НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Дуҫ та йәшәйбеҙ, байрамыбыҙ ҙа уртаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 10:07


Дуҫ та йәшәйбеҙ, байрамыбыҙ ҙа уртаҡӨфө районында республикабыҙҙа милләттәр араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға арналған «Берҙәм ғаиләлә» тип аталған халыҡ ижады фестиваль-конкурсы дауам итә. Күптән түгел ул Зубов ауыл мәҙәниәт йортонда Нижегородка ауыл клубы бүлексәһе менән берлектә үтте.
Байрамға әҙерлек бик дәррәү барҙы. Ауылдағы эшләгән һәр ойошма ҡулынан килгән тиклем ярҙам итте. Уҡытыусылар коллективы, Өфө районының 2-се музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, хаҡлы ялдағы инәйҙәр, уҡыусылар һәм студенттар дәрестән, эштән һуң клубҡа репетицияға ашыҡты....

Милләт-ара мөнәсәбәт мәҙәниәтен бишектән тәрбиәләйек
Новости / Мәҙәниәт // 10-05-2011, 09:52


Милләт-ара дуҫлыҡ, тыныс һыйышып йәшәү проблемалары үҙенең актуаллеген бер ваҡытта ла юғалт­май­ҙыр, моғайын. Тик был проблемаларҙың барлығын онотоп киткән саҡта, улар тарих боролоштарында ҡапыл ғына ҡалҡып сыға. Ҡалҡып сыға ла үҙенең хәл ителеүен талап итә. Тарих был мәсьәләнең ҡанһыҙ рәүештә лә, тыныс юлдар менән дә хәл ителеүенә шаһит....

Беҙ йырлаған йырҙар
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 17:06


Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында «Егерменсе быуаттың беҙ яратҡан йырҙары» исемле йөкмәткеле концерт үтте. Сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Радость», «Звездный час» бейеү төркөмдәре, республикала танылған йырсылар Диана Ишниязова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Рафаэль Рәхмәтуллин, «Ант» төркөмө һ.б. сығыш яһаны....

Быйыл йәштәр премияһын кемдәр алыр?
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 14:00


Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссия ултырышы үтте. Уның һөҙөмтәһендә конкурс­та артабан ҡатнашыу һәм йәмәғәтселеккә тикшереү өсөн түбәндәге дәғүәселәр тәҡдим ителде:
Искәндәр ҒАФАРОВ (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тәҡдим итте) – башҡорт композиторҙарының ижадын сит илдәрҙә пропагандалағаны һәм фортепиано өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн....

Үҙ йөҙө, теле, моңо бар Сибай театрының
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 10:15


Ауылға Сибай театры килә, тигән хәбәр таралһа, халыҡ түҙемһеҙләнеп уларҙы көтә башлай. Ә спектакль булаһы көндә кис етеү менән клубҡа халыҡ ағыла ла ағыла – берәмләп тә, күмәкләп тә сибайҙарҙың сығышын ҡарарға ашҡыналар. Эш бында спектаклдәрҙе һағыныуҙа ла түгел, ә Сибай театрының халыҡ араһында яулаған абруйында. Сибай драма театры тураһында һүҙ сыҡһа, һәр саҡ күҙ алдына ысын оҫталар килеп баҫа. Кеше күңеленә үтеп инеп, геройҙары аша илата, көлдөрә, уйландыра белә улар....

Ейәнсура районында үҫәргән ырыуы йыйыны үтте
Новости / Мәҙәниәт // 30-04-2011, 10:09


Тик район хакимиәттәре башлыҡтары һаман халыҡ менән аралашырға ашыҡмай
Ейәнсура районында үҫәргән ырыуы йыйыны үтте12-се һәм 16-сы быуаттарҙа үҙ еренең һәм халҡының именлеген аҡыл-аңы ярҙамында һаҡлап ҡалған Мөйтән бей менән Бикбау бейҙең исемдәре Үҫәргән ырыуы вариҫтарының күңелендә изге аманат булып һаҡлана. Үткән йомала Ейәнсура районы үҙәгендә уҙғарылған үҫәргәндәрҙең V съезында ла уларҙың исем-шәрифтәре хөрмәт менән телгә алынды....

Силәбеләр бәйләнеште нығытыу яҡлы
Новости / Мәҙәниәт // 26-04-2011, 12:47


Силәбеләр бәйләнеште нығытыу яҡлыБР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмә­туллина үткән аҙ­нала Силәбе өлкә­һенең «Баш­ҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы делегацияһы менән осрашты.
Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғай­сина етәкләгән делегация составында Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһы вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин, билбау көрәше буйынса Европа чемпионы Марсель Йосопов та бар ине. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Силәбе башҡорттары араһындағы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләшелде....

Башҡорт ҡыҙы итальяндарҙы хайран ҡалдырҙы
Новости / Мәҙәниәт // 26-04-2011, 12:35


Башҡорт  ҡыҙы итальяндарҙы хайран ҡалдырҙыЗ. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенең IV курс студенткаһы Диләрә Иҙрисова Италияның Лониго ҡалаһында яңыраҡ уҙғарылған «ХХI быуат сәнғәте» халыҡ-ара конкурсында гран-при яуланы.
Мәртәбәле конкурста һигеҙ илдән профессиональ йәш йырсылар ҡатнашҡан. Ике турҙа уҙғарылған бәйгелә Башҡортостан ҡыҙы операларҙан ариялар, башҡорт халыҡ йыры «Таштуғай»ҙы, З. Исмәғилевтың «Мин яратам», «Былбылым» йырҙарын йырлап күрһәтә. Жюри ағзалары Диләрә Иҙрисованың башҡарыу оҫталығын юғары баһалай һәм бер һүҙҙән гран-приҙы уға тапшырырға ҡарар итә....

Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…
Новости / Мәҙәниәт // 23-04-2011, 13:23


Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән Эске эштәр ветерандары көнө БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан ҙурлап билдәләнде: Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында «Батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ һәм Намыҫ» тип аталған милиция балы ойошторолдо. Сараға Эске эштәр министрлығы ветерандары менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселәре, республиканың көс структуралары етәкселәре, Төньяҡ Рейн ере – Вестфалияның Эске эштәр министрлығы белгестәре делегацияһы ағзалары саҡырылғайны. Балға килеүселәрҙе тәбрикләп, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин: «Бөгөн беҙ матур традицияға нигеҙ һалабыҙ. Был сара быуындар күсәгилешлелеген һаҡлау, офицер традицияларын дауам итеү маҡсатын күҙ уңында тота», – тип сараның маҡсатын билдәләп, унда йыйылыусыларға яҡшы байрам кәйефе теләне һәм иң әүҙем ветерандар ойошмаларына, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Өфө юридик институты курсанттарына, Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар тапшырҙы....

«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡ
Новости / Мәҙәниәт // 23-04-2011, 12:51


Учалы төбәгендә Белорет, Бөрйән, Межгорье рәссамдарын берләштергән ижади төркөм булдырылды
«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡҺәр бер йорттоң үҙ рәссамы бар – балаларҙы күҙ уңында тотам. Бала-саға үҫкән һәр өйҙә стеналар, хатта ҡайһы ваҡыт журнал-китаптар ҙа, йәш рәссамдың иғтибарынан ситтә ҡалмай – ҡайҙа булһа ла сыйғыслап, һыҙғылап, ул үҙенең эҙен ҡалдыра. Өлкәнәйә төшкән ҡыҙҙар дәфтәр­ҙәргә сәскә-күбәләк, принцессалар төшөрә, ә малайҙарҙың һәр дәфтәре артында тиерлек – самолет-танкылар ҙа автомат-машиналар... Һүрәт төшөрөргә яратмаған бер кескәй ҙә юҡтыр ул. Хатта бер йәшлек кенә сабыйҙың да ҡулына бумала тоттор, бер нисә минуттан ул ихласлап ҡағыҙҙы ла, үҙен дә, тирә-яҡты ла буярға керешә. Шунан ҡыуаныс-рәхәтлек ала....


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM