НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алынды
Мәҙәниәт / Махсус бит // 19-06-2015, 16:10


Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыДүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыКемдәр генә үҙ ғүмерендә, айырыуса йәшлек мәлендә гитара сиртеп, йырҙар йырлап ултырырға хыялланманы икән?! Төнгө усаҡ, дуҫтар һәм, әлбиттә, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар... Был хыялдарҙы тормошҡа ашырып, дүртенсе йыл рәттән “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале ойошторола. Йылдан-йыл үҙ офоҡтарын киңәйткән, сәнғәт тарихына яңы исемдәр асҡан бәйге башҡорт йәштәре араһында айырым бер хәрәкәткә әйләнде....

12 автор оҫталығын арттырасаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 12-06-2015, 17:27


Республиканың йәш драматургтары һәм режиссерҙары Өфөлә үтәсәк семинар-лабораторияға йыйылды. Икенсе тапҡыр үткәрелгән был дәрестәрҙә ҡатнашыуға 30-ҙан ашыу ғариза килгән. Эксперт комиссияһы 12 автор­ҙы һайлап алған. Улар араһында билдәле драматургтар Шәүрә Шәкүрова, Мөнир Ҡунафин, Дамир Йосопов бар.
Семинар барышында танылған театр эшмәкәрҙәре йәш драматургтар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курс уҙғара. Программаға ярашлы, пьесаларҙы уҡыу һәм тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттар менән айырым дәрестәр үткәреү ҡаралған....

“Гүзәл” менән гүзәл еңеү
Новости / Мәҙәниәт // 12-06-2015, 17:26


Яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның “Гүзәл” исемле хикәйәһе Мәскәүҙә үткән “Яңы әҙиптәр” халыҡ-ара конкурсында өсөнсө урын алды. Бәйгене “Дикси Пресс” нәшриәте ҡарамағындағы әҙәби агентлыҡ ойошторған. Яҙыусының был әҫәре “Иҫтәлеккә фотоһүрәттәр” йыйынтығында донъя күрәсәк. Конкурс лауреаттарына аҡсалата премиялар тапшырылды һәм “Яңы әҙиптәр – 2016” бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева республика халҡына документаль, анимацион, нәфис фильм­дарҙың сценарий авторы, башҡорт телендәге “Хыялый япраҡ” хикәйәләр йыйынтығы, тәржемәләр китабы авторы булараҡ яҡшы таныш....

Үәт, исмаһам, бейейҙәр!
Новости / Мәҙәниәт // 12-06-2015, 09:52


Үәт, исмаһам, бейейҙәр!Әллә ни тарих төпкөлөнә суммайынса, һуңғы бер нисә тиҫтә йылды алып, республикабыҙҙың йыр сән­ғәте күген байҡаһаҡ, унда Нажиә Аллаярова, Абдулла Солтанов, Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Кил­дейәрова, Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов һымаҡ «йондоҙҙар»ыбыҙҙың балҡышын күрер инек. Иҫ киткес талантлы йырсыларыбыҙ һәм композиторҙарыбыҙ үҙ ижады менән халҡыбыҙҙың рухи байлығын арттырған, мәҙәниәтен байытҡан, Учалы­быҙҙың йырлы, моңло төбәк булыуын раҫлаған. Һауынсы, механизатор, уҡытыусы кеүек үҙешмәкәр артистарҙан тупланған «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбле лә уларҙың, профессиональ сәнғәт кешеләренең, күләгәһендә һис тә юғалып ҡалмаған – дандары киң таралып, әллә ниндәй сит илдәргәсә барып еткән....

“Рух” һәм Ирек
Мәҙәниәт / Хәтер // 6-06-2015, 15:09


“Рух” һәм ИрекХәйбулла ерендә үткән бер генә сара ла Иректең ижад иткән йырҙарынан башҡа үтмәй. Уларҙа авторҙың күңел кисерештәре, мөхәббәт хистәре, тыуған яҡҡа, телгә һөйөү сағыла. Музыкант бик күп шағирҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Концертта уның Венер Фәттәхов, Резеда Бүләкова, Люциә Ғәб­бәсова, Зөһрә Фәйзуллина һүҙҙәренә яҙыл­ған йырҙары яңғыраны. Ҡасандыр “Йәшлек” гәзите башланғыс һалған “Урал моңо” конкурсы ярҙамында билдәлелеккә табан тәүге аҙымдарын яһаған “Рух” төркөмө бөгөн дә баҫма менән бәйләнеш тота, дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй. “Йәшлек”тең хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова менән уртаҡ хеҙмәт емештәре булған тиҫтәнән ашыу йыр ике ижадсының дуҫлығы хаҡында һөйләй. Ижадташ дуҫын ғүмер байрамы менән тәбрикләү өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, шағирә үҙе лә килгәйне....

Башҡорт, балаңдың туйында “Әсе!” ҡысҡырма
Новости / Мәҙәниәт // 6-06-2015, 14:32


Туй менән кем шөғөлләнә һуң? Атай-әсәйҙән, туғандарҙан башҡа, ойоштороу эштәрен хәҙер тамадалар үҙ өҫтөнә ала бит. Беҙҙә күп кенә артистар, ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ әҙ-мәҙ телгә оҫталар тамада булып хеҙмәт итә. Эйе, ул ҙур хеҙмәт. Әлбиттә, бер нисә сәғәтлек кенә эш, шулай ҙа ике йәш йөрәктең иң көтөп алған байрамы сағыу үтһен өсөн арыу уҡ тир түгергә тура килә. Бына шунда күренә инде: тамадалар урындағы йолаларҙы бигүк белеп етмәй. Бөтәһе лә бергә буталды. Шул алып барыусы ыңғайына минут һайын “Әсе” тип ҡысҡырып, йәштәргә нимә юрайбыҙ? Беҙҙең халыҡ бит, бал ҡаптыр­ған да май ҡаптырған, тормоштары балда-майҙа, татлы һәм йомшаҡ үтһен тип.
Әйткәндәй, мәһәр тураһында беләһегеҙме? Иҫтә тотоғоҙ....

Бер алманың ике яртыһы
Новости / Мәҙәниәт // 29-05-2015, 11:21


Эйе, көндөң һалҡын булыуына ла ҡарамай, бөтә ауылдаштарын, тирә-яҡ ауылдарҙан килгән яҡташтарын, яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Зилә һәм Хәсән Усмановтар күңел йылыһы өләшеп, ҙур бүләк – күстәнәс-концерт менән ҡайтып ҡыуандырҙы. Хәйриә концертында олоһо ла, кесеһе лә ике сәғәт ярым дауамында моң даръяһында тирбәлде, артистар менән бергә йырлап-бейене, бергә һағышланды, моңланды. Хәсәндең йор һүҙлелеге, шаянлығы, Зилә килендең алсаҡлығы, илгәҙәк-ихласлығы сығыштарына уғата бер йәм, йәнлелек өҫтәне. Шуны ла әйтеп китмәү яҙыҡ булыр: уларҙың сығыштары сәхнәлә ҡылансыҡланыу, яһалмалыҡ кеүек кире күренештәрҙән бөтөнләй азат! Афарин, Усмановтар!
Икеһенең дә репертуары бик бай һәм үҙенсәлекле. «Мин – умырзая», «Йәле, иркәм!», «Ҡоштар китә», «Уйна, егет, ҡурайыңды» йырҙары тик Хәсән Усманов башҡарыуында ғына ҡабул ителгән һәм күңелдәргә уйылған....

“Йондоҙло сәйәхәт”
Новости / Мәҙәниәт // 15-05-2015, 13:39


Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен яба.
Быйылғы миҙгел тамашасы зауығына яуап биргән төрлө жанрлы, йөкмәткеле яңы проекттарға, башҡорт һәм татар сәнғәт “йондоҙҙар”ының концерттарына айырыуса бай булды. Ҙур зал сәхнәһен гөрләткән төрлө донъя халыҡтары музыкаһының сағыу гөлләмәһенән торған “Урал ораны” халыҡ ҡоралдары ансамблдәренең II халыҡ-араконкурс-фестивале, джазды үҙ итеүселәрҙе йыл һайын йыйған “Алһыу пантера” XIX халыҡ-ара джаз фестивале, Раштыуа, Орган фестивалдәре һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Әҙәбиәт йылына бағышланған “Әҙәби шишәмбе” концерттар циклы, балалар өсөн “Музыкаль карусель”, “Оркестр әкиәттәре” кеүек яңы проекттар Өфө тамашасыһын ҡыуан­дырҙы. Ял көндәрендә мәҙәни усаҡ балалар тауышына күмелде. Был көндө ата-әсәләр, йөклө ҡатындар һәм балалар Өфөләге берҙән-бер “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерт циклына ашыҡты....

Былау ашап, өрөк һурып... ҡына йәшәйме икән үзбәктәр?
Новости / Мәҙәниәт // 15-05-2015, 12:25


Баш ҡалабыҙҙа июль башында үтәсәк ҙур йыйынға йылдам үҫешеүсе биш ил – БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡараған алты ил (Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан) вәкилдәре килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Иң тәү сиратта был беҙҙең өсөн Башҡортостанды танытыу мөмкинлеге. Йәшерен-батырыны юҡ – республиканы әлегә ситтә беҙ теләгәнсә яҡшы белеп етмәйҙәр шул. Ә бит Башҡортостандың ғорурланырлыҡ нәмәләре күп. Төйәгебеҙ ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартмаясаҡ. Быға тулыһынса ышанырға була
...

“Атайым миҫалында белем һәм тырышлыҡ менән ниндәй үрҙәргә өлгәшеп булғанын күреп үҫтем”
Новости / Мәҙәниәт // 15-05-2015, 12:24


Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев – ике ҡыҙ атаһы, дүрт ейән-ейәнсәргә олатай. Шағирҙың ниндәй атай булыуы, балаларына биргән тәрбиәһе хаҡында уның кесе ҡыҙы Ләйлә менән һөйләшәбеҙ. Ул Башҡортостан халҡына музыка белгесе булараҡ һәм “зәңгәр экран” аша яҡшы таныш. Төҫкә сибәр, телгә бай, аныҡ фекерле булыуына ҡарап, билдәле шәхестең ҡыҙы тап шундай булырға тейештер, тигән һығымтаға киләһең....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM