НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Боронғо һәм тынғыһыҙ ил Фәләстан
Новости / Мәҙәниәт // 2-10-2010, 12:18


Боронғо һәм тынғыһыҙ ил  ФәләстанПалестина, ғәрәпсә яңғырашы Фәләстан, атамаһы Филистия – «баҫып инеүселәр» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был төбәк кем хакимлығында ғына булмаған?! Үҙ заманында ул Рим империяһына ла ҡараған, Византия, Ғәрәп батшалыҡтарына ла ингән, Иерусалим короллеге, Мәмлүктәр династияһы, Ғосман империяһы ла бында хакимлыҡ иткән, Төркиә ҡарамағында ла булған. Хатта Наполеон да баҫып инергә маташҡан. Бай тарихлы, уйландырырлыҡ яҙмышлы ил ул Фәләстан. 1994 йылда бында автономия төҙөлә. Формаль рәүештә Израилгә ҡарай.
...

Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй
Новости / Мәҙәниәт // 28-09-2010, 16:29


Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул....

Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:38


Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»Сәхнәгә Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары сыҡһа, валлаһи, иң һүлпән тамашасы ла йәнләнеп, дәртләнеп китә. Гүйә коллектив үҙендәге кәйефте, урғылып торған көс-ҡеүәтте шәлкем-шәлкем итеп тамашасыларына һирпә. Бөркөттәй талпынып, сәхнәне деү килтереп сығыш яһаған бейеүселәрҙең береһе ул бөгөнгө ҡунағыбыҙ, талантлы бейеүсе Рөстәм Хәйруллин....

«Алтын көҙҙә алтын йырҙар...»
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:31


Йәмле йәйҙең мажараларынан һуң күңелдәр һағыш­ҡа бирелеп, йыр һөйөүсе тамашасылар бер-береһе менән осрашыу көтә, сәхнәләрҙә яңы тамашалар күргеһе килә. Күп сәнғәт учреждениелары киләһе ижад миҙгелен асыуға әҙерлек башланы. Был­тырғы концерт миҙгелендә бихисап сағыу тамашаһы менән ҡыуандырған Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Матур, йөкмәткеле программалар­ҙың береһе 23, 24 сен­тябрҙә филармонияның Ҙур залында үтә. «Алтын көҙ моңдары» исемле беренсе башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивале йырға «һыуһаған» тамашасылар өсөн ҙур бүләк булыр....

91-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:30


Театр, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешегә Борис Цейтлиндың исеме таныш булырға тейеш. Рәсәй сәхнәһен үҙ спектаклдәре менән гөрләткән режиссер ул. Әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән белгес М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында А. Чеховтың «Туй» пьесаһын сәхнәләштерә....

Йәштәр театрында – йәштәрсә тамаша
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:25


Йәштәр театрында – йәштәрсә тамашаМостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ғәжәп тамашаға тарыным. Вильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һы ине ул. Билдәле трагедия. Уны кемдәр генә уҡымаған да, кемдәр генә сәхнәлә күрмәгән. Нимә тураһында икәнлеген күптән белгәс, уның хаҡында бөгөн ишетке лә килмәй кеүек. Ниңә тотондо икән уға йәштәр театры? Бигерәк тә йәш режиссер Илнур Муллабаев? Ошондай уйҙар тыуҙы был спектаклгә барған саҡта.
...

Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы
Новости / Мәҙәниәт // 14-09-2010, 09:24


Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы«Беҙгә барыбер» КВН командаһы ағзалары менән яҡшы таныш кешеләр уларҙың ниндәй шаян, йор һүҙле икәнен һәйбәт белә. Шулай булмай, уҡыусы, студент саҡтарынан уҡ сәхнәнән шаян һүҙҙәр һөйләп, «Шаяниум»дарҙа ҡатнашып йөрөүсе егеттәр бүтәнсә булдыра ла алмай­ҙыр.
Команда тәүге тапҡыр 2003 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан ойошторола. Әммә тора-бара беренсе составтағы йәштәрҙең күбеһе уҡып бөтөп таралыша, эшкә урынлаша, бүтән яҡтарға сығып китә....

һиндтарҙың тормошо кинола ғына матурмы?
Новости / Мәҙәниәт // 11-09-2010, 11:16


һиндтарҙың тормошо кинола ғына матурмы?Һинд кинофильмдарын Рәсәйҙә кемдәр генә мөкиббән китеп ҡараманы икән? Ваҡытында бик популяр булды улар. Шул фильмдар аша күптәр Һиндостандың тәбиғәтенә, йырҙарына, бейеүҙәренә ғашиҡ ине. Кинола күргән матур тормоштан һуң, нисектер Һиндостан мөғжизәле бер әкиәт иле кеүек күҙ алдына баҫа. Киноларындағы кеүек, ысынлап та, Һиндостанда тормош шундай матурмы ла, бейеп-йырлап ҡына йәшәйҙәрме? Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, ике йыл Һиндостанда магистратурала уҡып ҡайтҡан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Айһылыу Нәзирова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
...

Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы, түргә үт!
Новости / Мәҙәниәт // 31-08-2010, 11:01


Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы,  түргә үт!
– Кино төшөрәбеҙ, килегеҙ! – кемгә нисектер, миңә режиссер Айгиз Ғабдуллиндың был һүҙҙәре йыр кеүек ишетелде. Ниндәйҙер роль башҡарыу өсөн түгел (әртистәрҙең икмәген ауыҙҙарынан һыпыра тартып алып булмай бит!), ә ни бары ситтән күҙәтеүсе булып саҡырылдым Әбйәлил районының Байым ауылына, ә шулай ҙа тулҡынланыуым хаттин ашҡайны – хас та серле кино донъяһына ишекте аса бирҙеләр: «Рәхим итегеҙ!». Шул ишектән режиссер-оператор, уларҙың ярҙамсыларының эшен, актерҙарҙың уйынын бер күҙ менән генә булһа ла – фотообъективтан – күҙәтер өсөн елдереп барып еттем тәғәйен урынға....

Тырышҡан – кино төшөргән!
Новости / Мәҙәниәт // 28-08-2010, 16:10


«Башҡортостан» киностудияһында 1995 йылдан эшләгәс, уның төрлө осор­ҙарын күрергә, кисерергә тура килде. Ҡыуандыҡ та, иланыҡ та. Бөгөн, беҙҙең профессиональ байрам – Рәсәй киноһы көнөндә, башҡорт киноһы тураһында нимә әйтергә була? Интернет-форумдарҙа, таныш-белештәрҙең иң тәүге һорауы, ғәҙәттә, бер: «Ҡасан һеҙ Салауат Юлаев тураһында кино төшөрәсәк­һегеҙ? Нишләп һеҙ һаман да меҫкен хәлдә ул?». Икенсе һорауҙы «үрҙәге»ләргә төбәйем, ә инде тәүге һорауға яуап бирергә баҙнат итәм.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM