НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Артабан да балҡы, Хәсән!
Мәҙәниәт / Объявления // 12-12-2014, 14:00


Артабан да балҡы, Хәсән!БР Президен­тының 2014 йылдың 3 декабрендәге Указына ярашлы, “Йәш­лек” гәзитенең тоғро дуҫы, бына нисәмә йыл үҙ тыңлаусыларын күңелле лә, дәртле лә, бер үк мәлдә уйландыр­ғыс та йырҙары менән һөйөндөрөүсе популяр йырсы, “Хәсән” ижади студияһы етәксеһе Хәсән Усманов “Башҡор­тос­тандың ат­ҡаҙан­ған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хәсән Хажиәхмәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Т. АМАНОВ.
...

“Башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә”
Новости / Мәҙәниәт // 12-12-2014, 10:15


“Башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә”12, 13 декабрҙә Конгресс-хол­да, 19 декабрҙә ӨМЭПБ мәҙәниәт һарайында республикабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ха­лыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 75 йыллыҡ юбилей концерттары менән сығыш яһаясаҡ. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан ансамблдең етәксеһе, Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡ­баев менән әңгәмәләштек.
– 2014 йылды ниндәй ваҡиғалар һәм тәьҫораттар менән оҙата­һығыҙ?
– Ансамблдең юбилей йылын быйыл 24 февралдә концерт менән Мәскәү ҡа­лаһында асып ебәрҙек. Мәҙәниәт йылы ошондай мәртәбәле дата ме­нән бергә тура килеп, ваҡиғаларға бай ижад миҙгеле үткәрҙек. Уны Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим иткән концерттар менән тамамлап ҡуясаҡбыҙ. Ә инде ошо юбилей концерттары үткәс, коллектив, Яңы йыл байрамдарына арнап, балалар өсөн 10 тамаша ҡуясаҡ....

Хәйбулланың сәхнә биҙәге
Новости / Мәҙәниәт // 12-12-2014, 10:04


Хәйбулланың сәхнә биҙәгеХәйбулла – Башҡортостанға бик күп сағыу таланттар биргән төйәк. Ошо ерҙә тыуып үҫкән Ҡәҙим Аралбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Ишморат Илбәков кеүек билдәле шәхестәр милләтебеҙҙең бәҫен күтәрә, илебеҙ данын арттыра. Сал далаларҙың Урал тауҙары менән киҫешкән хазиналы башҡорт ерендә бик күп талант йәшәй, ижад итә.
Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Хәләфетдинова – күп таланттың тупланмаһы. Баян, думбыра, ҡумыҙ, гармунда өҙҙөрөп уйнауҙан тыш, халыҡ ижады өлгөләре – бәйеттәр, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, оҙон көйҙәрҙе лә башҡара. Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән күп яҡлы талант эйәһенең төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеү яулағанын күргән район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шоро­хова ике йыл элек уны үҙҙәренә эшкә килергә өгөтләй. Яңы йырҙар өйрәнеп, төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға хыялланған, талантын артабан үҫтерергә ниәтләгән Гөлфиә тәҡдимде шатланып ҡабул итә һәм, бөтә тырышлығын, күңелен һалып, яңы коллективта эш башлай. Мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәренән арынып, бар булмышын сәнғәткә арнау үҙ емештәрен бирә. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булған яңы таныштар, гастролдәр, эшләр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышҡан етәкселәр һәм хеҙмәттәштәре Гөлфиәгә ижад менән шөғөлләнергә этәргес булып тора....

Үлемһеҙ эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраны
Новости / Мәҙәниәт // 12-12-2014, 05:23


Үлемһеҙ  эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраныОшо көндәрҙә БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының фәнни-ресурс үҙәге базаһында “Урал батыр” республика йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Конкурс барышында ете секция эше ойошторолдо, уларҙа 200-ҙән ашыу уҡыу­сы һәм студент бөйөк эпосты баш­ҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, ҡаҙаҡ, әзербайжан, инглиз, немец, француз, төрөк, ғәрәп һ.б. телдәр­ҙә яттан һөйләне. Жюри ҡарама­ғына “Урал батыр” эпосына ил­люстрация­лар һәм конкурстың логотибы булырлыҡ эштәр ҙә тапшырылғайны.
Секция етәкселәре – билдәле ғалим-фольклорсылар, эпостың тәржемәселәре, уҡытыусылар йәш сәсәндәрҙең конкурсҡа әҙерләнеү кимәле юғары булыуын билдәләне. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүе һөйөндөрҙө....

Зауыҡ байрамы– “Селтәр”
Новости / Мәҙәниәт // 5-12-2014, 14:01


Зауыҡ байрамы– “Селтәр”Кейеменә ҡарап ҡаршы ал, тигән мәҡәл әлеге мәлдә бик актуаль. Сөнки бөгөн зауыҡ һәм матурлыҡ хөкөм һөрә. Сәхнә кейемдәренең үҙенсәлеге, килешкәнлеге мөһим роль уйнай. Ниндәй генә талант булмаһын, әгәр ҙә кейемең сәхнә талаптарына яуап бирмәй икән, тамашасы хәтерендә кире яҡтан ҡалыуың бар.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Селтәр” сәхнә кейеме фестивале уҙҙы. Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштор­ған сарала төрлө ижади коллективтар, ансамблдәр, матурлыҡ студиялары ҡатнашты. Милли элементтар менән биҙәлгән костюмдар йыр-моң, бейеүҙәр аша күрһәтелде. Был фестивалгә айырым бер зауыҡ, матурлыҡ бирҙе. “ҺЫЛЫУКАЙ – BASHKIRIAN BEAUTY” студияһы күрһәткән кейеҙ кейемдәр үҙенсәлеге менән айырылып торҙо....

“Аҡбуҙат”ҡа яҡты киләсәк теләйек!
Новости / Мәҙәниәт // 5-12-2014, 10:40


“Аҡбуҙат”ҡа яҡты киләсәк теләйек!Башҡортостанда милли һәм этник кино фестивале үткәрелеүе кино һөйөүселәр һәм сәнғәттең был төрөндә тир түгеүселәр араһында ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы. Шулай булмай ни, беренсе тапҡыр һәм халыҡ-ара кимәлдә! Республика Президенты тарафынан бүленгән 10 миллион һумлыҡ грант ярҙамында иҫ киткес ҙур байрам ойошторолдо.
Фестивалде асыу тантанаһында ҡыҙыл келәмдән үткән режиссерҙар донъяның төрлө мөйөшөнән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйыл­ған: Куба, Иран, Ираҡ, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Латвия, Германия һ.б. Байрамды тап шулай, ҡыҙыл келәмдән үтеү менән башлап ебәреү Өфө тамашасыһы өсөн яңылыҡ булды.
Асыу тантанаһын билдәле актриса Ольга Кабо (Мәскәү) алып барҙы. Фестивалде кинематографистарҙың билдәле кинохлопушкаһы менән асып ебәрҙеләр. Башҡортостан Прези­дентының ҡотлау һүҙҙәрен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов еткерҙе. Салауат Тәлғәт улы бөтә Рәсәй кинооператорҙары үрнәк алған һәм һоҡлан­ған башҡорт операторы һәм режиссеры Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы....

Е7Е-медиа
Мәҙәниәт / Яңылыҡтар таҫмаһы // 21-11-2014, 13:05


Е7Е-медиаКем яңы клиптар менән ҡыҙыҡһынып бара, уларға был исем яҡшы таныш. Бер төрлө, ялҡытҡыс, хатта клип тип әйтергә лә тел әйләнмәгән яҙмалар янында уларҙың эштәре үҙенсәлеге, сифаты, йөкмәткеһе менән айырылып тора. Төрлө реклама роликтары, хатта “Йән” ҡыҫҡа метражлы фильмы ла бар уларҙың багажында. Ә киләсәккә ниәттәре тағы ла ҙурыраҡ һәм бейегерәк. “Йәшлек”тә ҡунаҡта – “Е7Е-медиа” студияһы егеттәре.
Батыр. Мин бала саҡтан видеоға төшөрөү менән мауыҡтым, кино төшөрөү тураһында хыялландым. Ҡайҙа, нимә күрһәм дә, камерамды сығарып, төшөрә башлай торғайным. Тәүҙә телефон менән генә, аҙаҡ инде дуҫтарым Артур һәм Заһир Ишкининдың ярҙамы менән видеокамера һатып алдым. Яйлап-яйлап монтаж эшләү серҙәрен дә үҙләштерҙем. Булған тәжрибәмде туплап, профессиональ видео төшөрөү менән шөғөлләнә башланым. 2009 йылда Артур менән таныштыҡ, аралаша торғас, дуҫлашып киттек. Ул – дизайнер, ижад кешеһе, фото төшөрөү менән шөғөлләнә....

Өфөлә үткән “Ҡала мөхите” фестивале һәйбәт башланғыстарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә
Новости / Мәҙәниәт // 21-11-2014, 12:39


Өфөлә үткән “Ҡала мөхите” фестивале һәйбәт башланғыстарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә
Өфөлә үткән “Ҡала мөхите” фестивале һәйбәт башланғыстарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә 14 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Ҡала мөхите” Х халыҡ-ара социаль реклама фестивалендә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Быйыл сара үҙенең юбилейын билдәләне – уға ун йыл тулды. Шуныһы үҙенсәлекле – күргәҙмәлә 2015 йылда ШОС-БРИКС саммитында ҡатнашасаҡ илдәрҙән дә эштәр булды. Фестивалде Өфө ҡала хакимиәте, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Сигма” маркетинг коммуникациялары агентлығы ойошторҙо.
Тәү ҡарамаҡҡа ун йыл ваҡыт әҙ һымаҡ тойола. Ләкин ошо дәүерҙә фестиваль республикабыҙҙа һөнәри реклама берлеге булдырҙы. Конкурс эштәрен төрлө дәүләт ведомстволары үҙҙәренең социаль проекттарында йылдан-йыл киң файҙалана. Бында БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Наркотиктар әйләнешенә контроль итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм уның идаралыҡтарын әйтеү ҙә етә....

Донъя офоҡтарын иңлә, «Аҡбуҙат»!
Новости / Мәҙәниәт // 21-11-2014, 12:35


Донъя офоҡтарын иңлә, «Аҡбуҙат»!27 – 29 ноябрҙә Өфөлә ҙур кино байрамы буласаҡ. Ул да булһа “Аҡбуҙат” тип аталған халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале. Ни өсөн “Аҡбуҙат”? Сөнки Урал батырҙың тыныслыҡ ҡылысын һаҡлаусы, уны ил батырҙарына тапшырыусы, беҙҙең күңел күҙен көнкүреш проблемаларҙан киң офоҡтарға, тарихыбыҙға, рухыбыҙға төбәтеүсе зат ул. Шуға ла глобалләштереү заманы өсөн бик мөһим милли һәм этник йүнәлеште һайлаған фестивалебеҙ өсөн Аҡбуҙат образы бигерәк тап килә.
Шулай итеп, 27 ноябрҙән башлап өс көн дауамында “Родина” кинотеатрында һәм Актерҙар йортонда конкурс программаһына ингән нәфис һәм документаль фильм­дар­ҙы, конкурстан тыш документаль фильмдарҙы ҡарарға була. Инеү ирекле. Ул ғына ла түгел, махсус анкеталарҙы тултырып, “Та­маша­сы һөйөүе” тип аталған махсус призды билдәләүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ....

Мәғлүмәтте ваҡытында һәм дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙ
Новости / Мәҙәниәт // 21-11-2014, 12:24


Мәғлүмәтте ваҡытында һәм  дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙТиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Донъялағы үҙгәрештәргә яраҡлашыу, һәр ергә өлгөрөү йәһәтенән етеҙ ҙә, белемле лә, әүҙем дә булыуың мөһим. Шуларға эйә булмай тороп, тиҙлек арбаһынан төшөп ҡалыуың бар. “Аҡъяр – ТВ” муниципаль автономлы учреждениеһы директоры, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Хәйбулла муниципаль районы советы депутаты, урындағы йәштәр парламенты рәйесе Данил Аҡылов менән әңгәмәләшкәндә йәш яҡташыбыҙҙың йөҙөндә нәҡ ошо сифаттарҙы күрҙем. Һөйләшеүҙә башлыса телевидение хеҙмәтен күҙ уңында тотһаҡ та, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән һүҙебеҙ уның бөтә эшмәкәрлегенә ҡағылды....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM