НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Буранғолдар маҡтауға лайыҡ
Новости / Мәҙәниәт // 18-01-2011, 09:41


Буранғолдар маҡтауға лайыҡҺәр журналист, һәр баҫма, ғәҙәттә, үҙ темаһын, үҙ геройын эҙләй. Гәзит-журналдарҙың һәр яңы һаны менән танышҡанда ла үҙең өсөн яңы мәғлүмәт алаһың, яңылыҡтарға юлығаһың. Былтыр «Комсомольская правда» гәзитенең һуңғы һандарының береһендә танылған өлкән быуын журналисы В. Песковтың 25 йыл элек ошо уҡ гәзиттә донъя күргән «Купанье гусей» тигән мәҡәләһен ҡайтанан баҫып сығарғандар – унда Әбйәлил районының Буранғол ауылында барған «Ҡаҙ өмәһе» тураһында ентекләп яҙылған. Яҙмаларҙы уҡыған кешенең күҙ алдында бөтөн бер тамаша хасил була – автор шул тиклем дә яратып, үҙ итеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр килтереп тасуирлаған, фотоһүрәттәр биргән....

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Новости / Мәҙәниәт // 18-01-2011, 09:37


Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһеАсҡын районының Әүәзәй ауылында йәшәүсе оҫта ҡуллы өлгөр хужабикә Рәмилә Ғәлинур ҡыҙы Әбүбәкерова ҡаҙ өмәһе үткәрергә тәҡдим иткәс, уны Ҡубыяҙ ауыл хакимиәте башлығы М. Фәйзрах­манов менән клуб директоры З. Фәтихова ла хуплай. Боронғо йоланы һаҡлап, өмә-байрам үткәреү уларҙың да күптәнге хыялы була. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ҡаҙ үҫтереүсеһе лә ниндәй бит! Уңғандың да уңғаны, ҡулынан килмәгән эше юҡ! Рәмилә апай бәйләгән бейәләй-ойоҡбаштар кемдәр­ҙең генә аяҡ-ҡулын йылытмай ҙа, ул сиккән мендәр тыштары, ҡулъяулыҡтар ҡайһы ғына һылыуҙың бирнәһен биҙәмәй икән?!
Ә ҡаҙҙарға килгәндә инде, Рәмилә Ғәлинур ҡыҙының ҡаҙ үҫтермәгән йылы һирәк. Быйыл ул 27 себеш ҡарап үҫтергән....

Телен белмәгән – тамырһыҙ ағас
Новости / Мәҙәниәт // 11-01-2011, 10:08


Туған тел! Әгәр телемде белмәһәм, үҙемде бәхетле тип әйтә алмаҫ инем. Минеңсә, башҡорт теле – иң матур, иң гүзәл тел, һәм беҙ уны нисек бар шул килеш киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ....

«Профессиональ скрипкасылар Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ»
Новости / Мәҙәниәт // 11-01-2011, 09:51


Күптән түгел скрипкасы Илшат Мөслимовтың тәүге концерты үтте
«Профессиональ скрипкасылар Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ»Илшат Мөслимов тураһында әллә күпме ишеткәнем дә, уйнауын тыңлағаным да бар ине. Йөҙөнә үк, ысын сәнғәт кешеһе, тип яҙылған ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле, оҙон буйлы йәш егет, ҡулына скрипкаһын тотоп, залға сыҡһа, тамашасылар икенсе төрлө һулыш ала башлаған һымаҡ тойола торғайны. Биш йәшенән үк ҡулына скрипка тотҡан Илшат Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, аҙаҡ аспирантурала белем ала. Бөгөн ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм БР Милли симфоник оркестрында эшләп йөрөй. Күптән түгел генә уның концертын ҡарарға тура килде....

Сорғотта башҡорт дискотекаһы
Новости / Мәҙәниәт // 11-01-2011, 09:44


Һәүәҫкәр йырсы Венер Ишмырҙин башҡорт, татар йәштәренең ялын файҙалы итеп үткәрә
Төмән өлкәһенең Сорғот райо­нында Башҡортостандан эшкә ки­леү­селәр генә түгел, бында тыуып үҫкән башҡорт, татар йәштәре лә бихисап. Урамдан үткәндә йыш ҡына туған телебеҙҙә һөйләшкән яҡташтарыбыҙҙы осратыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һөйөнөс бирә. Артҡы тәҙрәләренә «Алла һаҡлаһын» тигән яҙыу, алғы яҡлап сүрәләр элгән еңел машиналар күп елдерә ҡала урамдары буйлап....

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...
Новости / Мәҙәниәт // 8-01-2011, 13:53


Башҡорт ҡурайҙары булмаһа, тип юҡҡа ғына йырланмай халыҡ йырында. Ҡурай моңо күңелде берсә һағышҡа сорнаһа, берсә күктәргә олғаштырып, үҫтереп ебәреү, халҡыбыҙҙың данлы-ҡанлы тарихын күҙаллатыу көсөнә лә эйә. Ул ғына ла түгел, ҡу­рай күңелде дауалай, хис-тойғоларҙы көйләй. Медицина күҙлегенән сығып ҡарағанда иһә, ҡурай уйнау тын юлын иркенәйтеп, кешене физик яҡтан һауыҡтырыу көсөнә эйә, тиҙәр....

Үҫһен шәжәрәбеҙ
Новости / Мәҙәниәт // 8-01-2011, 13:52


Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» исемле поэмаһын ҡат-ҡат уҡыным. Күңелемдә төйөнләнгән уй-фекерҙәргә ауаздаш булды ғаилә шәжәрәһе яҙмышы хаҡында бәйән иткән был әҫәр. Поэманы уҡыу барышында уҡ мин үҙебеҙҙең Исламовтар ғаиләһе шәжәрәһе хаҡында уйлана башланым һәм ошо хаҡта яҙыр­ға булдым....

Харис Шәриповтың йыр тулҡынында
Новости / Мәҙәниәт // 25-12-2010, 12:09


Күптән түгел генә «Моң» студияһы «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Харис Шәриповтың «Йыр тулҡынында» тип исемләнгән өр-яңы компакт-дискыһын сығарҙы. Йыйынтыҡҡа, башлыса, йырсының һуңғы йылдар­ҙағы йырҙары ингән. Улар араһында Харис Шәриповтың яратып башҡарған «Яҡты эҙ ҡалдыр­һын һәр ғүмер», «Был донъяның ҡәҙерен беләйек», «Ҡайтсы, йәшлек», «Ҡатынға әйтер һүҙем», өр-яңы «Күршеләрем» йыры һәм халыҡ күптән яратып тыңлаған «Ауылда ҡаҙ өмәһе» йыры бар. Дискыла бөтәһе төрлө тематикалы 21 йыр тупланған. Был – йырсының тәүге компакт-дискыһы, быға тиклем аудиодискылары донъя күргән булған. Киләсәктә МР-3 форматында диск сығарырға ла ниәте бар Мәләүез егетенең.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
...

Аҡмулла аманатын тотоп...
Новости / Мәҙәниәт // 21-12-2010, 10:52


Аҡмулла аманатын тотоп...Йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара Аҡмулла көндәре быйыл да башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа әҙәбиәттәр үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, исеме һәм ижады төрөкмән, ҡарағалпаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтар араһында киң билдәле булған мәғрифәтсе-шағирҙың тыуған төйәгендә – Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы менән тамамланды.
Байрамда күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Марс Әхмәтшин, М. Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы директоры Фәнис Янышев, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, уҡытыусы-ветеран, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Түләк Ғирфанов һәм башҡалар ҡатнашты....

һандуғастар һайрай ҡышын да...
Новости / Мәҙәниәт // 18-12-2010, 13:54


һандуғастар һайрай ҡышын да...«Йәшлек» гәзитенең махсус призын алыусы Илеш һылыу­ҙары Эльмира менән Эльвира Ғилмановалар Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың йыр-моңға ғашиҡ икәне сабый саҡтан беленә. Ә сәхнәгә тәүге тапҡыр биш йәштәрендә әсәләре Нәфисә апай менән «Бала күңеле» йырын алып сығалар. Ҡыҙҙарҙың киләсәктә лә йыр-моң юлын һайлауында, 4-се синыфҡа Ағиҙел ҡалаһына музыка мәктәбенә уҡырға килеүендә әсәләренең өлөшө ҙур....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM