НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?
Проблема / Мәҙәниәт // 12-03-2011, 11:50


йәки Халыҡтың фекере Башҡортостан юлдаш телевидениеһының абруйын күтәрергә булышлыҡ итһен
Халыҡтың һүҙе – хаҡлыҡтың күҙе. Нимә генә тимәйек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар бармаһын, сиктәрҙән ашҡан үҙгәрештәр эшләнмәһен, халыҡ уларға һис кенә лә битараф түгел. Яңы етәксе килеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына яңылыҡтар индерә башлағас, телевизор ҡараусылыр уның яңы форматына ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында, республикалағы бер­ҙән-бер төп милли телеканалда башҡортса тапшырыуҙарҙың аҙайыуын билдәләп, етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡайны. «Йәшлек» гәзитендә лә БСТ-ны «утҡа тотҡан» бер нисә тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Уның буйынса шаңдауҙар күп булды – гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙан тиҫтәнән ашыу хат алдыҡ. Барыһының дәғүәләре бер үк тиерлек: тамашасылар башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүенә, ҡыҙыҡлы милли программалар булмауына дәғүә белдерә. Шуныһы иғтибар­ға лайыҡ: БСТ-лағы үҙгәрештәргә ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә битараф ҡала алмаған. Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм башҡорт зыялыһы: «Милләт­тәштәре­беҙҙең тормош-көнкүреше, уй-кисерештәре, мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары тураһында ишетеп-уҡып ҡына түгел, телевизорҙан да ҡарап күрә инек, хәҙер ундағы яңылыҡтар хайран ҡалдыра. Юғары кимәлдәге төплө тапшырыуҙар, башҡорт халҡын, уның телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белгән, ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған журналистарҙың эшен күрге килә», – тип яҙа....

Лайыҡлы әҙибәгә – лайыҡлы баһа!
Новости / Мәҙәниәт // 12-03-2011, 11:37


Лайыҡлы әҙибәгә – лайыҡлы баһа!Үткән көҙ өлкән әҙибәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатованан 90 йәшлек юбилейын билдәләгәндә: «Дуҫтары­ғыҙҙан бигерәк тә кемде һағынаһығыҙ?» – тип һорай ҡуйҙыҡ.
– Бик тә Һәҙиә апайҙы юҡһынам. Ул мине бигерәк яратты. Килеп инә лә йомшаҡ итеп ҡосаҡлап ала ине. Яғымлы, наҙлы итеп. Шул йылыһын һағынам. Үҙе ниндәй генә ауырлыҡтар күреп йәшәмәһен, ана шул йылылығын, кешеләргә, донъяға булған йылылығын юғалтманы ул. Тик иртәрәк үлде. Бик үкенесле шуныһы. Ул бөтәһенән дә юғары! – тип яуаплағайны арҙаҡлы шағирәбеҙ....

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ йорттары буласаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 8-03-2011, 09:17


Ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда 2010 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2011 йылға планлаштырыл­ған эштәргә күҙәтеү эшләнде, тәҡдимдәр индерелде. Республикала мәҙәниәт өлкәһендә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, проблемалар етерлек, әммә уларҙы хәл итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҙәниәт министры Асҡар Абдра­заҡов үҙ сығышында һүҙҙе ошо хаҡта алып барҙы.
Былтыр спектаклдәргә һәм концерттарға һатылған билеттарҙан бары тик 100 миллион һумдан ашыу ғына килем килгән. Театр Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла иҡтисади яҡтан отошло түгел. Әммә булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланһаҡ, театрға тамашасыны йәлеп итергә мөмкин. Юғиһә, бөгөнгө анализға ҡарағанда, бер тамашасыны йәлеп итеү өсөн уртаса 507,8 һум аҡса талап ителә, ә уртаса билет хаҡы – 88,7 һум....

Замана талабымы был?
Новости / Мәҙәниәт // 1-03-2011, 11:23


Әммә мәғәнәһеҙ көләмәстәрҙе, әллә ниндәй билдән аҫтағы юморҙы тыңлап, күреп ултыр­ғанда, минең, мәҫәлән, бер ҙә генә көлгөм килмәй. Йәнем көйә. Залдың бер өлөшө бот сабып көлгәндә, икенсе берәүҙәр артистар­ға аптырап та, сәйерһенеп тә баҡҡан – бөтә булдыра алғанығыҙ ошомо, йәнәһе. Хәйер, бында артистарға түгел, ә пьеса авторына, ҡуйыусы режиссерға төбәлгәндер тәнҡит һүҙе. Заманыбыҙҙы күрһәтергә теләп яҙылған булһа был русса ҡатыш башҡортса, билдәле яҙыусыларҙың цитаталары ҡатыш ярым һүгенеү һүҙҙәре – замана кешеләрен тағы ла түбәнерәк төшөрә түгелме автор­ҙар? Сәнғәттең маҡсаты юғарыраҡ, тип уйлай инем һәр саҡ....

Халҡы уны һөйөп ҙурланы
Новости / Мәҙәниәт // 1-03-2011, 11:19


Ҡырҡ йылдан ашыу Башҡортостан радиоһы дикторы булып эшләгән Лира Фәйзуллина бөйөк Левитандан оҫталыҡ дәрестәре алған
Халҡы уны һөйөп ҙурланыРадио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ сыҡһа, минең күҙ алдына һәр саҡ бөйөк Левитан, ул әйткән һәр һүҙҙең ғәйрәтле көсө иҫкә килеп төшә. Гитлерҙың: «Мәскәүҙе баҫып алғас та, иң тәүҙә Левитандың телен ҡырҡып аласаҡмын», – тип ҡәһәрләнеүен беләбеҙ. Был кешене дошмандарҙың күрә алмауы аңлашыла: Левитан үҙенең көслө, көр, аһәңле тауышы менән илебеҙ халҡы күңелендә яуыз дошманды еңеүгә ышаныс уята алған, ә фашистарҙың ҡотон алып, йөрәктәренә ҡурҡыу һалған. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә була ала икән диктор һүҙе!...

Талантлы ҡурайсы
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:52


Талантлы ҡурайсыЛицейҙың тамаша залы балалар менән тулы. Тып-тын… Бына танһыҡ ҡурай моңо таралып, күңелдәрҙе арбаны…Берсә сәңгелдәктә бәүелтә, бер­­сә һауаларҙа осороп йөрөтә, ҡайҙалыр ҡанатландыра, йөрәктәрҙе елкендерә, ил­һам­ландыра, рухландыра. Ҡурай моңона сорналғанда, Башҡортостандың мәғрур тауҙары, ҡыйып үткеһеҙ ҡуйы урмандары, бормаланып-бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, йәйрәп ятҡан күлдәре, гөл-сәскәгә күмелгән яландары, тыныс күк йөҙөн иңләп осҡан ҡоштары, гүзәл илде төйәк иткән кейек-януарҙары – барыһы ла күҙ алдынан үтә....

Йыр-моң осраштырҙы
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:51


2011 йыл республикабыҙ Пре­зи­денты тарафынан Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Күптән түгел Ша­ран районында үткән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ХII үҙешмәкәр ижад фестивале лә милләттәр дуҫлығына бағышланды....

Өфө ветерандары фильмға төшә
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:45


Ватанды һаҡлаусылар көнөндә баш ҡалала «Һуғыш тураһында һинең фильмың» тигән бөтә Рәсәй проекты башлана.
«Беҙҙең ҡала» йәштәр төркөмө һәм «Бергә» хәрәкәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән видеоинтервью үткәрә. Ветерандар 40 һорауға яуап бирәсәк. Йәштәр «Бер аҙым да сигенмәҫкә!» бойороғо, Америка ярҙамы, фронт мөхәббәте, хыянатсы власовсылар хаҡында ла һорарға ниәтләй.
Өфөлә бөгөн 700 самаһы һуғыш ветераны йәшәй. Фильм 9 майға төшөрөлөп бөтәсәк....

«Бейеү яһалмалыҡты яратмай»
Новости / Мәҙәниәт // 19-02-2011, 16:21


«Бейеү яһалмалыҡты яратмай»Руслан Сөләймәнов Стәрлетамаҡ бейеү театры солисы. Коллективта ул ойошторолған көндәрҙән алып эшләй. Күренекле хореография оҫталары Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән егетте баҫҡанында ут сәсеп, осҡон уйнатҡан һәләтле бейеүсе тип таныһа, тамашасы уны ихласлығы, таланты өсөн үҙ итә. Әйткәндәй, төбәк һәүәҫкәр бейеүселәргә бай булһа ла, Руслан – профессиональ сәхнәлә бейегән берҙән-бер бейеүсе....

Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйына
Новости / Мәҙәниәт // 19-02-2011, 16:19


Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйынаНефтселәр мәҙәниәт һарайының бәләкәй залы әле мәктәпкә лә йөрөмәгәндәрҙән алып төрлө йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләренең тауыштарынан гөрләп тора. Уларҙың иғтибары сәхнә янында күрһәтелгән фотоһүрәттәргә йүнәлтелгән, ә һөйләшеүҙәрендә бары тик бер генә исем йыш ишетелә. Эйе, һүҙ Арсен Еникеев хаҡында.
Был көндө даны Рәсәйҙә генә түгел, ә бар донъяға таралған 9 йәшлек Өфө малайының ижад кисәһе үтте. Сараға Арсенды белгән, уның һәләте, ижады менән ғорурланыусылар йыйылды. Тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре йәш таланттың сығыштарын әле беренсегә күрергә ниәтләнә.
Сара «Премьера» моделдәр агентлығы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары менән башланды. Араларында кескәй генәләре лә булған моделдәр сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотто. Ҡасандыр үҙенең тәүге аҙымдарын Арсен да улар менән бергә яһаған....


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM