НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”
Новости / Мәҙәниәт // 7-08-2018, 06:00


Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”
Тамашасылар уны күберәк комик ролдәре аша белә: “Студенттар”ҙа Рәмзиә, “Ҡыҙ урлау”ҙа Йәмлегөл, “Алты ҡыҙға бер кейәү”ҙә Фаягөл, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ҙә Сажиҙә һәм башҡалар. 20 йылға яҡын эшләү дәүерендә артист булараҡ ул ҡыҙыҡлы образдарҙы сәхнәгә сығарҙы, йырсы булараҡ танылыу яуланы, ғаилә бәхетенә иреште. Бөгөн Гүзәл Әйүпова үҙ тормошона фоторәсемдәр аша байҡау яһай....

Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Новости / Мәҙәниәт // 4-08-2018, 06:00


Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Ғүмерҙе моңло йырға тиңләһәләр, ә уның концерттарында булыу – үҙе бер ғүмер. Йәйҙең иң йәмле кисендә, 28 июлдә, Ришат Төхвәтуллиндың бына инде туғыҙынсы мәртәбә матур изге йолаға әйләнгән хәйриә концерты барыһын да хайран ҡалдырып, талантына һоҡландырып, юғары кимәлдә үтте. Ҡарамалы-Ғөбәйгә кескенәһенән башлап олоһона тиклем яҡынса ун меңдән ашыу халыҡ йыйылды....

Ҡулда – диплом, алға – юлым...
Новости / Мәҙәниәт // 25-07-2018, 10:13


Ҡулда – диплом, алға – юлым...
Бер төркөм эстрада йырсыһы һөнәрле булды

Әле юғары уҡыу йорттарында ҡыҙыу мәл – студенттарҙы ҡабул итеү башланды. Абитуриенттар ҙур тулҡынланыу менән шатлыҡлы хәбәр көтә, яҡты киләсәк тураһында хыяллана. Йоҡолары – йоҡо, аштары аш түгел әлегә.
Ә кемдәрҙең күңеле тыныс, беләһегеҙме? Әлбиттә, диплом алған кисәге студенттарҙың. Сессияларҙан, имтихандарҙан азат булыу, үҙ аллы тормош һәм тәүге эш хаҡы – былар барыһы ла йәш белгестәр өсөн мөһим. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙары араһында ла диплом алып, оло тормош юлына сығыусылар күп. Уларҙың бер нисәүһенең шатлығы менән уртаҡлаштыҡ....

Йырҙан яралған һөйөү
Новости / Мәҙәниәт // 19-07-2018, 07:00


Йырҙан яралған һөйөү
Кешегә ғашиҡ булыр өсөн бер ҡараш етә, тиҙәр. Ә бына ошо хис оло мөхәббәткә әүерел­һен өсөн тормош һынауҙары аша үтергә, бер бот тоҙ ашарға, әллә күпме юл үтергә тура килә. Сибай театр-концерт берләшмәһенең матур ғаилә пары – Гөлнара һәм Баязит БАЙНАЗАРОВТАРҘЫҢ бергә булыуына 20 йыл ваҡыт үткән. Тәү ҡараштан булған ғашиҡлыҡ күптән инде ысын мөхәббәт булып, уларҙы тормош юлдарынан бергә алып бара....

Бейеүсе булырға теләгән актер
Новости / Мәҙәниәт // 10-07-2018, 07:00


Бейеүсе булырға  теләгән актер
Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһен үҙ итеүселәргә Айгөл ЗӨБӘЙҘУЛЛИНАның исеме яҡшы таныш. Ҡара һылыу актриса ике тиҫтәнән ашыу роле менән бик күп тамашасыны үҙенә әсир иткән. Бөгөн талантлы ханым менән тормош юлы һәм ижад хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ....

"Йырһыҙ йәшәй алмайым"
Новости / Мәҙәниәт // 3-07-2018, 07:00


"Йырһыҙ йәшәй алмайым"
йәки Алмас Хөсәйенов ниңә эстрадаға битараф?

Ике йылда ул үҙенең киң диапозонлы, үҙенсәлекле тембрлы, моңло яңғырашлы тауышы менән меңәрләгән тамашасыны үҙенә әсир итте. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы тәбиғәттән бирелһә, классик вокалға махсус белем менән килгән. Бөгөн беҙ “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын йәш йырсы Алмас Хөсәйенов менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

– Алмас, һин тиҙ арала классик йыр сәнғәтендә үҙеңде таныта алдың. Бының сере нимәлә тип уйлайһың?
– Аныҡ ҡына әйтә алмайым, был турала уйланғаным юҡ. Йырлау оҡшай һәм мин яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Бер урында тапанырға ярамай. Эҙләнергә, үҙеңде үҫтерергә кәрәк....

Күк йөҙөндә болот булһа ла, йырҙар ҡояшлы беҙҙә!
Новости / Мәҙәниәт // 1-07-2018, 07:00


Күк йөҙөндә болот булһа ла,  йырҙар ҡояшлы беҙҙә!
Быйыл йәй башы һис кенә лә йәйгә оҡшаманы. Һыуыҡ ел, өҙлөк­һөҙ ямғыр яуыуы, күк йөҙөн баҫып алған һоро болоттар кешеләрҙең кәйефенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һүҙ иң тәүҙә көн торошона барып тоташа ла, зарланыр­ға тотонабыҙ. Ысынлап та, һыуыҡ ҡыштан, бысраҡ яҙҙан һуң күңел йылы, ҡояшлы йәйҙе теләй шул.
Ә бына башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары һис кенә лә бошонор­ға уйламай кеүек. Уларға йылы ни, ямғыр ни, ел ни – барыбер. Кемеһе менән генә аралашма, күтәренке кәйефтә.
...

“Эштән ҡурҡа торған холҡом юҡ”
Новости / Мәҙәниәт // 25-06-2018, 07:00


“Эштән ҡурҡа торған холҡом юҡ”
йәки 20 йәштә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан йырсы

Йырсы, уҡытыусы, һәүәҫкәр композитор, спортсы, баҡсасы... Был һөнәрҙәрҙең барыһы ла бер кешелә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берләшмәһе солисы Рөстәм ХӘСӘНОВТА. Бөгөн бәрәкәтле Баймаҡ еренең талантлы егете менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

Музейҙа күргәҙмә-һатыу эшләй
Новости / Мәҙәниәт // 20-06-2018, 16:01


Музейҙа күргәҙмә-һатыу эшләй
БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре әленән-әле ҡыҙыҡлы, мауыҡтыр­ғыс саралар ойоштороп тора. Мөдир Светлана Низаметдинова, ғилми хеҙмәткәр­ҙәр – филология фәндәре кандидаттары Ғәҙилә Бүләкова һәм Олеся Әхмәтрәхимованың тырышлығы менән бында ғилми конференциялар, әҙәби осрашыуҙар ғына түгел, ҡыҙыҡлы кисәләр, хатта төрлө ҡул эштәренә өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре лә йыш уҙғарыла....

“Бейер өсөн дәртле йөрәк кәрәк”
Новости / Мәҙәниәт // 21-05-2018, 07:00


“Бейер өсөн дәртле  йөрәк кәрәк”
йәки Теүәллек яратҡан артист

Даны бөтә республикаға таралған “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында һүҙ алып барғанда, береһенән-береһе талантлы бейеүселәр иҫкә төшә. Урал аръяғының мәҙәни Мәккәһе булған Сибай филармонияһының был ансамбле бик күп артисҡа ҡанат нығытып, оҫталығын арттырып, артабан оло сәхнәләрҙе яулар мәртәбәле мәктәп булды. Ә кемдәрҙер уға тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар дауамында “Сибай”ҙа хеҙмәт юлын дауам итә. Ундайҙар араһында Баймаҡ районының Темәс ауылы таланты Самат МИРАҪБАЕВ та бар.

...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM