НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йәш тулҡын ҡушыла дарьяға

Йәш тулҡын ҡушыла дарьяға


Сәнғәт өлкәһенә белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорттарының яҙмышы башҡа: улар кешелеккә һүҙ әйтеүсе, күңелдәрҙе таҙартыусы, яңы фекер еткереүсе йәштәрҙән шәхес тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя. Яңыраҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын бер төркөм студент тамамлап, диплом алды. Уларҙың төркөм етәксеһе – режиссер, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Әбүшаһ­манов, йәштәргә шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, доцент Хөрмәтулла Үтәшев, өлкән уҡытыусы Рима Харисова ла оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Академтеатр өсөн махсус әҙерләнгән төркөм сығарылыш алдынан тамашасыларға Ғ.Ғиләжев исемендәге уҡыу-уҡытыу театры сәхнәһендә (З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты бинаһында) спектаклдәр ҡуйҙы. Төр­көмдөң уҡытыусыһы, артист Хөрмәтул­ла Үтәшев менән йәштәр хаҡында һөйләшәбеҙ.

– Хөрмәтулла Ғаззали улы, яңы диплом алған йәш белгестәрҙең сәхнәләге тәүге аҙымдары хаҡында һөйләшеүҙән башлайыҡ әңгәмәне?
– Академтеатр өсөн махсус әҙерләнгән был төркөм спектаклдәрҙә 2- се курстан алып ҡатнаша. Күмәк сәхнәлә, йыр-бейеү күренештәре мәлендә уларҙы даими рәүештә театрға йәлеп иттек. Шуға күрә улар сәхнә тормошон китаптан уҡып ҡына түгел, төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа театр артистары менән бергә ҡатнашып йөрөп белә. Классиктарҙың береһе әйткән бит әле, бер ниндәй теория ла практиканы алмаштыра алмай, тип. Шуға ла уларҙың сәнғәт хаҡында теоретик һабаҡтар алыуы, китаптар уҡыуы менән бергә сәхнәгә сығып уйнауы йәш кешене төрлө яҡлап үҫтерә, сәхнә өсөн әҙерләй.

– Шундай бай йөкмәткеле спектаклдәр менән килде был йәштәр сығарылыш кисәһенә! Миңә лә насип булды уларҙың бер нисә сығышын күрергә: яңы энергетика, йәштәр ҡомары, сәхнәлә терелгән һүҙҙең аһәңе арбаны. Күңелдең ҡылдарына сиртә алды студенттарығыҙ, рәхмәт!
– Эйе, йәштәр бик үҙенсәлекле, уларҙың сығышын күреп, күптәр йәш артистарыбыҙға ғашиҡ булды. Ҡабул итеү комиссияһы ла улар­ҙың диплом спектаклдәренә юғары баһа ҡуйҙы. Театр факультеты тарихында булмаған хәл – студент булараҡ, театралдар сығарылыш кисәһенә быға тиклем ике спектакль әҙерләй торғайны, ә был йәштәр менән сәхнәгә дүрт спектакль һәм ҙур концерт сығар­ҙыҡ! Был башланғыс осорҙағы ҙур ижади ҡаҙаныш. Улар еңеп сыҡты ижади эҙләнеү­ҙәр­ҙе, афарин!
Студент эш барышында сәхнәлә атларға, һөйләргә, үҙен тоторға, уйларға, хәрәкәт итергә өйрәнә. Башта беҙ тирә-яҡты, йәнлектәр, хайуандар донъяһы аша фекеребеҙҙе әйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйһаҡ, аҙаҡ тел асыла. Әйтәйек, 1-се курста студент сәхнәлә бөтөнләй һөйләшмәй, әммә тора-бара уға уй-фекерен әйтеү өсөн мөмкинлектәр асыла.

– Сәхнә әҫәрҙәрен күрһәтеп, йәш артистар бер нисә ҡалала гастролдә йөрөп тә ҡайтты, шикелле?
– Алда әйткәнемсә, йәштәр менән сәхнәгә дүрт спектакль сығарҙыҡ: А. Володиндың "Биш кис" (режиссер Р. Харисова ), Т. Ғи­ниәтуллиндың "Шәмсетдин менән Шәм­сура" (режиссер Х. Үтәшев), К. Гольдониҙың "Мәрәкәле хәл" (режиссер А. Әбүшаһманов), А. Арбузовтың "Аяуһыҙ уйындар" (режиссер Р. Харисова) спектаклдәре. Был спектаклдәрҙе Өфө тамашасыһы ғына түгел, Салауат, Күмертау ҡалалары һәм республиканан ситтә Ҡазан театр һөйөүселәре лә ҡараны. Ысынлап та, тамашасылар сығыштарҙы бик йылы ҡабул итте. Йәш булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, артистар спектаклдәр­ҙәге тәрән кисерештәрҙе бирә алыуға өлгәште.

– Йәштәрҙең исемдәрен атап китәйек әле. Тамашасы танып белһен йәш таланттарҙы!
- Азат Вәлитов, Рәфил Ғүмәров, Гөлназ Ғөбәйҙуллина, Морат Рафиҡов, Регина Ишбулатова, Айгөл Ғиләжетдинова, Гөлнара Сабитова, Фәнүз Шәмсетдинов, Илгизә Муллабаева, Айҙар Шәмсетдинов, Алмас Йосопов, Илшат Салауатов быйыл ҡулдарына драма театры һәм кино артисы һөнәренә эйә булыуҙары хаҡында диплом алды. Форсаттан файҙаланып, студенттарымды тағы ла бер тапҡыр ҡотлайым! Уларға бары тик ижади үрҙәр, яҡты киләсәк теләйем!

– Йәш артистарҙың барыһы ла академ­театр­ға барамы?
– Әле гастролдәрҙән йөрөп ҡайтҡас, йәштәр араһында ҡайһы берҙәре “Нур” татар дәүләт драма театрына, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына, М. Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрына һәм Әлмәт татар драма театрына эшкә саҡырылды. Ә Айҙар Шәмсетдинов, Морат Рафиҡов, Гөлназ Ғөбәйҙуллина, Азат Вәлитов, Алмас Йосопов академтеатрҙа эшкә ҡаласаҡ.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, киләсәктә был ун ике йәш артисҡа милли сәнғәтебеҙҙе балҡышлы яңы ролдәре менән байытыуҙарын, театр сәхнәләре аша халҡыбыҙға иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтеүен теләйбеҙ! Алға, яңы ижади үрҙәргә, йәштәр!

Лариса АБДУЛЛИНА
әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 27-06-2014, 17:38 | Ҡаранылар: 580
|
  • Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә
  • Сибай артистары тамашасыларын һағынған
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары
  • Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!
  • Төн бик “Ҡыҙыу” булмаҡсы!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM