НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гөрләп тора йыр-моң бишеге
Новости / Мәҙәниәт // 30-01-2015, 09:46


Бына шаулап-гөрләп Мә­ҙәниәт йылы ла үтеп китте. Филармониябыҙ, ғөмүмән, артистарыбыҙ, ижади халыҡ өсөн ул көтөп алынған һәм әһәмиәтле, фәһемле йыл булды. Иң ҡыуаныслыһы – артистарҙың эш хаҡы бермә-бер артты. Был ижад кешеләре өсөн мөһим мәсьә­ләләрҙең береһе.
Филармониябыҙҙың матди-техник базаһы ла күпкә нығынды. Сәхнәне яҡтыртыу, тауыш аппаратураһы, артистарға яңы сәхнә костюмдары һатып алынды.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең гастролдәр географияһы ла киңәйә бара. Ижади коллективтарыбыҙ республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең дә төрлө төбәктәрендә йыш сығыш яһай. Быға беҙҙең мәҙәниәт уса­ғының күп милләтле коллективлы булыуы ла киң мөмкинлек бирәлер.
«У сэм» мари эстрада төркөмө – Мари Иленең йыш ҡунағы. «Түңгәүер» бейеү ансамбле концерттары менән Рәсәйҙе арҡыры-буйлы йөрөп сыҡты, тиһәң дә, хата булмаҫ. Улар бигерәк тә Себер яҡтарында, Ханты-Манси автономиялы округында, Силәбе, Ҡур­ған, Ырымбур өлкәләрендә һәм башҡа республикаларҙа йыш була....

Киләсәккә илтер тәүге аҙымдар
Новости / Мәҙәниәт // 23-01-2015, 17:59


Киләсәккә илтер тәүге аҙымдарБылтыр, Мәҙәниәт йылында, байтаҡ мәҙәни сара булды. Айырыуса йәш та­ланттарҙы үҫтереүгә оло иғтибар бүленде. Милли драматургияны үҫтереү буйынса режиссер Зиннур Сөләймәнов, Әлиә Яхина һәм БР Мәҙәниәт министрлығы эксперты Эльвира Исҡужина ҡатнашлығында ойошторолған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы – үрҙә әйтелгәндәргә асыҡ миҫал.
Өс этаптан торған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы йыл башында иғ­лан ителеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Конкурста 45 йәшкә тиклем быуын, үҙен драматургия өлкә­һендә һынап ҡарарға теләгән йәштәр һәм профессиональ автор­ҙарға ҙур мөмкинлектәр асылды. Се­минар-уҡыуҙарҙы Мәскәү һәм Өфө ҡалаларының театр белгестәре алып барҙы.
Семинарға үткән ун дүрт йәш авторҙың пьесаларын Мәскәү ҡала­һынан саҡырылған абруйлы белгестәр: «Хәҙерге драматургия» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, театр тәнҡитсеһе Валентина Фе­дорова, «Халыҡтар дуҫлығы» журналы редакторы Фәрит Нә­ғимов, шулай уҡ үҙебеҙҙең республика театр белгестәре – З. Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, сән­ғәт ғилеме кандидаты Галина Вербицкая, Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры урынбаҫары Динә Дәүләтшина һәм белгесе Рида Буранова баһаланы....

Сәнғәткә ғашиҡ Гөлгөнә
Новости / Мәҙәниәт // 16-01-2015, 11:16


Сәнғәткә ғашиҡ ГөлгөнәҠыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йорто Әлшәй районында ал­дын­ғыларҙан һанала, сөнки бында үҙ эшенә мөкиббән киткән, сәнғәткә ғашиҡ Гөл­гөнә Урал ҡыҙы Татлыбаева эшләй.
Ул 1970 йылда Сурай ауылында тыуа. Үҙ ауылында туғыҙ класты тамамлағас, Өфөләге 2-се педагогия училищеһында музыка уҡытыу­сыһы һәм балалар баҡсаһында музыка буйынса тәрбиәсе һөнәрен ала. 1990 йылда тыуған ауылы клубында эш башлай. Яңы Ҡыпсаҡ ауылы егете Буранбай Татлы­баевҡа ке­йәүгә сыҡ­ҡас, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм бына 20 йылдан ашыу ул ошо эштә. Был ваҡыт эсендә һәләтле етәксе ҙур уңыш­тар­ға өлгәшә. 1998 йылда туплаған “Әхирәттәр” фоль­клор коллективы төрлө ки­мәлдәге фестиваль, смотр-конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнашып “халыҡ коллективы” исеменә лайыҡ булды....

Диктор, актер һәм тыр-тыр
Новости / Мәҙәниәт // 16-01-2015, 11:00


Диктор, актер һәм тыр-тырБыл шәхесте республиканың һәр кешеһе йөҙгә белә, тауышынан таный. Актер, диктор, төрлө саралар­ҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, тележурналист… Был исемлекте тағы ла әллә күпме дауам итергә булыр ине. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы – үҙенең бәрхәт кеүек йомшаҡ тауышы менән меңәрләгән радио тыңлаусыға хәйерле иртә, хәйерле көн теләүсе Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев.
1982 йылда, Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан килеп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына һынауҙарҙы уңышлы үтеп, студент булып киттем. Илсур Хәбиров, Резеда Фәхруллина, Хөрмәт Үтәшев, Зилә Дибаева, Гөлназ Алсынбаева, Иҙрис Кә­лимуллин, мәрхүм Ринат Басариев кеүек тырыш, егәрле талант эйәләре менән бергә уҡыу бәхете тейҙе. Ауылдан килгән 17 йәшлек егеткә сәхнәгә, актер һөнәренә һөйөү уятҡаны, тәүге оҫталыҡ дәрестәре өсөн курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимоваға ҙур рәхмәтлемен. Иҫ киткес киң күңелле, талапсан, эҙләнеүсән һоҡланғыс уҡытыусы ул....

Сәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итә
Новости / Мәҙәниәт // 9-01-2015, 11:00


Сәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итәСәнғәт, мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәгән, дәрте, рухы менән башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәгән матур күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр була. Нәҡ шун­дай­ҙар тормошобоҙға айырым бер би­ҙәк, сағыулыҡ өҫтәй, милли мәҙәниәтебеҙҙең баһа­һын күтәрә, уның данын ситкә тарата ла инде. Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәшәгән Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡәләмованы ла халҡыбыҙ традициялары өсөн янып йөрөгән, башҡорт мәҙәниәтенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр рәтенә ҡуйыу бер ҙә генә хата булмаҫ ине.
Фәриҙә апай республикабыҙға бик күп билдәле шәхес биргән Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуып үҫкән. Үҙ ауылында башланғыс белем алғас, күрше Ҡаҙаҡҡол ауылына йөрөп, ете класты тамамлай. Мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Әммә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар уҡыуын артабан дауам итергә мөмкинлек бирмәй. Шул арҡала училищены ҡалдырып, ауылға кире ҡайта һәм һөт айыртыу пункты мөдире булып эшкә урынлаша....

Әлегә атым туғарылмаған
Новости / Мәҙәниәт // 21-12-2014, 17:17


Уның һәр роле ҡабатланмаҫ хистәр менән байытылған, үҙенсәлекле. Ҡарашын да, һөйләшеүен дә, һәр бер хәрәкәтен дә башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Заман менән бергә атлаған, әллә хәйбуллаларға ғына хас булған иркенлек хисен, милли үҙенсәлеген юғалтмаған был шәхескә күптән түгел 55 йәш тулды. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Башҡортостан­дың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ.
– Заман ауырлығына һылтанып, театр донъяһынан ситләшкәндәр байтаҡ. Ә шулай ҙа бөгөн тамашасы бармы? Тәнҡитселәр фаразлаған буш залдар дәүере етер, тигән ҡурҡыныс янамаймы?...

Таланттар йондоҙлоғо
Новости / Мәҙәниәт // 19-12-2014, 12:46


Таланттар йондоҙлоғоСәхнәлә видеояҙма бара. “Мин бәхетле, сөнки атай-әсәйем һау-сәләмәт, яҡындарым, дуҫтарым бар, сөнки донъя шундай матур, таҙа, һуғыш юҡ, сөнки мин йәшәйем...” Кем генә бәхет төшөнсәһен һаулыҡ яғынан зәғиф ба­ла­ларҙан яҡшыраҡ аңлар икән! Донъя тыныслығы, тәбиғәт таҙалығы, тирә-яҡтағы кешеләрҙең бәхете улар өсөн шәхси һаулыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк тә.
Бына бишенсе тапҡыр уҙғарылған “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы үҙенең ҡанаты аҫтына тағы ла һәләтле балаларҙы йыйҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гала-концертҡа бөтә республиканан ҡатнашыусылар­ҙы, тамашасыларҙы йыйҙы. Айболит менән Тылсымсы, балаларҙың кәйефен күтәреп, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу “микстура”һын тотоп, мөғжизә иленә сәйәхәткә алып барҙы. Гала-концертҡа үткән һәр талантлы ҡыҙ һәм малай үҙенең һәләтен күрһәтте. Конкурста коллективтар ҙа, индивидуаль сығыштар ҙа булды,...

Башҡорт ҡыҙы донъя яулай
Новости / Мәҙәниәт // 19-12-2014, 06:57


Башҡорт ҡыҙы донъя яулайМалайзияла Халыҡ-ара “Miss Tourism International– 2014” матурлыҡ конкурсында Рәсәй данын башҡорт ҡыҙы Анжелика Якусева яҡлаясаҡ!
Конкурста донъяның төрлө төбәктәренән килгән 60-тан ашыу гүзәл зат араһында башҡорт ҡыҙының да булыуы беҙҙең республика өсөн оло мәртәбә. Әлеге ваҡытта Анжелика финалға әҙерлек үтер өсөн Малайзияға юлланды. 2 аҙнадауамында барасаҡ репитицияларҙың тәүге көндәрендә үк башҡорт ҡыҙы тыған телендә йыр башҡарып ижад конкурсында тәүге урындарҙың береһен яулаған. Ә милли костюмдар дифелеһында Рәсәй данын яҡлаусы булараҡ, Анжелика рус ҡыҙы костюмында сығыш яһаған....

Пилорама
Новости / Мәҙәниәт // 12-12-2014, 15:46


ПилорамаПилорама“Саҡ менән Суҡ” боронғо башҡорт легендаһы нигеҙендә “Әсә” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмын тамамлағандан һуң, режиссер Айнур Асҡа­ров, күп тә үтмәй, яңы фильм төшөрә башланы. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт йыйыр өсөн фотограф Фәрзәнә Утарбаева менән эш барған урынға – “Башҡортостан” киностудия­һының өр-яңы павильонына юлландыҡ.
… Ҡараңғы бина. Ҡап уртала тиерлек тимер карауат. Карауатта – ауырыу. Яҡыныраҡ килгәс, уның М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров икәнен төҫмөрләнем. Бары уның тирәһе генә көслө яҡтылыҡ менән яҡтыртыл­ған. Тирә-яғында бер нисә кеше төрлө тимерҙәр, бауҙар менән йүгерешә. Саҡ ҡына ситтәрәк, ағас һын тотоп, ауырыу егет – Иректең кәләше Зилә ролен башҡарыусы актриса Айһылыу Йомағолова баҫ­ҡан. Ситтән ҡарап тороусыға кино төшөрөү процесы аңлашылмаған, хатта сәнғәткә бер яҡынлығы ла булмаған эш кеүек: бына Алмас Әмировты ятҡан урыны менән бауҙар ярҙамында тарттырып, өҫкә күтәрҙеләр. Бының өсөн павильон эсенә машина индереп ҡуйғандар. Айнур руль артына ултырып, команда бирә, ә фильм­дың ҡуйыусы операторы Тимур Ғәниев был бөтә процесты төшөрөп ала....

Байназарҙа – байрам!
Новости / Мәҙәниәт // 12-12-2014, 15:22


Байназарҙа  –  байрам!Байназарҙа  –  байрам!Бөрйән районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Байназар урта мәктәбенә 90 йыл! Был ваҡыт арауығы Йыһан өсөн күҙ асып йомған мәл булһа ла, кеше ғүмере өсөн туҡһан – бик ҙур һан. Тағы бер ынтылыш, бер оло аҙым яһаһаң, был һан тотош быуат булып түңәрәкләнә лә ҡуя. Шуға ла, теләйһеңме-юҡмы, был һанға ихтирам менән ҡа­райһың һәм, әл­биттә, ҙурҙан ҡубып, уны билдәләй­һең. Етди йәшкә еткән Байназар урта мәктәбе коллективы тап шулай итте лә – гөрләтеп юбилейын үткәрҙе.
Ошо уңайҙан тантанаға йыйы­лыу­сыларҙы тәбрикләп, Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов сараның иң татлы, көтөлгән өлөшөн башланы: балаларға күңелен биргән Фәнил Мөхәмәт­йәновҡа Башҡортостан Республи­каһының «Мәғариф алдынғыһы» билдәһе тапшырылды, юғары уңыштарға өлгәшкән Гөлшат Салауатова, Айгөл Ғәлиуллина Башҡортостан Республикаһы Мә­ғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM