НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Егерме йыл сәхнәлә

Егерме йыл сәхнәлә


Егерме йыл сәхнәләЕйәнсура районының Иҙелбәк ауылы ҡыҙы Лилиә Ишемйәрова бәләкәйҙән үк матур йырлай. “Әсәйем матур йырланы. Шуға күрә мин ҡунаҡ килгәнен, мәжлес йыйылғанын көтөп ала инем. Сөнки әсәйемде мотлаҡ йырлатасаҡтарын беләм. Ҡәҙерле кешемдең моңло итеп көй һуҙғанын күрше бүлмәлә тын да алмай тыңларға яраттым. Ә атайым баянда уйнаны”, – ти ул һәләтенең ҡайҙан һут алғанлығы хаҡында. Күңеле моңло ғына түгел, ә эскерһеҙ һәм таҙа Лилиәнең. Алсаҡлығы менән туңдарҙы ла иретә белгәнгәме, йөҙөнән йылмайыу китмәгәнгәме, йырсы менән аралашыуы бик еңел һәм ҡыҙыҡ. Хәйер, быны үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.

– Артистарҙың күбеһе сәнғәт хаҡында бәләкәйҙән үк хыяллана, һинең нисек булды?
– Беҙҙең ғаилә төрлө конкурс- смотрҙарҙа ҡатнашты, ә үҙем бала саҡтан мәктәп сәхнәһенән төшмәнем. Ауылдың ул саҡта булған вокаль-инструменталь ансамблендә йырланым, күрше ауылдар буйлап тамашалар ҡуйыу миңә бигерәк оҡшай ине. Тик атайым ҡыҙын уҡытыусы итеп күрергә теләне. Атай һүҙенән сыҡмаҫмын тигән ышаныста инем. 8-се класта уҡығанда район үҙәгендә йыр бәйгеһендә ҡатнашып, Өфөнән килгән абруйлы жюри ағзаларынан маҡтау һүҙҙәре ишетеп, ҡанатланып ҡайттым. Беренсе урын яулауым, яҡшы бүләк алыуым, бигерәк тә уға ҡушып тәүге тапҡыр рауза сәскәһе биреүҙәре күңелдә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Ә Ришат Рәхимов­тың: “Һылыу, һиңә мотлаҡ йырсылыҡҡа уҡырға кәрәк”, – тигән һүҙ­ҙәре йөрәгемә май булып ятты. Өйҙә­ге­ләргә, мәйтәм, мин артислыҡҡа училищеға уҡырға китәм! Әсә­йем аптырап ҡалды. “Уй-й, балам, артистар­ҙың өйө лә, ғаиләһе лә, балалары ла булмай. Нисек итеп йәшәрһең һуң?” – тип ултыра төштө. “Йырсы булыу өсөн мин барыһына ла риза!” – тип яуап ҡайтарғайным. Атайыма сәхнә тип хыялланған ҡыҙын Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының ҡабул итеү имтихандарына алып барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Барҙыҡ, имтихандың өс турын да уңышлы үттем, тик комиссия ағзаларын минең бәләкәй, тумалаҡ кәүҙәле булыуым ҡәнәғәтләндермәй. “Иркәм, һинең атай-әсәйеңдең буй-һыны ниндәй?” – тип һоранылар. “Әсәйем бәләкәй буйлы, атайым да оҙон түгел. Мин, ахыры, уларға оҡшағанмындыр”, – тип яуап ҡайтарғас, барыһы ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шулай итеп, уҡырға инеп киттем. Бында Әлфиә Мәсәлимова кеүек тәжрибәле педагогҡа эләгеүемде оло уңышҡа тиңләйем. Мин бөгөн дә йыш уның янына барып, тауышымды ипкә килтереп, репертуар хаҡында кәңәшләшеп ҡайтам.

– Яңы асылған Сибай филармонияһын дөрләтеп ебәреүсе йырсыларҙың береһе бит һин…
– Училищеның 3-сө курсында мине һәм бер төркөм артисты Сибай филармонияһына эшкә саҡырҙылар, студент булһаҡ та, эшләп йөрөргә рөхсәт иттеләр. Шулай ҙа уҡытыусымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем, ер аяғы ер башындағы Сибайҙан йөрөп, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Бында мине әсәләрсә хәстәрләп йөрөүсе кеше яҡташым, художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова булды. Филармонияның яңы асылған мәле, ә беҙ янып торған йәш коллектив – яңы проекттар һәм программалар уйлап сығарып, мөкиббән китеп тамашасыларға хеҙмәт иттек. Радио, телевидение өсөн күп тапшырыу яһаныҡ, сит илдәр буйлап гастролдә күп йөрөнөк. Бында уҡ тормош иптәшемде осраттым, ҡыҙыбыҙ Зөлхизә тыуҙы. Артистарға шунда уҡ фатир бирҙеләр, ә ижадта көндәлек тормоштоң тыныс, етеш булыуы оло роль уйнай. Ҡыҫҡаһы, ижади башланғысым бик сағыу булды, яратып кейәүгә сыҡтым – Сибай осорон һаман да һағынып иҫкә алам.

– Тамашасылар ҙа йомроҡай Лилиәне яратып ҡабул итте, шулаймы?
– Тәүге концерттарымды – “Сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә!”, “Эй, мөхәббәт, үҙең арала” исемле һәм башҡа тамашаларҙы халыҡ бик йылы ҡабул итте. Һаман да бәләкәй генә, йомро ғына инем, хатта бер ҡыҙыҡ хәл хәтер­ҙә ҡалған. Бер юмор концертында алып барыусы: “Бәләкәй генә, йомро ғына, тәҙрә аша һикереп төштө лә, күҙҙән дә юғалды”, – тип йомаҡ ҡоя. Дөрөҫ яуабы – Йомро икмәк, ә тамашасылар, Лилиә Ишемйәрова, тип ҡысҡыра. Халыҡ йығылып ятып көлә, әйтерһең дә, ҡушамат кеүек яңғыраны, эй ғәрләндем шул мәлдә. Белһәң ине, ябығыр өсөн ниҙәр генә эшләмәй инем! Бейеүселәр менән бергә көн дә тиерлек станокта, тренажерҙа шөғөлләнәм, тик арыу-йонсоуҙар бер ниндәй ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Етмәһә, Әлмира апай үҙе менән мунсаға йөрөтә, эҫе пар яратмаған кешене бер юлы ике миндек менән саба, тоҙ менән ышҡый, арманһыҙ булып, мунса соланына сығып йығылам. Әлмира апай: “Тор, Лилиә, һиңә ябығырға кәрәк!” – тип, кире инеүемде талап итә. Сәхнәлә бит һәр саҡ матур, һомғол формала булырға кәрәк, уйлап ҡараһаң, мине бәләкәй һәм йыуан булыуым арҡаһында училищеға ла икеләнеү менән ҡабул иттеләр. Ғөмүмән, Әлмира Шәриф ҡыҙы миңә бик күп сәхнә ҡағиҙәһен, ваҡытыңды файҙалы уҙғарырға кәрәклеген өйрәтте, уның тормош мәктәбе ныҡ ярҙам итте.
Ә ябығыу тора-бара үҙенән-үҙе килеп сыҡты – бала тапҡас, һурылып, ябығып киттем. Ошо кәүҙә ауырлығын бүтән арттырманым, үҙемде контролдә тоттом һәм дөрөҫ туҡланырға өйрәндем.

– Өфөләге ижад осоро нисек башланды?
– Баш ҡалаға килгән һайын йөрәк дөп-дөп тибә, ҡайтырға юл тотҡанда ниндәйҙер һағыш хисе сорнап ала ине. Мине ике тапҡыр баш ҡалаға саҡырһалар ҙа, баш тарттым. Ирем ҡайҙа эшләр тип, тәү сиратта, уның хаҡта уйланым. Бер саҡ Уралға Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эш тәҡдим иттеләр. Ул, күҙҙәре янып, мин барам, тип ризалыҡ бирҙе. Бер аҙҙан, тормош иптәшемдең уңышлы ғына эш башлауына инан­ғас, мин дә Өфөгә йүнәлдем. Башҡорт дәүләт филармонияһында үҙ урынымды табыу, үҙ йүнәлешемде булдырыу еңел булды, тип әйтә алмайым.
Мине һәр саҡ джаз ҡыҙыҡһындырҙы, баш ҡалаға барһам, мотлаҡ өйрәнәсәкмен, тип хыяллана инем. Ниһайәт, был маҡсатымды тормошҡа ашырҙым. Ә джаз стиле ауыр ғына, джаз оркестры менән эшләү оло яуап­лылыҡ. Шулай уҡ Милли халыҡ ҡоралдары оркестры менән дә йырлай башланым.
Быйыл ижадыма күп тә түгел, әҙ ҙә түгел – 20 йыл тулды, яратҡан сәхнәм һөйләп аңлат­ҡыһыҙ бәхет килтерә. Һәр йырыма ҡарата айырым мөнәсәбәтем бар, уларҙы әҙерләп тамашасыға сығарыуға бик етди ҡарайым. Ошо арала уҙасаҡ концертым программаһына быйыл Италияла ял итеп, отоп ҡайтҡан итальян йырҙарын да индерҙем.

– Сит илдәрҙә йыш булырға тура киләме?
– Сит илдәргә гастроль менән йыш барыла, ә бына тик ял итеү форсаты һирәк тәтей. һеңлем ҡасандыр Италияға эшкә сығып китте һәм шунда төпләнеп ҡалды, итальянға кейәүгә сыҡты. Йәй ҡунаҡҡа барып ундағы тормоштоң еңеллегенә, халыҡтың һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуына, бер стресһыҙ донъя көтөүенә таң ҡалып ҡайттым. Киске аш мотлаҡ диңгеҙ буйындағы ресторанда ашала, барыһы ла ҡәнәғәт, бөтәһе лә бер-береһен әллә ҡайҙан уҡ йылмайып сәләмләй. Беҙҙең илдә береһенең аяғына яңылыш ҡына баҫһаң, һине бысраҡ һүҙҙәре менән ҡойондороп, әрләп китәләр. Ниңә беҙҙең халыҡтың менталитеты шулай уҫал, ҡырыҫ икән ул?
Италияла нисек кенә яҡшы булмаһын, бер аҙнанан уҡ Башҡортостанды һағындым, ҡайтыу хаҡында уйлана башланым, ипләп кенә йырҙарымды тыңлай башланым.

– Күп балалы әсә булыу мәшәҡәттәр тыуҙырмай ҡалмайҙыр. Ижадыңда был нисек сағылды?
– Урал менән карьера яһағансы, ҡыҙыбыҙ үҙ аллы, тырыш, аҡыллы бала булып буй ҙа еткерҙе. Арыҫланбайға ауырға ҡалғанымды белгәс, бигерәк шатландыҡ. Икенсе балабыҙ тыуғанда Зөлхизәгә 11 йәш ине. Унан инде өсөнсөһөн дә табырға хәл иттек – кинйәбеҙ Ишморатҡа 3 йәш. Күп бала табыуҙан һис тә ҡурҡырға ярамай, улар менән йортта шатлыҡ, бәхет, ҡот арта. Ә был ыңғай күренештәр, әлбиттә, ижадҡа туранан-тура ҡағыла. Ғөмүмән, яҙмышыма бик рәхмәтлемен, сөнки ижад юлымда күп яҡшы кеше осраны һәм ярҙам итте. Улар – профессиональ сәхнәгә сығарған, бергәләшеп бер альбомлыҡ йыр яҙған Салауат Низаметдинов, тәбиғи тауышымды боҙмай, һәләтемде асҡан Әлфиә Мәсәлимова, Сибай филармонияһына эшкә саҡырып, фатирлы иткән Зиннур Йәрмөхәмәтов, үҙенең ҡыҙылай күргән Әлмира Ҡыуатова һәм башҡалар. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларҙы бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына “20 йыл сәхнәлә” тип атал­ған ижади юбилейыма саҡырам. Халҡыбыҙ йырҙары, башҡорт, рус, сит ил композитор­ҙарының әҫәрҙәренән торған сағыу тамашала барығыҙҙы ла көтөп ҡалам!

– Рәхмәт, уңыштар һиңә!
Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:54 | Ҡаранылар: 1561
|
  • Айгөлдөң йырлы иле
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Филармония артистарына ни булған?
  • «Тырышлыҡҡа атай-әсәйем өйрәтте»
  • Йырсылар ҡайҙа ял итергә ярата?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM