НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар

Үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар


Үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы барСибай филармонияһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Башҡорт йыр-моң донъяһында билдәлелек яулаған артистар­ҙың кемеһен генә алып ҡараһаң да, Сибай филармонияһында эш башлаған, имеш. Шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Ни өсөн тигәндә, Нәсимә һәм Азамат Ти­меровтар, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғи­ҙулла Байегет, Ал­һыу Бәхтиева, Гөл­дәр Ишҡыуатова, Лилиә Ишемйә­ро­ва, Фәрүәз Урман­шин кеүек сағыу сәхнә «йондоҙ­ҙа­р»ыбыҙ тәүге аҙымдарын нәҡ ошонда яһаған, ҡанаттарын нәҡ Сибай ерендә нығытҡан. Әлеге көндә лә, халыҡты яңынан-яңы тамашалар менән ҡыуандырыу менән бер рәттән, таланттарҙы үҫтереү юҫығында уңышлы эш алып барыла. Һөйөнөслөһө шул: былтыр “Сулпан” балалар театры менән берләшеп, концерт-театр берләшмәһе исеме аҫтында сығыш яһаған коллектив ошо көндәрҙә 20 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Был уңайҙан тамашасыларға сағыу программа ла тәҡдим ителәсәк.
Түңәрәк даталы байрамын коллектив ниндәй уңыштар, кәйеф менән ҡаршылай? Яңылыҡтар бармы? Ошо һәм башҡа һорау­ҙарға яуап табыу маҡсатында берләшмәнең ишеген шаҡыныҡ.

Сәғәт иртәнге 9:30. Эш көнө башланыуға ярты сәғәт ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, коридорҙа тын түгел. Ҡайһы берәүҙәр алдараҡ килеп, хеҙмәт көнөн башлап та өлгөргән. Берләшмә директоры, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов эш буйынса ҡала хакимиәтендә булып сыҡты. Аңлашыла ла, беренсенән, филармонияның юбилейына етди әҙерлек бара, икенсенән, ҡала кимәлендә үткән “Сибай таланттар ҡабыҙа” фестиваленең ҡыҙған ваҡыты. Хужа килгәнсе, тигән уй менән художество етәксеһе менән әңгәмә ҡорабыҙ.
– Алдағы көндәрҙә тамашасы хөкөмөнә бер нисә программа тәҡдим итәсәкбеҙ. Унан тыш, билдәле артистарҙың гастролдәре көтөлә, – ти, пландар менән уртаҡлашып, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтулли­на. – 18 апрелдә үтәсәк “Мәҙәниәтле милләт – илдә зиннәт” тамашаһы филармониябыҙҙың юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арнала. Уча­лы филармонияһы ме­нән берлектә үт­кәргән сарабыҙ ҙа үҙенсәлекле генә булмаҡсы. Киләсәктә күр­кәм традицияны республиканың баш­ҡа ижади коллективтары менән дауам итербеҙ, тигән ниәттәбеҙ.
Артабан әңгәмәбеҙ филармония тарихына, артистар составына төшөп китә.
– Сибай филармонияһы рәсми рәүештә 1994 йылда асыла. Тәүге директор вазифаһын Фәтих Хөс­нөтдинов, унан һуң Ринат Ишмул­лин башҡара. Шулай уҡ беренселәр рәтенә ул ваҡыттағы художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова, бейеү ансамбле етәксеһе Гөлназ Аҡна­зарова ла инә, – ти Нәсимә Әхмәт ҡыҙы. – Ғөмүмән, хеҙмәтенә ижади ҡараған артистар йыйылған. Ғаилә парҙары ла күп кенә. Күптән тү­гел йәш артистар Эльза Ҡотло­ғәлләмова менән Азат Юлдыбаев сәстәрен сәскә бәйләне. Төп маҡ­сатыбыҙ хал­ҡыбыҙ мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғә­ҙәттәренә тоғро ҡалыу булһа, рус телле тамашасылар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ниндәй генә программа булма­һын, күңелле ял сәғәттәре бүләк итеүҙән тыш, ха­лыҡты уйға һалырға, күңел ҡылдарын тирбәтергә ты­рышабыҙ.
– Яңыраҡ ҡына яҡташтарыбыҙҙы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” театрлаштырылған тамашаһы менән ҡыуандырҙыҡ. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдар етемһерәп тороп ҡалды. Эш урындары булмауы, йәштәрҙең унда төпләнеп ҡалмауы төп сәбәптәр булып тора. Актуаль тема. Халыҡтың һорауы буйынса ҡабатлап та күрһәттек, – тип һүҙгә ҡушыла сценарий авторы Мотал Рәмов.
Сәғәт ун тулыуға филармония бинаһы тағы ла йәнләнеп китте. Художество етәксеһе бүлмәһенә әле берәү килеп инә, әле икенсеһе. Йөҙҙәрендә нур уйнаған артистарға ҡарап, һәр көн эшкә атлығып килеүҙәренә һоҡланмайынса сара юҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, “Сулпан” театрының баш режиссеры Сәлихйән Әфләтүновҡа мөрәжәғәт итәм.
– Филармонияға ҡушылыуыбыҙ мөмкинлектәребеҙҙе арттырҙы, – ти ул. – Кәрәк саҡта беҙ уларҙың йә улар беҙҙең артистарҙы йәлеп итә ала. Музыкаль яҡтан биҙәү йәиһә бейеү ҡуйыу булһынмы – музыканттар һәм хореографтар ярҙамға килә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ҡуйылып ятҡан Әлфис Ғаязовтың “Аждаһаны еңер мөхәббәт” пьесаһында Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Баязит Байназаров, “Тар­хан” фольклор-эстрада төркөмө, йәш йырсы Рифат Йәмлихин, хо­реограф, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Фәнил Әсәҙул­лин ҡатнаша. Сибай балаларын һөйөндөрөүҙән тыш, республика, күрше өлкәләргә лә гастролгә сығабыҙ.
Ысынлап та, үҙгәртеп ҡороу – мәҙәни учреждениеларҙы эреләтеү яҡшы нәмә булмаһа ла, һәр үҙгәрештең ыңғай яғын күрергә тырышалар бында. Директор менән әңгәмәлә иһә коллективтың бөгөнгө һулышы, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проблемалар, ҡала халҡының мәҙәни кимәле хаҡында һүҙ барҙы.
– Оптималләштереү яҡшы тормоштан түгел, әлбиттә. Штатты ҡыҫҡартыу, сығымдарҙы ҡыҫыу кеүек кире яҡтары бар. Ыңғай яҡтарына килгәндә, эш хаҡы күтәрелә, мөлкәттәр берләшеүе лә файҙаға. Театрҙың гаражы булмаһа, филармония өсөн тегеү, столяр цехтары ҙур мәсьәлә булып тора ине. Исемебеҙ үҙгәрһә лә, һәр кем үҙ бурысына тоғро ҡала. Яңыраҡ үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” программаһында “Сулпан”дың бер нисә артисы ҡатнашты. Был иһә уларға яуаплылыҡ та, ышаныс тойғоһо ла өҫтәй, – ти Вәкил Барый улы.
– Тәжрибәле артистарҙы алмаштыра алырлыҡ талантлы йәштәр бармы? – тигән һо­рау ҙа бирәм әңгәмәсемә.
– Һәләтле йәштәребеҙ бар, әммә бөгөн улар эшкә ки­лә һалып бармай. Бигерәк тә был мәсьәлә балалар театры йүнәлешендә күҙәтелә. Бейеү ан­самбленең дә яр­тыһы тиерлек – пенсия йәшенә етеп барыусылар, – ти директор был хаҡта. – Уҙған йыл урындағы сәнғәт колледжы өсөнсө сығарылыш актерлыҡ бүлеге студенттарын сы­ғарҙы. Күпселеге башҡа юлдан китә. Мәҙәниәт өлкәһендә эш хаҡының аҙ булыуы, торлаҡ проблемаһы ла йо­ғонто яһамай ҡал­майҙыр. Быйыл был мәсьәләләрҙең аҙ ғына булһа ла хәл ителеренә өмөт ҙур. Киләһе йылдан ошо уҡ колледжда хореография бүлеген асыу эштәре лә алып барыла.
Вәкил Йосопов әйтеүенсә, тамашасылар һанының ар­та барыуы күҙәтелә. Шулай ҙа күпселек оло һәм урта быуындың йөрөүен иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар. Ә бына һуңғы тиҫтә йылда унға яҡын артистың атҡаҙанған исеменә лайыҡ булыуы – ҡаҙаныштарҙың береһе. Тағы ла шуныһы: артистар Нәсимә Ғиззә­тул­лина, Азат Нә­биуллин, Айтуған Дәүләткирәев, Фәйзулла Ғөбәй­ҙуллин, Ильяс Сафин, Гөлназ Нәҙершина, Рәйсә Бүләкәнова, кассир Гөлсинә Ниғмәтул­лина, директорҙың хужалыҡ эштәре бу­йынса урынбаҫары Хәлиҙә Һибә­тул­линаларҙың 20 йыл бер урында эшләүе һоҡландыра.
Тамашасылар араһында билдәлелек яулаған Баш­ҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Аль­берт Салауатов һәм “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе Ринат Ғай­син менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге лә тейҙе.
– Ике йыл элек, Сибайға ҡайтҡас та, үҙемдең бригаданы булдырып, республика һәм күрше өлкә райондары буйлап концерттар менән йыш йөрөйбөҙ. Шәхсән үҙем репертуар­ға етди ҡарайым. Унда мотлаҡ халыҡ, билдәле композиторҙарҙың йырҙары булырға тейеш. Халыҡ йөрөй. Әгәр ҙә тамашасылар араһында балалар булһа, беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Сөнки үҫеп килеүсе быуындың халҡыбыҙ моңон аңына һеңдереп үҫеүе яҡшы, – тип фекер­ҙәре менән уртаҡлаша Альберт Салауатов.
– 2003 йылда, студент саҡта уҡ, Илнур Үтәев менән “Тархан” төркөмөн ойоштороп ебәрҙек. Башта уҡ һайлаған йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышабыҙ. Рухлы, патриотик йырҙар йырлағанға күрә төркөмдөң исемен дә есеменә тап килтереп алдыҡ. Бөгөн төркөм дүрт кешене – минән тыш, Фаил Йортбәковты, Зәлиә Нурлыны, Айнур Әминевты үҙ эсенә ала. Ағымдағы йылда пландарыбыҙ күп кенә. Шуларҙың береһе – Бөйөк Еңеү көнөнә “Спасибо деду за победу” проекты. Маҡсатына килгәндә, балаларға был байрамдың әһәмиәтен төшөндөрөү, – ти Ринат Ғайсин.
Концерт программаһын сәхнәгә сығарыу артистарҙан ғына тормай шул. Уларға сценарий авторы, режиссер, рәссам, дизайнерҙар­ҙың хеҙмәте лә ҡушыла. Һуңғы­ларына килгәндә, уларға халыҡ тамашаны күңелендә сағыу төҫтәр менән ҡалдырһын өсөн бар көстәрен һалырға тура килә. Рәссам-дизайнерҙар Лүзә Бай­егетова, Гөл­нур Ниғ­мәтул­лина, Динар Мөхә­мәт­йә­нов һәм Рә­симә Хө­сәйе­но­ваның эше баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, хәҙер эш кү­бәйгән. Һәр эш­тең үҙ ауырлығы бул­ған ке­үек, беҙҙең хеҙ­мәттең дә үҙ нескәлектәре бар, ти улар.
20 йыл, бер уй­лаһаң, күп ваҡыт та түгел кеүек. Әммә Сибай филармония­һы ошо осорҙа үҙ йөҙөн булдырҙы, үҙ тамашасыларын тапты. Ул ғына түгел, үрҙә әйткәнемсә, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә тос өлөш индереүен дауам итә.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Сығыу ваҡыты 11-04-2014, 04:06 | Ҡаранылар: 788
|
  • Dan balan?.. түгел – “далан”
  • Йәш тулҡын ҡушыла дарьяға
  • «Талапсан Өфө тамашасыһына зауыҡлы программа әҙерләйбеҙ»
  • Филармония артистарына ни булған?
  • Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM