НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”
Новости / Мәҙәниәт // 16-07-2016, 20:53


“Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”Айгөл Әсәҙуллина – “Башҡорт йыры” телевизион проектында үҙен ярайһы уҡ танытырға өлгөргән, күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән йәш йырсы. Йырсының үҙен күреп, яҡындан танышып әңгәмә ҡороу күптәнге хыялым ине....

Тәүге аҙымдарың менән, “Илһам"!
Новости / Мәҙәниәт // 11-07-2016, 12:51


Тәүге аҙымдарың менән, “Илһам"!Тыуған ерҙән ситкә китһәң, үҙ илеңдең, телеңдең, яҡташтарыңдың ҡәҙерен нығыраҡ белә башлайһың, тиҙәр. Шуғалыр ҙа республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ төрлө ойошмаларға, ассоциацияларға берләшеп, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалап йәшәй, милләттәштәре менән тығыҙ аралаша. Был йәһәттән мәскәүҙәр уңды тип әйтергә була: “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәниәте үҙәге яҡташтарҙы бергә туплап, уларға үҫергә, баш ҡаланы яуларға ярҙам итә. Шулай уҡ “Алтынай” бейеү ансамбле илебеҙҙең баш ҡалаһында һәр ваҡыт Башҡортостан Республикаһының бренды, күрһәткесе булараҡ сығыш яһай. Былтыр актерлыҡ һәләте булған Мәскәү башҡорттары “Илһам” театр түңәрәгенә берләште....

Йырҙан өҫтөн ғаилә бәхете йәки ни өсөн Ирина Хафизова Илештә йәшәй?
Новости / Мәҙәниәт // 11-07-2016, 11:26


Йырҙан өҫтөн ғаилә бәхете йәки ни өсөн Ирина Хафизова Илештә йәшәй?17 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Гәлсәр һандуғас” телефестивале концертынан һуң бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшеүенә шаһит булдым:
– Был “Гәлсәр”ҙәр үтә лә шәп йырлай, афарин. Әммә Ириналары булмауы кәйефте төшөрҙө...
– Эйе шул, бигерәк моңло тауышлы ине шул ҡыҙ бала. Әллә ниңә сәхнәне ташланы ла ҡуйҙы…
– Юҡты һөйләмәгеҙ, анауындай талант менән кеше сәхнәнән китәме инде?! Йә юлы төшмәгәндер, йә балаларын ҡалдырырға кеше тапмағандыр......

Их, Йомабай, һине һағынып уйнала ҡурай...
Новости / Мәҙәниәт // 7-07-2016, 12:24


Их, Йомабай, һине һағынып  уйнала ҡурай...Хәйбулла районында 13-сө тапҡыр үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста
19 ҡурайсылар ансамбле, 93 яңғыҙ башҡарыусы көс һынашты...

Артистарҙы күреп, күңелебеҙ таҙарһын ине
Новости / Мәҙәниәт // 27-06-2016, 16:27


Артистарҙы күреп,  күңелебеҙ таҙарһын инеҺөнәрем буйынса иҡтисадсымын. Хаҡлы ялдағы хажиәмен. Йәшерәк саҡта концерттарға йыш йөрөй инем. Әле һирәгерәк барам, уның үҙенә күрә сәбәптәре бар. Бер мин түгел, башҡа таныштарым да фекер­ҙәрем менән килешеүен яҡшы беләм....

Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2016, 10:21


Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужин йырҙар яҙып, кешеләрҙе матурлыҡҡа әйҙәй

Кешегә үҙе күтәрерлек кенә һынау бирелә, тиҙәр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ауыр күреп, бар донъяға ҡул һелтәгәндәр ҙә осрай. Ә кемдер, киреһенсә, һәр һынауҙан сыныға, нығына һәм ошо көслөлөгө менән башҡаларҙа һоҡланыу тойғолары уята....

Киноға төшкән ағай
Новости / Мәҙәниәт // 19-05-2016, 13:53


Киноға төшкән ағайУчалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе Рауил Мөхәмәтйәнов әрмелә сағында "Һуғыш һәм солох", "Яңғыҙлыҡ" һәм башҡа фильмдарҙың эпизодтарында ҡатнаша

Ауылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклелеге менән айырылып торған Рауил ағайҙы ниңәлер яҡын күрәм. Бер ваҡытта ла уның кеше араһында маһайып йөрөгәнен йәки берәй­һенә тауыш күтәргәнен күреп-ишеткәнем булманы. Үҙенең һөйөклө ҡатыны Миңйыһан еңгә менән ҡәҙимге ауыл тормошона сумып, күп итеп мал, ҡош-ҡорт тотоп, өй, баҡса тулы гөл-сәскәләр үҫтереп, инде һәр береһе үҙ аллы донъя көткән балаларының ул-ҡыҙҙарын ҡарашып, булғанына шөкөр итеп йәшәй....

“Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”
Новости / Мәҙәниәт // 28-04-2016, 11:51


“Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”Ул моң менән йәшәүселәрҙең береһе. Донъя классикаһынан тыш, башҡорт халыҡ көйҙәрен дә берҙәй оҫта, нескә тойомлау менән башҡарған, үҙен белә-белгәндән ҡулынан скрипкаһын төшөрмәгән таныл­ған музыкант, бик күп халыҡ-ара конкурс лауреаты Илшат МӨСЛИМОВ – бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы....

Аҡ күңелле ҡара малай
Новости / Мәҙәниәт // 21-04-2016, 12:09


Аҡ күңелле ҡара малайӘбйәлил районының Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге директоры Марс Сәйетғәлин – үҙ тормошоноң төп режиссеры...

“Ләйсән” – беҙҙең байрам!
Новости / Мәҙәниәт // 18-04-2016, 12:13


“Ләйсән” – беҙҙең байрам!Өфөлә билдәле журналист Луиза Фархшатованың Учалы районының данлыҡлы бейеү ансамбленә арналған китабының исем туйы үтте

"Башҡортостан" дәүләт концерт залы һис ҡасан буш тормай – өфөләрҙе һөйөндөрөп, тамашалар бер-бер артлы даими үтә. Ә ошо көндәрҙә концерт залын Учалы районы халҡы баҫып алып, геү килтерҙе генә уны! Һәр хәлдә, Уральск ҡасабаһының яртыһы шунда күсеп барғайны шикелле. Сөнки баш ҡалала билдәле журналист Луиза Фархшатованың данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле тураһында яҙған “Ләйсән” – беҙҙең байрам” (“Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ...”) тигән китабының исем туйы үтте, һәм байрамғолдар (наурыздар, ишкендәр, иҫтамғолдар һ.б.) был саранан бер нисек тә ситтә ҡала алмай, тейәлешеп килеп еткәйне....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM