НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Талантлы ҡурайсы
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:52


Талантлы ҡурайсыЛицейҙың тамаша залы балалар менән тулы. Тып-тын… Бына танһыҡ ҡурай моңо таралып, күңелдәрҙе арбаны…Берсә сәңгелдәктә бәүелтә, бер­­сә һауаларҙа осороп йөрөтә, ҡайҙалыр ҡанатландыра, йөрәктәрҙе елкендерә, ил­һам­ландыра, рухландыра. Ҡурай моңона сорналғанда, Башҡортостандың мәғрур тауҙары, ҡыйып үткеһеҙ ҡуйы урмандары, бормаланып-бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, йәйрәп ятҡан күлдәре, гөл-сәскәгә күмелгән яландары, тыныс күк йөҙөн иңләп осҡан ҡоштары, гүзәл илде төйәк иткән кейек-януарҙары – барыһы ла күҙ алдынан үтә....

Йыр-моң осраштырҙы
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:51


2011 йыл республикабыҙ Пре­зи­денты тарафынан Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Күптән түгел Ша­ран районында үткән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ХII үҙешмәкәр ижад фестивале лә милләттәр дуҫлығына бағышланды....

Өфө ветерандары фильмға төшә
Новости / Мәҙәниәт // 22-02-2011, 09:45


Ватанды һаҡлаусылар көнөндә баш ҡалала «Һуғыш тураһында һинең фильмың» тигән бөтә Рәсәй проекты башлана.
«Беҙҙең ҡала» йәштәр төркөмө һәм «Бергә» хәрәкәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән видеоинтервью үткәрә. Ветерандар 40 һорауға яуап бирәсәк. Йәштәр «Бер аҙым да сигенмәҫкә!» бойороғо, Америка ярҙамы, фронт мөхәббәте, хыянатсы власовсылар хаҡында ла һорарға ниәтләй.
Өфөлә бөгөн 700 самаһы һуғыш ветераны йәшәй. Фильм 9 майға төшөрөлөп бөтәсәк....

«Бейеү яһалмалыҡты яратмай»
Новости / Мәҙәниәт // 19-02-2011, 16:21


«Бейеү яһалмалыҡты яратмай»Руслан Сөләймәнов Стәрлетамаҡ бейеү театры солисы. Коллективта ул ойошторолған көндәрҙән алып эшләй. Күренекле хореография оҫталары Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән егетте баҫҡанында ут сәсеп, осҡон уйнатҡан һәләтле бейеүсе тип таныһа, тамашасы уны ихласлығы, таланты өсөн үҙ итә. Әйткәндәй, төбәк һәүәҫкәр бейеүселәргә бай булһа ла, Руслан – профессиональ сәхнәлә бейегән берҙән-бер бейеүсе....

Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйына
Новости / Мәҙәниәт // 19-02-2011, 16:19


Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйынаНефтселәр мәҙәниәт һарайының бәләкәй залы әле мәктәпкә лә йөрөмәгәндәрҙән алып төрлө йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләренең тауыштарынан гөрләп тора. Уларҙың иғтибары сәхнә янында күрһәтелгән фотоһүрәттәргә йүнәлтелгән, ә һөйләшеүҙәрендә бары тик бер генә исем йыш ишетелә. Эйе, һүҙ Арсен Еникеев хаҡында.
Был көндө даны Рәсәйҙә генә түгел, ә бар донъяға таралған 9 йәшлек Өфө малайының ижад кисәһе үтте. Сараға Арсенды белгән, уның һәләте, ижады менән ғорурланыусылар йыйылды. Тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре йәш таланттың сығыштарын әле беренсегә күрергә ниәтләнә.
Сара «Премьера» моделдәр агентлығы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары менән башланды. Араларында кескәй генәләре лә булған моделдәр сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотто. Ҡасандыр үҙенең тәүге аҙымдарын Арсен да улар менән бергә яһаған....

Милләт-ара татыулыҡ – республикабыҙ йөҙө
Новости / Мәҙәниәт // 19-02-2011, 12:14


Республикабыҙ етәкселеге республикала милләт-ара татыулыҡ урынлаштырыуға айырыуса иғтибар бүлә. Ниндәй генә милләт вәкилдәре йәшәмәй беҙҙә!
Республика етәксеһе алмашынғас, ошоно файҙаланып, ҡайһы берәүҙәр быуаттар төпкөлөнән йәшәп килгән татыулыҡты юҡҡа сығарыуға, башҡорт менән рус милләтен ыҙғыштырыуға йүнәлтелгән сығыштарын интернет селтәре аша халыҡҡа таратып ята. Кешегә нимә етмәй икән?...

Моң тыуҙырыусы
Новости / Мәҙәниәт // 15-02-2011, 09:57


“Сәнғәт” тигән сихри донъяла моңланып, илһамланып һәм моңһоуланып көнөн-төнөн ижадсы йөрәге яна, тик башҡалар ғына күрмәй уның серле хыял диңгеҙен. Моң даръяһында йәшәүсе ижадсыларыбыҙҙың береһе – композитор Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов. Ни өсөн уны яҙмыш сәнғәт юлынан алып киткәне лә аңлашыла. “Атанан күргән уҡ юнған” тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Салауат ағай билдәле композитор Рафиҡ Сәлмәновтың ғаиләһендә 1952 йылда тыуа. Музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлағандан һуң уның педагог һәм музыка белгесе булараҡ хеҙмәт юлы башлана. 1980 – 1988 йылдарҙа Учалы ҡалаһының музыка училищеһында уҡыта, 1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы музыка серҙәренә өйрәтә. Композиторҙар класында махсус курс, музыковедтарҙа полифония, оркестровка һ.б. предметтар буйынса дәрестәр алып бара. Уның уҡыусылары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, РФ һәм БР Композиторҙар союзы ағзалары. Шулар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре И. Хисаметдинов, БР-ҙың халыҡ артисы, Халыҡ инструменттары милли оркестры етәксеһе Р. Ғәйзуллин, Милли симфоник оркестры дирижеры Р. Сөләймәнов һ.б. бар....

«Грэмми» – Илдар Абдразаҡовта
Новости / Мәҙәниәт // 15-02-2011, 09:41


«Грэмми» – Илдар АбдразаҡовтаАбруйлы музыка премияһын алыусылар исемлегенә яҡташыбыҙ – билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов та инде.
Йырсының «Реквием» альбомы «Иң яҡшы классик альбом» исемен алған һәм шулай уҡ «Иң һәйбәт хор башҡарыуы» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Был хаҡта инде донъяның иң билдәле рәсми сайттары хәбәр итә.
«Реквием» альбомын булдырыу, юғары кимәлгә күтәреү өҫтөндә Илдар Абдразаҡов ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре менән эшләгән. Награданы яҡташыбыҙға Лос-Анджелеста тапшырғандар....

Бойҙаймы, кәбәкме?
Новости / Мәҙәниәт // 12-02-2011, 11:47


йәки Башҡорт сәхнәһендәге реформаларға минең тәҡдимдәр
Элегерәк театрға бик йыш һәм ҡыҙыҡһынып йөрөй торғайным. Тик йылдар үткән һайын уның бер урында тапанып тороуын көндән-көн нығыраҡ күрә башланым – театр музейындағы борон­ғо фотоларҙы ентекләберәк ҡараһаң, 80 йылдан ашыу үткән ғүмер хәҙерге сәхнәлә һиҙелмәй – шул уҡ ҡыланыштар, натуралистик декорациялар, костюмдар, ҡомғандар, ситәнле өй алды, гармун, сабаталар, биҙрәләр һ.б. Ә герой­ҙар спектаклдән – спектаклгә, театрҙан театрға күсеп йөрөүсе үлемһеҙ штамп – тәмле-татлы егет менән ҡыҙ, һаҡаллы бабай менән яулыҡ ябынған әбей, насар холоҡло етәксе... Шул арала донъяла ниндәй генә хәлдәр булманы: Икенсе донъя һуғышы, репрессиялар, йыһанға осоу, үҙгәртеп ҡороу, тәбиғи һәм техноген һәләкәттәр, ә хәҙерге көндә компьютер, терроризм – былар бөтәһе лә кешенең күңеленә үтә ныҡ тәьҫир итеп, донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашлы яңы кешене тыуҙырҙы. Ә һуҡыр, битараф, һаңғырау һәм телһеҙ «театр» бер ҙә үҙгәрмәне, эҙләнмәне, уйланманы, тормош менән бергә атламаны, уның өсөн тетрәндергес бәлә-ҡазалар, яңы асыштар, катастрофалар булманы, тик әллә ҡасан фани донъянан киткән тамашасы өсөн эшләүен дауам итте һәм итә. Театрҙың финанс яғы, техникаһы, технологияһы үҙгәрҙе, коллектив та алмашынып яңырып торҙо, тик донъяға ҡарашы, йөкмәткеһе борон­ғо ҡаҙылдыҡ булып ҡалды. Ошо тапаныуҙың ( ә сәнғәттә был артҡа сигенеү) сәбәбе мине бик борсой....

Илсур Тайсин гастролгә сыҡты
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:45


Популяр пародист, юморист, ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илсур Тайсин республикабыҙҙың көньяҡ райондары буйлап гастролгә юлланды. Бөгөн үҙенең тамашаһы менән ул Әбйәлил районының Асҡар ауылында сығыш яһай. 9 февралдә – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында, 10-ында – Йылайыр районының Йылайыр ауылында, ә 11 февралдә Ейәнсура районының Иҫән­ғол ауылында концерттары үтәсәк. Йырсы Фәриҙә Ишемйәрова, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған артисы, юморист Хәким Мортазин һәм ҡурайсы Фәиз Шәрипов ҡатнашлығындағы йырлы-моңло, көлкөлө тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килер....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM