НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр»
Новости / Мәҙәниәт // 21-05-2011, 11:08


Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 72-се ижад миҙгелен ябыу концертының сценарийын төҙөүсе менән режиссер был исемде бик ҡулай һайлаған. Зал шығырым тулы тамашасының йөрәге, ысынлап та, концертта сығыш яһаған һәр йырсының, бейеүсенең, музыканттың йөрәге менән бергә типте – сәхнә менән зал араһында шундай йылы энергетиканан, әйтерһең дә, тирә-яҡҡа нур бөркөлдө. Артистар көслө алҡышлауҙар аҫтында сәхнәгә ҡат-ҡат сығып, тамашасыһына баш эйҙе. Тамашанан алған тәьҫораттан концерт бөткәс тә оҙаҡ ҡына сығып булманы: йырсыларыбыҙҙың моңо, бейеү ритмдары күңел төпкөлөнә ныҡлы инеп урынлашты....

Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»
Новости / Мәҙәниәт // 21-05-2011, 10:50


Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»Әлим Ҡәйүмовтың матур, көслө тауышы сәнғәт һөйөүселәр өсөн шул тиклем ҡәҙерле. Моңо, таланты, аһәңле йырҙары аша ул тамашасыһын татлы хистәргә сорнап, күңел төбөндәге иң нескә ҡылдарға ҡағыла.
Әлим Башҡортостаныбыҙға мәшһүр йырсылар бүләк иткән Учалы районының Бөйҙө ауылында тыуып үҫкән. Төбәктең әсир иткес гүзәл тәбиғәте егеттең йырсы булып китеүенә йоғонто яһағандырмы, юҡмы, әммә Ҡәйүмовтар – йыр-моңға ғашиҡ нәҫел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, лирик тенорлы йырсы менән ойошторолған әңгәмәбеҙ – шул хаҡта....

Ҡулдарынан гөл тама
Новости / Мәҙәниәт // 17-05-2011, 10:26


Борай районының Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – уңған хужабикә лә, яҡшы әсәй ҙә, шәп белгес тә
Ҡулдарынан гөл тамаУңған хужабикә, иң яҡшы әсәй, һөйөклө ҡатын, иң шәп белгес... Ошолай тип тасуирлап яҙған мәҡәләләр геройҙары менән, бер ҡараһаң, йыш осрашабыҙ кеүек. Ҡайһы берҙә хатта: «Шулай уҡ шәпме икән ни был ҡатын?» – тип уйлап ҡуяһың. Сөнки һәр береһенә өлгөрөр өсөн, ай-һай, ваҡыт күп кәрәк! Үҙемә ҡарата ла кемдер бер мәл шундай һөйләмде ҡулланырға уйлағайны: баш тарттым. Ундай уҡ түгеллегемде беләм. Миңә ҡалһа, һәр саҡ ҡайҙалыр, нимәгәлер өлгөрмәй ҡалам төҫлө, бигерәк тә балаларым менән күберәк аралашырға теләр инем....

Туҡай урамы
Новости / Мәҙәниәт // 17-05-2011, 10:24


Туҡай  урамыТуҡай урамы тигән бөйөк һүҙҙе әйткәндә баш ҡаламдың – Өфөмдөң иң баш урамдарының береһен күҙ алдына баҫтырыу менән бергә донъя шиғриәтендә Туҡай урамын күҙ уңында тотам.
Туҡай урамы Өфөлә хәҙер мәшһүр Зәки Вәлиди урамы менән йәнәшә йәшәй. Һәм ул бик тәбиғи һымаҡ. Сөнки Зәки Вәлиди Ҡаҙанда «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә дүрт йыл уҡыған ваҡытта йәш Ғабдулла Туҡай менән йыш-йыш күрешеп-аралашып торғандар, бәхәстәргә лә ваҡыттары булған. Бер-береһенә мөнәсәбәттәрен ҡағыҙға ла төшөргәндәр. Был тема әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән дә. Ә урамдар тағы йәнәшә....

«Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра
Новости / Мәҙәниәт // 17-05-2011, 09:45


«Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра19 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң тәүге концерты була. Был төркөм үҙенсәлекле сығыштары менән айырылып тора. Ул башҡорт эстрадаһына этно-рок тигән яңы йүнәлеш менән килеп инде.
«Арғымаҡ»тың музыканттары – халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары, «Урал моңо» төрки йәштәренең музыкаль ижад халыҡ-ара конкурс-фестивале дипломанттары....

«Янғантау»ҙа таланттар күп
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 11:19


Салауат районы − таланттарға бай төбәк. «Янғантау» санаторийының бейеүселәрҙе һәм йырсыларҙы туплаған ижади коллективы ла районда ғына түгел, республикала ла, сит өлкәләрҙә лә танылыу яулаған билдәле төркөм. «Байыҡ» телевизион конкурсында ла шифахана бейеүселәре, үҙҙәренең үҙенсәлекле сығыштары менән тамашасыларҙы хайран итеп, призлы урындар яуланы...

Тағы ла береһе тамамланды
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 11:17


Республикабыҙҙың абруйлы, иң олпат профессиональ концерт ойошмаларының береһе – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сираттағы 72-се ижад миҙгелен тамамлай. Был уңышлы ла, үҙенсәлекле лә миҙгел үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырылып тора.
Режиссерҙар, музыкаль етәкселәр, балетмейстерҙар, һәр программа өҫтөндә төплө уйлап, бөтә оҫталыҡтарын һалып эшләне. Шуға күрә лә филармонияла үткән барлыҡ концерттар ҙа сағыу балҡыш тапты....

Илһамлы миҙгелде ҡаршылап
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 11:16


Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары күңелле яҙ мәшәҡәттәре солғанышында йәшәй: белем алырға ла өлгөрәләр, ʺСтудент яҙыʺ фестивалендә лә ҡатнашалар, фәнни-ғәмәли конференцияға ла әҙерләнәләр.
Бындай ҡыҙыу эш мәлендә факультетыбыҙҙың ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары ла ваҡыттарын бушҡа уҙғармай. Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә һәр бер ултырышта алға ҡуйған маҡсаттарҙы барлайҙар, бурыстарҙы уртаҡлашалар. Яңыраҡ ҡына улар бер-бер артлы матур-матур осрашыу­ҙарҙа ҡатнашыу бәхетенә иреште....

Тыуған ил ғәзизерәк
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 11:15


Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошонда ваҡиға: бындағы башҡорт дәүләт драма театры халыҡ яҙыу­сыһы Нәжиб Асанбаевтың “Сейәле тау” драмаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәтте. Премьера көндө театрҙың тамаша залына халыҡ килеп тулды. Тамашасылар араһында булған һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалам.
– Спектакль нимә тураһында икән?
– Мөхәббәт тураһындалыр инде.
– Кит, туҡһан йәшлек драматург мөхәббәт тураһында яҙмаҫ.
Был репликаға сал сәсле бер ағай ҡаршы төштө:...

Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 10:42


Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...Тормошобоҙ биҙәге – балалар, беләһегеҙме, ниндәй байрамды көтөп ала? Әлбиттә, «Тамыр» телеканалы һәр яҙ һайын үткәргән сағыу сараны. Әлеге байрам күптән инде барса бәләкәстәрҙе бергә туплаған, көлтә-көлтә шатлыҡ бүләк итеп, нурлы ҡояш йылыһына мансыған йыйынға әйләнде тиергә кәрәк. Быйылғыһы айырыуса... Сөнки ул «Тамыр»ҙың айырым телеканал булараҡ эшләй башлауына арналғайны. Исеме лә ниндәй бит әле... «Йәйғорло «Тамыр»! Тимәк, йыр-бейеүҙәр, мажаралар, ҡыҫҡаһы, балалар донъяһы йәйғор төҫтәрендә балҡыясаҡ! Бәләкәстәрҙе матур киләсәккә әйҙәгән, саф хыялдарға күмгән мөғжизәле донъяға әүереләсәк......


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM