НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәләүездең рухи донъяһы
Новости / Мәҙәниәт // 10-04-2015, 10:45


Мәләүездең рухи донъяһыМәләүез районы мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа үҙенең ҡаҙаныштары менән дан тота. Ауыл мәҙәниәт йорттарының матди базаһы нығытыла, район һәм төбәк-ара кимәлдәге төрлө саралар үткәрелә. Республика бәйгеләрендә лә район таланттары ҡатнашып, призлы урындар яулай. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат СОЛТАНГӘРӘЕВ менән башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә булған ниәттәр тураһында һөйләштек.
– Әлеге ваҡытта районда барлығы 83 мәҙәниәт ойошмаһы халыҡ араһында ағартыу эше алып бара. Уларҙың 47-һе – ауыл мәҙәниәт йорто, 30-ы – китапхана (алтауһы район үҙәгендә эшләй), ике музей, өс сәнғәт мәктәбе һәм Ҡала мәҙәниәт йорто. Мәҙәниәт бүлеге райондың 330 кешеһен эш менән тәьмин итә. Иҡтисади көрсөктө ҡыҫҡартыу­ҙарһыҙ ғына үткәреп ебәрә алдыҡ....

Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла
Новости / Мәҙәниәт // 10-04-2015, 10:35


Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағылаБашҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙө башҡарыу – йырлау оҫталығының иң юғары нөктәһе.
РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы, мәшһүр йырсы, опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусы яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңгеләштереү, уның ижади мираҫын халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, яңы таланттар асыу маҡсатында Салауат район мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар­ҙың –“Оҙон көй” конкурсы үткәрелде. Былтыр бындай конкурс беренсе тапҡыр район кимәлендә Лағыр ауылында ойошторол­ғайны. Быйылғы бәйгелә Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан моңло тауышлы 15 һәүәҫкәр ҡатнашты....

Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ кишер баҫыуында һалынды”
Новости / Мәҙәниәт // 10-04-2015, 10:32


Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ  кишер баҫыуында һалынды”– Үткән тормошоғоҙҙа иң үкендергәне нимә?
– Әсәйем иҫән саҡта йышыраҡ аралашырға ваҡыт тапмауым.
– Ә иң бәхетле мәлегеҙ?
– Иҫәнлек-һаулыҡ менән тыуған һәр көнөм оло бәхет.
– Әлеге мәлдә ниндәй китап уҡыйһығыҙ?
– Һирәк уҡырға тура килә, әлеге ваҡытта Әнғәм Атнабаевтың “Ҡош теле” китабын уҡыйым.
– Интернетта, социаль сайттарҙа йыш ултыраһығыҙмы?...

“Күптәр талапсан булыуымды яратмай”
Новости / Мәҙәниәт // 3-04-2015, 11:58


“Күптәр талапсан булыуымды  яратмай”Бөгөн “Йәшлек” тә ҡунаҡта – үҙенең бик күп йырҙары менән халыҡ араһында билдәлелек яулаған композитор, “Юлдаш“ радиоһының музыкаль мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф АРЫҪЛАН. Һүҙ “Юлдаш” йыры” проекты, бөгөнгө йыр сәнғәте, йырсылар хаҡында.
Радиола эшләү миңә замандан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Үҙемдең йәшем барһа ла, йәштәргә ниндәй йыр, оло быуын кешеләренә ниндәй йырсы оҡшағанын беләм. Композитор булараҡ, күп нәмәне эшемдән алдым. Плагиат тигән төшөнсә минең ижадымда юҡ. Шуға күрә йырсылар: “Һәр йырығыҙ ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле”, – тип, минән йыр алырға тырыша. Үҙемдең тәжрибәнән сығып, йырсыларға ла, композиторҙарға ла йырҙар тыңларға тәҡдим итер инем. Китап уҡымаған яҙыусы һәйбәт әҫәр яҙа алмағандай, йыр тыңламаған кеше лә композитор булып китә алмай.
...

Ил өҫтөндә балҡып янған яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…
Новости / Мәҙәниәт // 3-04-2015, 10:26


Ил өҫтөндә балҡып янған  яҡты ҡояшһығыҙ, айһығыҙ…Әбйәлилгә барған һайын, ошо төбәктең әүҙем, дәртле, егәрле ағинәйҙәренә һоҡланып та, саҡ ҡына көнләшеп тә ҡайтыла торғайны. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙең Учалыла ла шундай хайран ҡалырлыҡ ағинәйҙәребеҙ бар – ҡалаға яҡын ғына ятҡан Юлдаш (Аҡҡужа) ауылында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы гөрләп эшләй. Әлфиә Абдуллина етәкләгән ойошмала ун алты кеше иҫәпләнә.
– «Ағинәйҙәр»ҙе былтыр ғына ойошторҙоҡ, бишенсе февралдә, – тип асыҡлап китте Әлфиә Борхан ҡыҙы. – Арабыҙҙа пенсионер­ҙар ҙа (иң оло ағинәйебеҙ 84 йәштә), эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ғалиба Нуретдинова, Зифа Абдуллина ҡалаға йөрөп эшләй, Фирүзә Баҡыева ауылда почта тарата. Бөтә ағинәйҙәребеҙ ҙә һәр йәһәттән барыһына ла өлгө итеп ҡуйырлыҡ күркәм сифаттарға эйә. Тулы, мул тормошта йәшәйҙәр: күпләп мал-тыуар аҫрап, ихата эсен тултырып ҡош-ҡорт үҫтерәләр, балаларына ярҙам итәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар, йәмәғәт эштәренә лә ваҡыт табалар....

Исем ҡушҡанбыҙ. Тик телгә алабыҙмы һуң?
Мәҙәниәт / Проблема // 28-03-2015, 10:36


Исем ҡушҡанбыҙ.  Тик телгә алабыҙмы һуң?Беҙ бөтә ошо учреждение-ойошмаларҙы нисек атайбыҙ һуң? Рәсми телдә түгел, ә халыҡса, тимәксемен. Төрлөсә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт институтын, хәҙер инде академияһын, тамамлаусыларҙан һораһаң, уларҙың береһе лә, уҡыған урыным – Исмәғилев институты, тип аныҡламай. Сәнғәт институты, ти ҙә ҡуя. Был дөрөҫ тә һымаҡ. Сәнғәт институты республикабыҙҙа берәү генә бит. Әммә Заһир Ғарип улы Исмәғилев ошо институтҡа нигеҙ һалған һәм егерме йыл буйына уның менән уңышлы идара иткән, башҡорт милли һәм профессиональ сәнғәтен яңы кимәлгә күтәргән күренекле, атаҡлы шәхес булараҡ, ихтирамға һәм уның исемен хөрмәтләп телгә алыуға лайыҡ та баһа. Исмәғилев академияһын тамамланым, тип ғорурланып әйтеп була, тимәксемен....

Бүләк итә Роза йырҙарын
Новости / Мәҙәниәт // 20-03-2015, 11:22


Бүләк итә  Роза йырҙарынБашҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова – моңло тауышы менән дан ҡаҙанған шәхес. “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” кеүек йырҙар тап уның башҡарыуында алтын фондҡа индерелгән, үҙ тыңлаусыһын тапҡан. 28 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәре Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында билдәле йырсы үҙенең ижад кисәһен үткәрә. Ошо ҙур ваҡиға алдынан йырсының үҙе менән осрашып һөйләштек.
– Тамашасыларҙы ижад кисәгеҙҙә ниндәй яңылыҡтар көтә? Ниндәй йырҙар яңғыраясаҡ, кемдәр ҡатнашасаҡ?
– Филармониябыҙҙа күп йылдар буйы башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт иткән Филүс Гәрәев, Бәхти Ғайсин кеүек мәшһүр шәхестәрҙең ижадына арналған “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” тип аталған концерттар циклы ҡуйылып килә. Һәм бына сират миңә лә килеп етте. Аллаға шөкөр, иҫәнлектә-һаулыҡта, үҙемдең ҙур концерт программаһын эшләп, тыңлаусыларыма йырҙарымды бүләк итеү мөмкинлеген күрергә насип булды....

Ҡазандан – еңеү менән!
Объявления / Мәҙәниәт // 14-03-2015, 17:20


Ҡазандан  –  еңеү менән!Халыҡ йырҙарына ғашиҡ талантлы йырсы Фәһим Тоҡомбәтовтың исеме яҡташтарыбыҙға күптән таныш. Иглиндәрҙең һөйөүен яулаған, район сәхнәһенең йөҙөк ҡашы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында еңеү яулаусы һәм башҡа бихисап бәйгелә лә һынатмаусы егет тағы бер оло уңышы менән ҡыуандырҙы. Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Венера Ғәниева исемендәге «Һандуғас» халыҡ-ара йырсылар конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайтты....

“Наҙ булһын йырҙарым”
Новости / Мәҙәниәт // 14-03-2015, 17:07


“Наҙ булһын йырҙарым”Айнур Туҡтаев таланттарға бай Баймаҡ ерендә, Кәрешкә ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Өсөнсө класта уҡыған саҡта уҡ беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан улына бар булмышы менән йыр-моңға ғашиҡ атаһы ижад юлына фатихаһын бирә. Ябай хеҙмәткәрҙәр булыуына ҡарамайынса (атаһы Рәшит – шофер, әсәһе Мәүли­ҙә – ашнаҡсы), Туҡтаевтарҙың йортонда башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә айырыуса йылы ҡараш була. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә олатаһы Нурғәленең йырҙарын тыңлап ултырған бала сағы йырсының күңелендә матур миҙгел булып һаҡлана. Ауыл һәм мәктәп сәхнәләрендә барған барлыҡ сараларҙы үҙенең моңло тауышы, матур йырҙары менән биҙәгән Айнурға ауылдаштары ла яҡты киләсәк юрай. “Баймаҡ моңдары – 2000” район конкурсында еңеү яулауы уның киләсәген хәл итә: йыр-моңға ғашиҡ егет тыуған ауылында 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына уҡырға инә....

Балкондан төшкән мөхәббәт
Новости / Мәҙәниәт // 14-03-2015, 11:08


Балкондан төшкән мөхәббәтҠатын-ҡыҙға көслө булыу модаға инде. Карьера, аҡса, йорт, йыһаз, эш һәм башҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ теҙмәлә ғаилә, ир төшөнсәләре тик аҙаҡҡы урындарҙы ғына биләй. Хатта көслө заттың исемлектән бөтөнләй төшөп ҡалыу осраҡтары ла бар. Шуға күрә йәмғиәттә, тотош илебеҙҙә яңғыҙҙарҙың һаны көндән-көн арта, демографик хәл киҫкенләшә. Күҙгә күренмәгән бәхеттең йәнәшәлә генә булыуына ышанмай, донъя ҡыуып, ғүмер үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ шикелле. Тиҙлек арттырып сапҡан саҡта кемдеңдер бәхетенә лә, ҡайғыһына ла, хыялына ла ҡарап тороу юҡ. Арып-талып туҡталабыҙ ҙа, тик ваҡыт үткән була. Ә үткәндәрҙә – әллә күпме рәнйеш, селпәрәмә килгән хыялдар һәм кире ҡайтмаҫ өсөн үткән йәшлек......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM