НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...
Новости / Мәҙәниәт // 17-11-2016, 15:23


Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...“Саптар” хореография студияһының юбилей концерты ни өсөн нәҡ шулай исемләнеүен был тантананы ҡараған һәр кем аңлағандыр. Ысынлап та, һәр бейеүҙә хистәр ташҡыны урғылды, өмөт һәм ышаныс бүләк ителде.
Эйе, үҙ эшен бер йыл элек кенә башлаған хореограф Радик Шамил улы Бакиров бик күпкә өлгәште. Ҡалала һәм районда һәләтле балаларҙың күп булыуын күреп, үҙенең оҫталығын башҡаларға өләшеү хыялы менән “Саптар” студияһына башланғыс һала. Бер нисә төркөм йыйыл­ғас, балалар менән ныҡлы эш башлай. Әйтергә кәрәк, Радик Шамил улы хореограф булараҡ үтә талапсан кеше. Хәйер, шунһыҙ уңыштарға ла өлгәшеп булмайҙыр ул. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Радик ағайҙарының талапсан, шул уҡ ваҡытта улар менән үҙҙәренең телендә һөйләшеүенә, юморға бай булыуына күптән ғашиҡ.
...

Марсель йырлай башҡорт йырҙарын
Новости / Мәҙәниәт // 14-11-2016, 12:01


Марсель йырлай башҡорт йырҙарынХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, “Каруан” төркөмө солисы Марсель Ҡотоевты бөгөн белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. “Бибинур” йыры менән халыҡ күңеленә үтеп ингән егет бөгөн башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙ булып балҡый. Йырсының репертуарында башҡорт, татар, рус йырҙары ғына түгел, итальян композитор­ҙарының йырҙары ла айырым урын алып тора (2014 йылдың апрелендә уның “Marcello Cutugno & Марсель Ҡотоев” тип исемләнгән концертының ҙур уңыш менән үткәнен хәтерләйһегеҙҙер)....

Бер ғаиләлә – дүрт актер
Новости / Мәҙәниәт // 23-09-2016, 11:37


Бер ғаиләлә – дүрт актерНиңә Эмиль Әмиров атаһы үлгәндә илаған?
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә барған “Һаран”, “Итекле бесәй”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, “Яңғыҙҙар ташы” һәм башҡа спектаклдәрҙә төрлө пландағы ролдәрҙе һынландырып, Эмиль Әмиров талантлы актер икәнен иҫбатланы. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки ул театр мөхитендә тәрбиәләнгән бала, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара һәм халыҡ артисы Алмас Әмировтарҙың улы. Был шәхестәрҙең тормошо һәм ижады хаҡында Эмиль менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

Парижда тыуған “йондоҙло” ғаилә
Новости / Мәҙәниәт // 20-09-2016, 13:35


Парижда тыуған “йондоҙло” ғаилә
Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсинә МӘҮЛЕКӘСОВА менән Илдар МАНЯПОВ бөгөн – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң сағыу “йондоҙҙары”, төп партияларҙы башҡарыусы әйҙәүсе бейеүселәр. Ике тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә улар төрлө образдарҙа Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур ҡалаларында сығыш яһаны. Ромео менән Джульетта, Принц менән Золушка, Зәйтүнгөл менән Йомағол, Зигфрид менән Одетта-Одиллия кеүек ғашиҡ йәндәрҙе сағылдырған был ике бейеүсе – тормошта ла матур пар. Ҡыҙҙары Ренатаға биш йәш.
Ә был мөхәббәт тарихы ҡасан башланған һуң? Ике “йондоҙ”ға бер ғаиләлә йәшәү, бер труппала бейеү ауыр түгелме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Гөлсинә менән Илдарҙы әңгәмәгә саҡырҙыҡ. Һүҙ шулай уҡ балет артистарының үҙенсәлекле тормошо тураһында ла барҙы....

“Ижадым менән матурлыҡ өләшкем килә”
Новости / Мәҙәниәт // 11-09-2016, 13:30


“Ижадым менән  матурлыҡ өләшкем килә”Уны башҡорт Анна Германы тиҙәр. Саф шишмәләй моңло тауышы, күңел түрҙәрен айҡап сығырҙай йырҙары тамашасыны әсир итһә, матур шиғырҙары әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандыра. Йөҙәрләгән йырын башҡорт-татар эстрадаһы “йондоҙҙары” ла үҙ репертуарына алған. “Һандуғастар”, “Йән ҡартаймай”, “Еләк тәме” йырҙары бик күп хит-парадтың еңеүсеһе булып, популяр хиттарға әйләнде.
Таланты менән генә түгел, тыйнаҡлығы, әҙәплелеге менән дә Флера ШӘРИПОВА күптәрҙең ихтирамына лайыҡ. Бөгөн уның менән ижад һәм йырҙар хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ....

“Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
Новости / Мәҙәниәт // 1-09-2016, 15:18


“Тырышһаң,  һәр эште атҡарырға була”   йәки Осраҡлы һайланған һөнәрАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры өсөн актер, йәш режиссер Вадим Наил улы ҒИЛМАНОВ ҡиммәтле хазинаға тиң. Йылдар дауамында үҙенең данын һаҡлап килгән театрға йәш быуын актерҙары яңы заман һулышын алып килә. Бөгөнгө геройыбыҙ, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ спектаклдәрҙе сәхнәләштереп, режиссер булараҡ та талантын дәлилләне. Һөйләшеү уның ижад юлы, студент йылдары һәм режиссерлыҡ тураһында барҙы.
...

Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер
Новости / Мәҙәниәт // 2-08-2016, 20:59


Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер
Сибай институты рәссам-дизайнеры Ишморат Дәүләтбаев халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштерә
БДУ-ның Сибай институты йыл һайын уҡыу йылына йомғаҡты һабантуй ойоштороп яһай. Был матур сарала ҡунаҡтарға йыл әйләнәһендә башҡарылған эштәр күрһәтелә, уңыштар барлана. Быйылғы һабантуйҙа арҙаҡлы шәхестәребеҙ Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишеваның бюстары, Исмәғил Тасимов һәм башҡаларға арналған барельефтар рәтенә тағы ла бер мәшһүр һын – граждандар һуғышы ҡаһарманы, күренекле дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналғаны өҫтәлде. Яңы барельефты уҡыу йортоноң алмаштырғыһыҙ рәссам-дизайнеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморат Ишмырҙа улы Дәүләтбаев эшләгән....

«Етәксе халыҡҡа яҡын булырға тейеш»
Новости / Мәҙәниәт // 26-07-2016, 19:23


«Етәксе халыҡҡа яҡын  булырға тейеш»РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновтың Өфөләге граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә мөрәжәғәт итеүселәр ғәҙәттәгенән дә күп була. Халыҡ һайланыусыһы, ваҡыты сикләнгән булһа ла, уларҙың үтенестәрен тыңлауҙан баш тартмай, мөмкинлегенән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, сөнки белә, сараһыҙҙан уға күҙ төбәп килгәндәр. Килеүселәрҙең яртыһы – хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Хәрби офицер, Афғанстандағы, Абхазиялағы хәрби конфликттар­ҙа ҡатнашыусы булараҡ, ҡораллы бәрелештәр ветерандары, хәрбиҙәрҙең проблемаларын да унан да яҡшыраҡ аңлаған кеше юҡ.
Иршат Юнир улы Фәхретдинов менән түбәндәге әңгәмәлә уның депутатлыҡ эшмәкәрлегенә, уға ярҙам һорап килеүселәрҙең ниндәй үтенестәре булыуына байҡау яһаныҡ....

Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
Новости / Мәҙәниәт // 23-07-2016, 19:00


Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер, актер, сценарист Салауат Мостафа улы ИТБАЕВТЫ белмәгән кеше һирәктер. Ул үҙен телевидениела эшләгәндә лә, филармонияның художество етәксеһе булараҡ та үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ киң танытты. Йөҙҙәрсә тамашаның режиссеры, бөйөк шәхестәр тураһындағы тапшырыуҙар авторы хаҡында уның улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Салауат улы ИТБАЕВ бөгөнгө көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры....

“Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”
Новости / Мәҙәниәт // 16-07-2016, 20:53


“Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”Айгөл Әсәҙуллина – “Башҡорт йыры” телевизион проектында үҙен ярайһы уҡ танытырға өлгөргән, күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән йәш йырсы. Йырсының үҙен күреп, яҡындан танышып әңгәмә ҡороу күптәнге хыялым ине....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM