НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Яңыса»һы оҡшап етмәй...
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:23


«Яңыса»һы оҡшап етмәй...Башҡортостан юлдаш телеканалы программаһын яңырттылар. Һәммә яңылыҡтан матур нәмә өмөт итәһең бит инде. Тик бына яңы форматтағы БСТ халыҡ файҙаһына булманы, буғай. Беренсенән, иртән тапшырыуҙарҙы Баш­ҡортостан гимны менән башлап ебәреү ҙә һәйбәт булыр ине, юҡһа әлеге лә баяғы – бөтөнөһө лә ялҡып бөткән реклама «фатиха» бирә. Рубрикалар көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана, алып барыусылар хәҙер икешәрләп эфирға сыға башланы. Көн дә, көн дә бер үк нәмә ҡабатлана. «Истории», «Орнамент» кеүек тапшырыу­ҙарҙы анонслағанда ҡайһы төбәктән, кемдәрҙе күрһәтеүҙәрен дә әйтһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. «Бауырһаҡ»та ла йыш ҡына бер үк нәмә ҡабатлана...

Милли ихаталар күргәҙмәһе
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:14


10 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында 10 милли ихата күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Унда республика халыҡтарының торлаҡтары, йорт йыһаздары, кейем-һалымы, сувенирҙары һәм милли аш-һыу күрһәтеләсәк.
Конгресс-холда башҡорт тирмәһе лә урын аласаҡ, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәр­ҙәре милли кейемдәрҙәге гипстан яһалған фигуралар әҙерләгән. Биҙәлгән өҫтәлдә традицион башҡорт ашамлыҡтары – бауыр­һаҡ, бал һәм ҡымыҙ буласаҡ....

Халыҡтар дуҫлығы йортона – иң күркәм бина
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:11


БР Халыҡтар дуҫлығы йортона яңы бина эҙләү мәсьә­ләһе бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне инде.
Быйыл, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителгәс, был бурысты үтәү – намыҫ эше. Президент Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Дуҫлыҡ йорто концерттар, лекторий, күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн дә уңайлы булған монументаль бина булырға тейеш. Шундайҙар иҫәбенә Конгресс-холл да инә, уның ҡайһы бер бүлмәләре буш та тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, февралдә бина һайланған булырға тейеш.
Шулай уҡ тиҙҙән республикала милләт-ара берлек тураһында баҫма ла донъя күрә башлауы, дөрөҫөрәге, тергеҙелеүе (элек «Согласие» журналы сығып килгән) ихтимал.
Президенттың милли йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә, йәштәр өсөн төрлө этнос вәкилдәре араһынан лидерҙар эҙләү мотлаҡ. Республикала геройҙар күп, улар нилектәндер онотолған....

Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:01


Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағылаРеспубликабыҙҙа 150-нән ашыу милләт көн итә. 60-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия эшләп килә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Рустар Соборы, БР сыуаштары канашы халыҡ мәнфәғәттәрен, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай....

Беҙ – бер бөтөн!
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:00


Марат КӘРИМОВ
Ата-баба киҫәтеүе
Шулай һаҡлай үлемдәнме:
«Айырылғанды айыу ашар,
Бүре ашай бүленгәнде»....

Халыҡ радиоһы
Новости / Мәҙәниәт // 5-02-2011, 13:21


2010 йылдыœ февралендº «Ашšа´ар» радиоžы асылƒас, таƒы бер милли канал барлыҡҡа килеүгә шатланып, уны бик šы´ыšžынып тыœлай башланыš. Бер йыл эсендº ул ү´ен бик матур итеп халыššа танытып та µлгµр´µ. Башта йышлыšтарын күп кешегº табыу мµмкинлеге юšлыƒы хºүефлºндерº ине. Әммº «Ашšа´ар» бер ´º туšтамай, тºүлек ºйлºнºžенº эшлºй, тыœлаусылары кµндºн-кµн арта ƒына бара. Эфир киœлектºрендº күп тармаšлы, тºрºн мºƒºнºле, халыšта иленº, теленº, мº´ºниºтенº ихтирам уятырлыš радио эшлºүенº šыуанысыбы´ хаттин ашšан. Диктор´ар´ыœ о¾та, дµрµ¾, матур º´ºби телдº žµйлºүе, ƒалимдар, я´ыусылар, артистар, тµрлµ µлкºлºге белгестºр´еœ сыƒыштары, šы´ыšлы тапшырыу´ар иƒтибар´ы йºлеп итº. Шуƒа ла «Ашšа´ар» бе´´еœ µй´ºргº, күœелдºргº алšынып килеп инде лº, унда о´аššа урынлашты....

«Моң» студияһынан – яңы дискылар
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:43


«Йәш йүнәлеш» йәштәр йыйынтығы сыҡты. Ул – МР-3 форматында. Диск «Йәш йөрәктәр» һәм «Йәш йүнәлеш» төркөмдәренең берҙәм эшен сағылдыра. Унда Радик Юлъяҡшин, Dany, Zindan, Илгиз Абдрахманов һәм бүтән йәш йырсыларҙың йырҙары тупланған. «Музыкаль фишка», «Моңдаръя» МР-3 дискылары ла йәштәрҙең күңеленә хуш килер. «Йондоҙло футбол» йыйынтығы республикабыҙҙың төрлө йәштәге халҡы яратып тыңлаған йырҙарҙан тора. Унда Өфөнөң «Динамо» стадионында журналистар менән ярышып футбол уй­наған йырсы­лар­­ҙың шәп йыр­­ҙары туплан­ған. Шулай уҡ проекттың DVD-диск варианты ла бар.
Ғәзим Ильясов­тың «Бәхетлемен» тип исемләнгән альбомы һәм шундай уҡ исем аҫ­тында DVD-дискыһы донъя күрҙе....

Йырҙары йәнгә дауа
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:43


Мин боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын яратам. Иң яратып тыңлаған йырсым – Рамазан Йәнбәков. Сөнки уның кеүек аҫыл, моңло тауышлылар юҡ. Йырҙар тыңлап ултырғанда, ҡасан ошо оло йырсының сығышын күрһәтәләр инде, тип көтәм. Әгәр күрһәтмәһәләр, телевизор алдынан күңелһеҙләнеп тороп китәм. Тауышы, йырҙары – йәнемә дауа. Шуға уға оло рәхмәтемде гәзит аша еткергем килә. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, телевизорҙан йыш йырлатыуҙарын теләйем. Ғөмүмән, оҙон башҡорт йырҙарын йырлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт.
Гөлниса ҠОТЛОҒУЖИНА.
Күгәрсен районы....

ЙЫРСЫ ЛА, УҠЫТЫУСЫ ЛА, ҮҘЕШМӘКӘР КОМПОЗИТОР ҘА
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:40


ЙЫРСЫ ЛА, УҠЫТЫУСЫ ЛА, ҮҘЕШМӘКӘР КОМПОЗИТОР ҘА– Йәғәфәр ағайыбыҙ беҙгә һәр яҡлап та өлгө булып тора, түңәрәккә лә бик ихлас йөрөйбөҙ, – Бөрйән районының Иҫке Собхан­ғол урта мәктәбе уҡыусыһы Азат Күлбаев үҙҙәренең «Арғымаҡ» вокаль ансамбленең етәксеһе Йәғәфәр Нәҙершин тураһында шулай ти.
Өлгө булырлыҡ та шул. Балалар ансамблен етәкләгән уҡытыусы – үҙе йырсы ла, үҙешмәкәр композитор ҙа, балалар өсөн йырҙар ҙа яҙа. Ике йыл элек ул ошо ансамблде тергеҙә. Тәүҙә малайҙар ғына булғанға «Арғымаҡ» тип аталған ансамблгә ҡыҙҙар ҙа килеп ҡушыла, тағы ла күңеллерәк булып китә. Әммә ансамблдең исемен үҙгәртеп тормай­ҙар. Әле 5-се синыфтан биш ҡыҙ, дүрт малай шөғөлләнә. Бәләкәй состав та бар. Балалар унда бик яратып йөрөй, һәр байрамдың сағыу биҙәге был ансамбль. Райондың 80 йыллыҡ юбилейына яҡташтарын өс телдә (башҡорт, рус, инглиз) йырлап ҡыуандыралар. 2010 йылдың февралендә Урал аръяғы ассоциацияһы һәм Баймаҡ районы ойошторған «Ирәндек ынйылары» конкурсында – 3-сө урынды, ә «Яҙғы тамсылар» район конкурсында ике йыл рәттән беренсе урынды яулай йәш йырсылар....

«Бер нәмәгә ҡарамай, алға атлаясаҡмын»
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:38


«Бер нәмәгә ҡарамай, алға атлаясаҡмын»Искәндәр Ғәзизов «Ҡолон», «Өфө йүкәләре», «Ҡарағай урманында» һәм башҡа йырҙары менән тамашасы, айырыуса өлкән быуын яратып тыңлаған йырсыларҙың береһенә әүерелде лә китте. «Гәлсәр һандуғас» телефестивале уны Башҡортостан сәхнәһенә алып сыҡты. Ә тыңлаусылар шундуҡ йырсының тауышын бүтән әллә күпме башҡарыусыныҡы араһынан айырырға өйрәнде. Әммә Искәндәрҙең йырлы-моңло тормошо күпкә алдараҡ башланған. Бала саҡ хыялынан. Йырға һәләте атаһынан килә уның. Һоҡланып, ғорурланып телгә ала атаһын егет. «Әлегәсә атайым йырлап ебәрһә, аһ итерлек була ла ҡуя. Оло йәштә булһа ла, үәт тауыш унда!» – ти ул. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда «Өфө егеттәре» вокаль ансамбленең төп солисы була. Дискылары ла сыға. Аҙаҡ сәнғәт академияһына уҡырға инә, үҙен «Гәлсәр һандуғас»та һынай. Әлеге мәлдә, уҡыуын тамамлап, филармонияла эшләй. Бер юлы икенсе юғары белем дә үҙләштерә. Уның әлеге көнитмешен, пландарын белер өсөн бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM