НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп...

Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп...


Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп...Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп...Күптән түгел Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле сәнғәт әһеле, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, легендар ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән ошо уҡ райондан сыҡҡан, былтыр йәшләй генә вафат булған талантлы йәш ҡурайсы Рөстәм Шәрипов­тың яҡты иҫтәлегенә арналған ”Таштүре” исемле район-ара ҡурайсылар конкурсы үткәрелде. Бәйге “Мәҙәниәт йылында 100 иң һәйбәт ваҡиға” республика конкурсы сиктәрендә уҙҙы.

Был мәртәбәле бәйгелә республиканан 150 конкурсант, шу­лар иҫәбендә 6 ансамбль ҡатнашты. Бәйгеселәрҙе Башҡор­тос­тан Рес­пуб­ликаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҡташыбыҙ Азат Айытҡолов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы.

Байрамды Йылайыр район мә­ҙәниәт һарайының халыҡ бе­йеүҙәре ансамбле “Таштүре итәгендә” бейеүе менән асып ебәр­ҙе (бәйге лә юҡҡа ғына “Таштүре” тип аталмай: Ишмулла Дилмө­хәмәтов башына баҫып ҡурай тартырға яратҡан ҡая ул Таштүре. Ҡаяның исемен төрлөсә йөрөтәләр. “Таштуры”, “Таштур”, “Таш­түр”, “Таштүрә” тип әйтеүселәр ҙә бар. Әммә мәғәнәһе “Таштың түре” һүҙбәйләнешенә яҡыныраҡтыр тип, беҙ шулай атар­ға булдыҡ).

Конкурсты асып, Азат Айыт­ҡолов ошондай сара үткәрелеүенә рәхмәтен әйтте һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов тура­һында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Ишмулла ағайҙың ҡурайын миңә бәләкәйҙән тыңлап үҫергә, артабан үҙе менән осрашып, аралашып йәшәргә, бер филармонияла эшләргә, бер үк сәхнәләрҙә сығыш яһарға насип булды. Уның мөһабәт кәүҙәһе менән сәхнәне тултырып баҫып тороп, моңо менән кешеләрҙе арбап, сығыш яһаған йәш саҡтарын, иң көслө, ғәйрәтле саҡтарын күреү, тыңлау бәхете тейҙе. Ишмулла ағай беҙҙең өсөн өлгө, хәҙергесә әйтһәк, кумир булды, уға оҡшар­ға, уның уйнау манераһын отоп алырға тырыштыҡ, – тине һәм конкурсанттарға уңыштар теләне.

“Урал”, “Ғилмияза”, “Ҡолой кантон”, “Ҡаһым түрә” һәм башҡа бик күп башҡорт халыҡ йырҙары менән бер рәттән, Ишмулла Дилмөхә­мәтов ижад иткән йырҙар ҙа, данлыҡлы ҡурайсыбыҙ яратып уйнаған көйҙәр ҙә яңғыраны был көндө. Иртәнсәктән кискә тиклем Иҫке Яҡуп клубында ла, урамда ла йыр-моң тынманы: бындай илаһи көндө ҡурайсыбыҙҙың тыуған төйәге күптән һағынып көткәндер, моғайын.

Ә бәйгелә урындар шулай билдәләнде.

Өлкәндәр араһында яңғыҙ башҡарыусылар:
1-се урын – Илдар Юнысов (Хәйбулла районы).
2-се урын – Юнир Һағынбаев (Баймаҡ).
3-сө урын – Динар Абдуллин (Стәрлетамаҡ).

Өлкәндәр араһында ансамбл­дәр:
1-се урын – “Түңгәүер”, етәксеһе Илдар Юнысов (Хәйбулла).
2-се урын – Баймаҡ ҡурайсылар ансамбле, етәксеһе Илнур Аслаев.
3-сө урын – “Таштүре”, етәксеһе Дәүләткирәй Нәҙерғолов (Йыла­йыр) һәм Азамат Ишмырҙин етәкселегендәге йыйылма ансамбль.

Йәштәр төркөмөндә яңғыҙ башҡарыусылар:
1-се урын – Юлай Ҡасимов (Йылайыр).
2-се урын – Әғләм Юлгилдин (Йылайыр).
3-сө урын – Ислам Илембәтов (Хәйбулла).

Йәштәр төркөмөндә ансамблдәр сығышы:
1-се урын – “Ете таж”, етәксеһе Илһам Хөсәйенов (Ейәнсура).
2-се урын – “Үҫәргән”, етәксеһе Илдар Юнысов (Хәйбулла).

Көнө буйы ҡурай моңо яңғыраһа ла, халыҡ Азат Айытҡоловтың ҡурай­ҙа уйнауын ҡабат-ҡабат һорап, тыңлап кинәнде.

Сара һуңында ҡурайсылар тиҙ генә йыйылышып, күбеһенең уҡытыусы-остазы булған Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡәберенә зыярат ҡалды. Сәскәләрҙән венок һалып, остазына рәхмәт әйтеп, баш эйҙе һәм рухына аят бағышланы. Ҡәбер янында хәйбуллалар эшләп ҡуйған ҡурай һәйкәле лә, ҡәбер рәшәткәләренең осонда бәләкәй генә ҡурай тажы эшләнеүе лә милли символика ғына түгел. Был – бар ғүмерен ошо милли музыка инструментына дан йырлаған, бар ғүмерен ҡурайсылар әҙерләүгә арнаған шәхескә, талантлы ҡурайсыға оло ихтирам билдәһе.

Иҫ китмәле рухи байлыҡҡа эйә халҡыбыҙ: бәләкәй генә Иҫке Яҡуп ауылы сәхнәһенән бар донъяға билдәле боронғо йыр-көйҙәребеҙ яңғыраны. Ошо кескәй сәхнәнән башланған данлыҡлы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың да ҡурай моңон донъяның күп илендә тыңлағандар. Был кисәлә лә, бәлки, киләсәктә миллиондарҙың күңелен яулар бөйөк артистар сығыш яһағандыр.

З. ҠАҘАҠБАЕВА.

Сығыу ваҡыты 8-08-2014, 09:48 | Ҡаранылар: 612
|
  • Их, Йомабай, һине һағынып уйнала ҡурай...
  • Күңелдәргә осҡон һалды ҡурай байрамы
  • Сентябрь
  • Данлыҡлы ҡурайсы иҫтәлегенә
  • Уйнаһын ғына ҡурайҡай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM