RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған яҡҡа ҡайтып, илһам алып

04.07.2014 Тыуған яҡҡа ҡайтып, илһам алып

Тыуған яҡҡа ҡайтып, илһам алыпКүптән түгел Баймаҡта әҙәбиәт көндәре үтте. Был юлы китапхана әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ун йылдан ашыу сит илдә йәшәп ҡайтҡан яҡташтары Тәнзилә Кейекбаева менән осраштырҙы. Яңыраҡ уның “Бәхет ҡошо юлынан” исемле китабы донъя күргәйне. Был – уның икенсе китабы.

Тирә-яҡ хуш-еҫкә төрөнгән, күпереп сәскә атҡан мәлдә ошондай сараны ойоштороуҙары осрашыуға килгән шиғри йәнле Тәнзилә Кейекбаеваға ифрат ҙур бүләк булды.

Осрашыуҙар авторҙың тыуған ауылы Ҡараталда башланып китте. Унда Тәнзиләнең бик күп йылдар булғаны юҡ ине. Өр-яңы мәктәп, күпме яңы өй төҙөлгән, мәсете лә бар хәҙер! Ауыл күҙгә күренеп ҙурай­ған. Кисә мәктәптә үтте. Ауыл халҡы, ағинәйҙәр Тәнзиләне йырлап ҡаршы алды. Балалар авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, ағинәй­ҙәр “Ҡаратал таҡмағы”н көйгә һалып, йырлап та ишеттерҙе. Ҡыҫҡаһы, ауылдаштары бөтә маһирлыҡтарын күрһәтте: бейене лә, йырланы ла. Тәнзилә уларҙың дәртенә хайран ҡалып ҡарап ултыр­ҙы. Ҡунаҡҡа төрлө һорауҙар яуҙы ғына: “Сит илдә байтаҡ йылдар йәшәп, ундағы матурлыҡты, байлыҡты, анһат тормошто ташлап, үҙебеҙгә кире әйләнеп ҡайтыуығыҙға үкенмәйһегеҙме? Бәхет һеҙҙең өсөн нимә ул?” “Юҡ, һис үкенмәйем, – тип, автор шундуҡ урынынан һикереп торҙо. – Сит ил нисек кенә матур булмаһын, ул һинеке түгел. Әсәгә үҙ балаһы нисек танһыҡ, нисек ҡәҙерле, тыуған ил дә шулай ҡәҙерле. Бында һин тыуып үҫкәнһең, бында һин тәүге тапҡыр тәпәй баҫып атлап киткәнһең, бында – һинең ғәзиз кешеләрең, балаларың, туғандарың, дуҫтарың. Әммә сит ерҙәрҙә йөрөгәнеңдә бындай тойғолар тағы ла нескәрә, тыуған илең, ғәзиз тыуған төйәгең һине магнит кеүек һәр ваҡыт тартып тора. Сит илдә күреүемсә, бындай тойғо бөтә кешелә лә бер төрлө түгел. “Ә мин бер ҙә илемде һағынмайым”, – тип әйткән кешеләр­ҙе лә осраттым. Әммә үҙем тыуған яғымды ныҡ һағындым. Минең өсөн бәхет – үҙ илеңдә, үҙ ереңдә ғәзиз кешеләрең, балаларың, туғандарың, дуҫтарың янында, үҙ халҡың менән бергә уҡмашып йәшәү. Бына бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа торам – ошо бәхет түгелме ни?!” – шатлыҡтан авторҙың күҙҙәренә йәштәр килде.

“Волга” Ҡараталды артта ҡалдырып, Һаҡмар буйҙарына, Һәрешҡужа тауҙарына ҡарай юл тотто. Беренсе Этҡол халҡы, Юлыев исемендәге лицей уҡыусылары ла Тәнзилә Кейекбаеваны ихлас ҡаршы алды. Бында ул үҙенең таныштарын – оҙаҡ йылдар Баймаҡ интернат-мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләгән Хөснә апайҙы, бала сағынан күрешмәгән Сыңғыҙҙағы ут күршеһе – бөгөн Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Хәтифә апайҙы күреүенә ҡыуанды.

Ямаштар ҙа осрашыуға үҙ күстәнәстәрен сығарҙы – йыр, бейеү, авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләү. Концерт араһында улар ҙа авторға байтаҡ һорау яуҙырҙы.
Ҡунаҡ артабан тағы ла урман төпкөлөнә – Шүлкә яҡтарына ҡарай юл алды.

Ауыл китапханасыһы бик етди әҙерләнгән был осрашыуға. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ авторҙың шиғырҙарын һөйләне. Бында ла Тәнзиләгә етди һорауҙар бирелде. “Дингә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?” “Аллаһы Тәғәлә берәү, әммә диндәр күп. Ер шарында нисәмә халыҡ бар, шуныңса дин бар, тип тә әйтергә була. Эйе, һәр кем үҙенсә табына Аллаһы Тәғәләгә. Минең уйымса, һәр кемдең Хаҡ Тәғәләһе – үҙенең йөрәгендә. Ҡайҙа ғына барһа ла, Хаҡ Тәғәлә уны ташламай, нимә эшләһә лә – яҙыҡ эш ҡылһа ла, изгелек эшләһә лә – барыһын да күреп тора. Бына ошоно кеше күрмәгәндә эшләйем әле, йәиһә, кеше юҡта урлайым әле, тип хаталана бәғзеләр. Барыһын да күреп тора ул. Шуға күрә, яҙыҡ эш ҡылһаң да, урлаһаң да, яуызлыҡ йәиһә изгелек ҡылһаң да – барыһы, барыһы ла үҙеңә кире ҡайта. Бер нәмәне лә “кеше күрмәгәндә” тип эшләргә ярамай! Аллаһы Тәғәлә бармы, юҡмы, тип ғүмер буйына баш ватҡандар, әммә йөрәктәге Хаҡ Тәғәләнең барлығына мин ышанам! Ҡайһы илдә дин көслө – шул илдә тәртип бар”.

Осрашыуҙарҙың беренсе көнө тамамланды. Һай, Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, эшләй белә лә һуң! Тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан Тәнзиләнең уй-ниәттәрен белгән тиерһең. Танһығын ҡандырғансы, һағыныу хистәрен баҫҡансы һөйләштерҙе ул яҡташтары менән. Ниһайәт, Сыңғыҙ ауылы. Бында осрашыу мәктәптә булды. Ул ауылдың “Йәнгүзәл” фольклор-йыр ансамбленең автор шиғырына Әминә Бикташева яҙған “Күсәбә” йыры менән башланып китте.

“Ә һеҙҙең характерығыҙға ниндәй сифаттар хас? Шуларҙың “иң-иң”ен әйтеп китһәгеҙ ине!” – булды киләһе һорау. “Ҡыйыу, зирәк, отҡор булдым. Һәр ваҡыт белемгә ынтылдым. Тормошта һынауҙарҙы күп үттем. Әммә рухым көслө минең! Әгәр рухың көслө булмаһа, төрлө хәлгә тарыуың бар. Сит илдәрҙә япа-яңғыҙың нисәмә йыл буйына һағыныуҙарға түҙеп йөрөп ҡара әле! Бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙы еңеп өйрәнгән кешемен. Эске көс, рух көсө йөрөтә мине. Мин дә һеҙҙең кеүек бәләкәй генә бала инем. Ошо мәктәптә 1-сенән 3-сө класҡа тиклем уҡыным. Мине Миңнур апайығыҙ уҡытты. 3-сө кластан һуң, өләсәйем үлеп киткәс, яҙмыш беҙҙе, етем ҡалған өс баланы, Сыңғыҙ ауылынан ҡыуҙы. Белһәгеҙ икән, ниндәй ауыр, ҡайғылы саҡтарым булды... Сыңғыҙҙың офоғона, тауҙарына ҡарап, күпме күҙ йәше түктем! Әммә ҡайтып булмай, кем ебәрә һине! Ә шулай ҙа, бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, күпме саҡрым йәйәү, Һаҡмарҙы ҡурҡмайынса йөҙөп сығып, ҡасып килгән саҡтарым булды. Ә бына хәҙер, нисәмә йылдан һуң, һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып торам. Артта ҡалды ҡайғы-хәсрәт – барыһы ла артта ҡалды. Эйе, бәхеткә күрә, үтә икән барыһы ла! Балалар, миңә ҡарап үрнәк алығыҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәм дә, ,ирешмәнем, юғалып ҡалманым, һынманым, уҡырға тырыштым, бер түгел, хатта ике юғары белемем бар, икеһе буйынса ла эш алып барҙым, сит телдәрҙән балалар ҙа уҡыттым, телевидениела ла эшләнем, тәржемәсе лә булдым. Ә һеҙ беләһегеҙме, мин нисә тел беләм? Бына тыңлап ҡарағыҙ әле! – Тәнзилә тәүҙә немец телендә һөйләне, унан инглиз телен­дә шиғыр уҡығандан һуң итальян теленә күсте. – Балалар, һеҙ ҙә булдыра алаһығыҙ. Тик тырышығыҙ ғына”.

Әйтергә кәрәк, осрашыуҙар һәр бер ауылда үҙенсәлекле булды, бер- береһен ҡабатламаны. Киләһе осрашыу Мерәҫ ауылында үтте. Уны ауыл китапханасыһы Дилбәр Яхина үҙенсәлекле сценарий буйынса алып барҙы. Ауыл халҡы сит илдәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Был турала ла Тәнзилә яҡташтарына ихлас һөйләп бирҙе. Һәр осрашыуҙа һөйләшеүҙәр бер юҫыҡта ғына барманы, һорауҙар күп һәм төрлө булды. “Бәхет ҡошо юлынан” китабы авторы яҡташтарының бөтә һорауҙарына ла ҡәнәғәтләнерлек итеп яуап бирҙе. Тәнзилә Кейекбаева һәр ерҙә лә үҙенең китаптарын бүләк итте.

Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина, һәр осрашыуҙы тамамлап: “Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы әҙәбиәткә яңы килде. Киләсәктә уның китаптары булыр әле, ҡаурый ҡәләмен ташламаҫ, тип өмөт итәбеҙ. Уға ижади уңыштар, һаулыҡ, ҡатын-ҡыҙ бәхете, балаһының, ейәндәренең имен-һау булыуын теләйбеҙ. Инде башҡаса сит илдәргә сығып китмәҫ, тип уйлайбыҙ. Ошо йәһәттән уға тағы бер һорауым бар. Тәнзилә, сит илдәргә сығып китергә йыйынған йәштәргә нимә тип әйтер инегеҙ?” – тине.

– Йәштәргә, сығығыҙ сит илдәргә, сит ер-һыуҙарҙы күреп ҡайтығыҙ, тим. Бер урында ғына мүкләнеп ятмағыҙ. Сөнки аң, белем, ғилем, донъяны күҙаллау – барыһы ла сағыштырыуҙар аша килә. Донъяуи күҙаллауығыҙҙы байытығыҙ, ғилемегеҙҙе арттырығыҙ, зиһенегеҙҙе киңәйтегеҙ. Ят ер-һыуҙы күреп ҡайтыу кәрәк ул. Әммә үҙ илегеҙгә кире әйләнеп ҡайтығыҙ, сит илдәрҙә күргән-белгәндәрегеҙҙе үҙ илебеҙҙә файҙаланығыҙ. Һәр кем үҙ эшен асһын, был йәһәттән сит илдәр ныҡ алға киткән, тәжрибә туплап ҡайтығыҙ! Бына ошолар минең йәштәргә кәңәшем, – тине Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы.
Эйе, бик күп фәһемле фекерен әйтте яҡташтарына Тәнзилә Кейекбаева.

Т. ҒИЛМАНОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы