НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Татарстандағы башҡорт мәктәбе ниңә һаман эшләй алмай?
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 12:27


Татарстандағы башҡорт мәктәбе ниңә һаман эшләй алмай?19 ноябрҙә Яр Саллы ҡалаһында 2004/2005 уҡыу йылында асылған Татарстандағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенең хәленә арналған йыйылыш үтте. Уны үткәреүгә Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов етәкселегендә килгән делегация сәбәпсе булды. Делегация составында ҡоролтай башҡарма комитеты референты Гөлфинә Юламанова, БР Мәғариф министрлығының баш белгесе Әлфиә Ишбаева һәм Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова, Түбәнге Каманан Ғәли Хәсәнов килде. Йыйылышта Яр Саллы ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Харисов, Яр Саллы ҡалаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Сергей Киров, 11-се мәктәп директоры Рәшиҙә Шаһиева, башҡорт йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Бәләғүтдинова, эшҡыуар Фәниә Шәрипова, ата-әсәләр һәм «Шоңҡар» милли-мәҙәни автономияһы активистары ҡатнашты.
...

«Хәтәр мегаполис» саҡыра
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 12:11


«Беҙҙең Өфөлә 10 – 15 миллион кеше йәшәмәһә лә, ул да үҙенә күрә бер мегаполис. Халыҡта, мегаполис­та йәшәүсе кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы, ҡылыҡтары, характерҙары бүтән төрлө була, тигән фекер йөрөй. Йәнәһе лә, ҡалала позитив әҙ, һалҡынлыҡ хөкөм һөрә. Ә минең быға ҡаршы төшкөм килә». Сәғиҙулла Байегет 5 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертының нимә хаҡында буласаҡ икәнен шулай тип аңлатты....

Йәш йырсылар - "Йәшлек-шоу"ға саҡырабыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Мәҙәниәт // 27-11-2010, 15:24


4 декабрь, сәгәт 10 “Йәшлек шоу”ҙа ҡатнашырға теләүселәр өсөн һайлап алыу туры үткәрелә! Йәш йондоҙҙар, беҙ тап һеҙҙе көтәбеҙ!!!
Йондоҙҙарға бер аҙымға яҡыныраҡ булырға теләйһегеҙме? Был һеҙҙең мөмкинлегегеҙ, файҙаланып ҡалығыҙ!!!
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы . Кустарная урамы, 17-се һанлы йорт Телефоныбыҙ: 89603807200...

Йәштәргә рух, тәрбиә биреүсе проект
Новости / Мәҙәниәт // 27-11-2010, 13:49


Йәштәргә рух, тәрбиә биреүсе проектҮткән аҙнала баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Дүрт йөрәк» тигән реалити-шоу үтте. Проекттың авторҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Зөлфәр Әхмәтов башҡорт сәхнәһендә асыш яһаны, тип әйтһәк, яңылышмаҫбыҙ. Сөнки бындай тормошсан, мәғәнәүи программа менән башҡорт эстрадаһында быға тиклем сығыш яһағандары юҡ ине. Тимәк, беҙҙең талантлы, үҙ фекере, әйтер һүҙе булған йәштәребеҙ арта....

Башҡорт татарҙан нимәһе менән айырыла?
Новости / Мәҙәниәт // 27-11-2010, 10:49


Эйе, тап ошо һорауға яуап эҙләй А. Мөбәрәков исемендәге Сибай баш­ҡорт дәүләт драма театрында 26 – 27 ноябрҙә сәхнәгә сығасаҡ «Ҡәрҙәш­тәр» спектакле.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангә­рәевтың «Татар менән башҡорт» повесы буйынса әҙерләнгән сәхнә әҫәре Республика йылына һәм мәшһүр прозаиктың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала....

Гөлдәр Ишҡыуатова Өфөлә концерт ҡуя!
Новости / Мәҙәниәт // 24-11-2010, 17:31


9 декабрь Гульдар Ишкыуатованын, Нефтяник мәҙәниәт үҙәгендә юбиляр концерты була. Концерттын алып барыусыhы Сәғиҙулла Байегет. Һәм башка таныклы артисттар буласак. Билет хакы 100-350 hум. Теләгегеҙ булhа белешмэ өсөн телефон 89279225781!...

«Гипнотизер» күңелегеҙҙе арбаясаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 20-11-2010, 16:59


М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы миҙгелдең икенсе премьераһын әҙерләй. Артистар йәш драматург Василий Сигаревтың пьесаһы буйынса «Гипнотизер» спектакле менән тиҙҙән Өфө тамашасыһын ҡыуандырасаҡ. Василий Сигарев – Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле автор....

Сәхнәлә – «Буратино мажаралары»
Новости / Мәҙәниәт // 20-11-2010, 16:58


Алыҫ-алыҫ бер илдә йәшәгән, ти, ағас малай. Мәктәпкә йөрөргә теләмәй, уйнарға, эш боҙорға ғына ярата ул... Ҡыҙыҡһыныусан һәм ыша­ныусан, эскерһеҙ Буратиноның мажаралары уҫал Карабас-Барабас театрына килеп инеү менән башланып китә. Ниндәй сер өсөн Барабас Буратиноны утҡа яғырға йыйынған ерҙән өйөнә ҡайтарып ебәрә? Уға ташбаҡа Тортилла ниндәй асҡысты бирә һәм ҡайҙа уның ишеге?.....

Заманса бейеүселәр Өфөгә йыйылды
Новости / Мәҙәниәт // 20-11-2010, 12:07


Алтынсы төбәк-ара эстрада һәм заманса хореография фестиваленә Мари Иленән, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Ярославль өлкәләренән 40-тан ашыу йәштәр коллективы килде. Бейеүселәрҙе һынау өс көн буйы барҙы. Бөгөн ул тамамланып, еңеүселәр билдәләнергә тейеш. Фестиваль номинациялары заманса (джаз, модерн, контемппори, ирекле пластика), эстрада (шоу, диско һ.б.), бал бейеүенә (латино, үҙенсәлекле номер) бүленгән.
Әйткәндәй, конкурс барышында бейеү коллективтары етәкселәре өсөн ижади лаборатория эшләне, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Т. АМАНОВ.
...

Һоҡланғыс лазер-шоу
Новости / Мәҙәниәт // 16-11-2010, 09:46


Үткән йәкшәмбелә «Нур» Өфө дәүләт татар театрында Нәзирә Яппарованың «Фәрештәләр ҡалаһы» тип аталған шоу-концерты үтте. Сара бик сағыу һәм үҙенсәлекле булды. Йырсының сығыштары профессиональ балет, иҫ киткес лазер-шоуы менән оҙатыла килде һәм ошо уға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Төрлө төҫтәге уттар ярҙамында ҡыҙыҡлы һәм шаян һүрәттәрҙе һынландырыу һоҡландырғыс итеп ойошторолғайны.
Театрлаштырылған тамашаға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡарыуындағы көйҙәр тағы ла йәм өҫтәне. Балет һәм ҡурай моңо, заманса һәм халыҡ көйҙәрен берләштергән концерттан тамашасылар матур тәьҫораттар алып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.
Самат ҠОТЛОЕВ....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM