017, 15:37


Ҡыштар ҙа йәйғорло ине...Ейәнсура районының бәләкәй генә Саҙалы ауылында 1991 йылда бер туған өс ЮЛДАШБАЕВтар "Ҡышҡы йәйғор" төркөмөн ойоштора. "Урал моңо-1992" конкурсында "Тамашасы һөйөүе" номинацияһын яулай улар.
Бөгөн улар ҡайҙа, ниндәй ижад менән шөғөлләнә? "Ҡышҡы йәйғор" йырҙары яңғыраймы? Был хаҡта "Йәшлек" гәзитенең өр-яңы һанында журналист Гөлнур Ҡыуатова бәйән итә....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM