RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөнәжәт тә тәрбиәләй

18.07.2014 Мөнәжәт тә тәрбиәләй

Халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, эскелек, наркомания, енси бәйһеҙлек һаҙлығынан йолоп алыуҙа, кешеләр­ҙә юғары әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙә диндең роле ҙур. Сөнки уның юлына баҫҡан кеше төрлө боҙоҡлоҡтарға барыуҙан алыҫ тора, башҡа­лар­ҙы ла уларҙан ҡурсалай.

Мөнәжәт тә тәрбиәләйҺуңғы йылдарҙа Көйөргәҙе ерендә, дини поэтик әҫәр булараҡ, мөнәжәт әйтеүҙәр ҙә киңерәк тарала бара. Ошо мөһим шөғөлдө үҙ итеүселәрҙең сафы ишәйә барыуы ҡыуаныслы хәл. Бынан өс йыл элек Ермолаев ауылының «Рамаҙан» мәсетендә уларҙың тәүге йыйынында алты кеше ҡатнашһа, быйыл был һан өсләтә артты. Шуныһы һөйөнөслө, ижади ярышта ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, уға балалар ҙа күберәк килә. Яңыраҡ уҙған мөнәжәт әйтеүселәр конкурсында райондың алты ауылынан һәм Күмертау ҡалаһынан оло һәм кесе йәштәгеләрҙән егермегә яҡын кеше көс һынашты. «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы Азат Хәлилов әйтеүенсә, мөнәжәт әйтеүселәрҙең оҫталығы йылдан-йыл камиллаша бара, темалар ҙа төрлөләнә. Улар араһында тормошобоҙҙоң кө­нүҙәк мәсьәләләренә арналғандарының күбәйеүе – күңелле күренеш. Мәҫәлән, һуңғы ярышта Шабағыш мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Нәжмиевтың «Араҡы – аҡыл дошманы» әҫәре иң фәһемлеһе һәм актуаль тип табылды. Унда әйтелгән фекерҙәр сарала ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Әйткәндәй, ошо мөнәжәт район һәм Күмертау ҡалаһы өсөн башҡорт телендә сығарыл­ған «Юшатыр» гәзитендә баҫылды. Ә район үҙәгендә йәшәүсе хеҙмәт ветераны Хәҙисә Бикбулатованың ижади эше бөгөнгө ауылдар яҙмышына арналды. Айсыуаҡ ауылы вәкиле Гөләйшә Мәжи­тованың сығышы йәштәрҙе иманлы булырға, дин юлына баҫырға саҡырыу булараҡ яңғыраны. Тамашасыларҙа Күмертау республика лицей-интернатының 6-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Шәмиғолованың мөнәжәт әйтеүе һоҡланыу тыуҙырҙы. Ул кескәй сығыш яһаусылар араһында гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ Шабағыш һәм Яҡуп ауылдарының йәш башҡарыусылары ла уңышҡа өлгәште. Ижади конкурста еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Сараға килеүселәр күңелдәре сафланып, байып, киләсәктә лә осрашырға һүҙ беркетеп таралышты.

Урал ҠӘЙҮПОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы