НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!

Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!


Театр коллективы йәйге ялдан һуң ең һыҙғанып эшкә тотондо
Быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 94-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Киләһе йыл юбилей йылы булғанлыҡтан, был хаҡта һәм башҡа бик күп ижади пландар, алдағы мөһим ваҡиғалар хаҡында коллективтың йәйге ялдан һуң тәүге йыйылышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов сығыш яһаны.
Коллектив ялда саҡта театр өсөн ҙур ҡыуаныслы ваҡиға булды – “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” ижади проекты (башҡорт ха­лыҡ легендаһы буйынса төҙөүсеһе – Т. Ғарипова, режиссеры – О. Ха­нов, музыкаль яҡтан биҙәүсе – У. Иҙел­баев) Президент грантына лайыҡ булды. Спектаклдең премьераһы ноябрь урталарында көтөлә.
Театр быйыл да балалар өсөн өр-яңы Яңы йыл әкиәте әҙерләй – Н. Но­совтың “Белмәҫйән мажаралары”н (З. Бураҡаева инсценировкаһы) йәш режиссер З. Сөләймә­нов сәхнәләштерә. “Ҡара йөҙҙәр” спектакле (М. Ғафури, инсценировка авторы – Ш. Ғилманова, режиссеры – А. Әбү­шаһ­манов) – 2014 йылдың тәүге премьераһы февраль айында көтөлә. Киләһе миҙгелдә башҡорт сәхнәһендә шулай уҡ И. Германдың “Ғәфү ит мине!” драмаһы ҡуйыла. Әйт­кәндәй, быйылғы миҙгелдә тамашасы “Заманса Рәсәй пьеса­һы”­ның береһе менән дә танышасаҡ. Режиссерҙар саҡырыу йәһәтенән Башҡортостан тамашасыһына яҡшы таныш булған Рифҡәт Исра­филов һәм Фәрит Бикчәнтәев менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Театр портфелендә үҙ сиратын көткән Х. Ирғә­лин­дың “Варфо­ломей төнө тыныс була”, Жан Сармандың “Ма-Мурэ”, Ә. Ғаязов­тың “Яңғыҙҙар ташы”, З. Мулла­ғә­лиеваның “Ҡурай­би­кә”, Р. Кинйә­баевтың “Әбей ур­лау”, милли әҙә­би мираҫ – Д. Юл­тый­­­ҙың “Ҡара­ғол”, Т. Миң­нул­линдың һис ҡасан актуаллеген юғалтмаҫ “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” әҫәрҙәренең яҡын киләсәктә сәхнәләштереләсәгенә ышаныс ҙур. Театр, әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, милли әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирә, төрлө жанрҙағы пьесаларҙан тыш, тамашасы яратҡан комедиялар ҙа күп ҡуйыласаҡ.
Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың бенефис кисәләрен уҙғарыу күҙ уңында тотола, әҙәби-драматик кисәләр, театраль концерттар быйыл да бихисап буласаҡ. Миҙгелдең тағы бер яңылығы – театр янында Балалар студияһын асыу. Студия киләсәккә ижади кадрҙар, йәш тамашасылар тәрбиәләү, театрға тамашасылар ылыҡтырыу маҡсатында ойош­торолдо.
Тағы бер ҡыуаныслы хәл – театр янындағы паркта СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыласаҡ.
Миҙгел 12 октябрҙә М. Кәрим пьесаһы буйынса “Ай тотолған төндә” спектакле менән асыла. Спектакль алдынан, киске сәғәт 6-ла театр майҙанында Башҡортос­тандың халыҡ шағиры М. Кәримгә арналған яңы миҙгелгә шиғри инеш уҙасаҡ.
Театр үҙ ишектәрен асҡанға тиклем, дуҫтар!

Р. ЙӘҺҮҘИНА.

Сығыу ваҡыты 5-09-2013, 11:03 | Ҡаранылар: 1210
|
  • Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары
  • Башҡортса мюзиклға рәхим итегеҙ
  • Төн бик “Ҡыҙыу” булмаҡсы!
  • Яуызлыҡтың тамыры ниҙә?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM